Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Беҙҙә донъя йәмлерәк, беҙҙә ит тә тәмлерәк”

Байрам сәйе артында бик ихлас аралашыу булды. Ҡала хакимиәте башлығы бирелгән бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы. Ә улар уның шәхси тормошонан башлап ҡаланың бөгөнгөһө һәм киләсәгенә тиклем ҡағылды.

– Владимир Иванович, “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә Стәрлетамаҡта ҙур күләмдә эштәр башҡарылды. Һеҙ уның һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтме?
– Әлегә беҙ 98 ихатаны төҙөкләндерҙек, Хоҙайбирҙин урамы буйынса йәйәүлеләр зонаһы булдырҙыҡ, ул хәҙер бик күркәм урынға әйләнде, тик әлегә исеме генә юҡ. Бәлки, һеҙҙең уҡыусылар берәй ҡыҙыҡлы исем уйлап табыр?
Яҙҙан йәнә йөҙҙән ашыу күп фатирлы йорт ихатаһын төҙөкләндерәсәкбеҙ. 2022 йылға тиклем ҡалалағы бөтә йорттар янындағы ихаталарҙы ла яңыртырға тигән бурыс ҡуйғанбыҙ алдыбыҙға.
– 2018 йылда төҙөкләндереү йәһәтенән ҡала нисегерәк үҫешәсәк?
– Көнбайыш йүнәлешендә. Хоҙайбирҙин урамынан алып район-ара база территорияһына тиклемге араны төҙөкләндерәсәкбеҙ, Төҙөүселәр урамында 1,5 саҡрым араны бульвар итергә иҫәп. Урамдарҙы яҡтыртыу менән дә шөғөлләнәсәкбеҙ. Иҫке реклама ҡоролмаларын алып ташлаясаҡбыҙ, улар, ҡаланы йәмһеҙләп, үткән быуаттан бирле тора. Киләсәктә күп фатирлы йорттарҙың алғы яҡтары үҙгәртеп биҙәләсәк. Быйыл шулай уҡ беҙҙең инвесторҙар ҡалала Ҡунаҡ йорто төҙөргә ниәтләй. Стәрле йылғаһын таҙартыу эшен дә дауам итәсәкбеҙ, уның яр буйҙарын төҙөкләндереү планы эшкәртеләсәк. Йылға буйлап ҡала халҡы өсөн күптән йәмле ял итеү зонаһы булдырырға ваҡыт. Беҙҙең 2030 йылға тиклем ҡала үҫеше программаһы бар, уға ярашлы эш итәсәкбеҙ.
– Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн ҡала транспортында пассажирҙарҙы законлы рәүештә ташығандары менән бер рәттән законһыҙ эш итеүселәр ҙә етерлек. Уларҙың эше яйға һалынмаған. Был күренеш ҡасанға тиклем дауам итер икән?
– Был хәл бер беҙҙең ҡалаға ғына хас түгел. Тик мегаполистарҙа ғына ул яйға һалынған. Киләһе йыл беҙ Санкт-Петербург институты менән килешеү төҙөйәсәкбеҙ. Ундағы белгестәр, ҡала транспорты эшен өйрәнеп, яңы график төҙөйәсәк һәм ҡала халҡын ташыу өсөн күпме транспорт кәрәклеген билдәләйәсәк. Дәүләт һәм муниципаль контроль тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң беҙ транспорт һанын үҙебеҙ көйләй аласаҡбыҙ. Ә әлегә законлы йәки законһыҙ транспортҡа идара итеүселәр араһында ҡаршылыҡ юҡ, улар үҙ-ара аңлашып эш итә.
– Ҡаланың авто һәм тимер юлы вокзалдарын яңыртып ҡорорға ваҡыт түгелме?
– Һеҙҙең менән килешәм. Минең ҡарашҡа, беҙҙең автовокзал бөтөнләй шыҡһыҙ төҫ алған. Урынлашҡан урыны ла уңайһыҙ. Автовокзал тимер юлы вокзалына йәнәш урынлашырға тейеш ҙур ҡалаларҙағы һымаҡ. Бөгөн “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы һәм Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Транспорт буйынса комитетҡа автовокзалды үҙгәртеп ҡороу буйынса үҙ тәҡдимдәребеҙҙе әҙерләйбеҙ. Автовокзалды ҡала ҡарамағына күсереү мәсьәләһен хәл итеп, уның биләмәһендә баҙар ойошторорға иҫәп. Был иң элек беҙҙең баҡсасыларға ҡулай буласаҡ, улар үҙҙәре үҫтергән еләк-емеште юл ситендә түгел, ә уңайлы шарттарҙа һатып кинәнер ине. Тик әлегә был планда ғына.
– Һуңғы ваҡытта респуб-ликала халыҡтың күпләп баш-ҡа төбәктәргә күсеп китеүе күҙәтелә. Был ағымды нисек туҡтатырға була?
– Был күренеш бер беҙҙә генә түгел, тотош Рәсәй буйынса күҙәтелә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан уҙған йыл бер мең кеше күсеп китте. Башлыса мәктәпте, уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр Мәскәүгә китә. Оҙон аҡса артынан да китәләр. Минең улым да китте. Тик ул аҡса эшләгәс, кире ҡайтасаҡмын, тип ышандырҙы. Ысынлап та, кире ҡайтыусылар ҙа бар.
Ярай, Мәскәү аңлашыла, тик бына Лаос, Вьетнам, Камбоджаға күсеп китеүселәрҙе аңламайым. Вьетнамға бик яҡшы мөнәсәбәттә мин, ләкин бит үҙебеҙҙә күпкә яҡшыраҡ, беҙҙә ит тә тәмлерәк! Бәлки, кемделер йылы яҡ үҙенә тарталыр, һуң ул саҡта әйҙә Ҡырымға кит. Был күренеш дәүләт кимәлендәге проблема һәм ул тап дәүләт кимә-лендә хәл ителергә тейеш тип иҫәпләйем. Элек бит, уҡыуҙы тамамлап, диплом алыуыңа һине эш урыны көтөп тиерлек тора ине. Хәҙер юғары белем алып та водитель, телефон һатыусы булып эшләргә мәжбүр күптәр, сөнки һөнәре буйынса йәш белгескә эш табыуы бик ҡыйын.
– Һеҙгә ҡала халҡы йыш мөрәжәғәт итә, үҙегеҙ ҙә ябай граждандар менән даими осрашып тораһығыҙ. Уларҙы ниндәйерәк проблемалар күберәк борсой.
– Башлыса торлаҡ-коммуналь хужалығы, юл торошо, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты тирәләй һорауҙары күп халыҡтың. Күтәрелгән бер мәсьәлә иғтибарһыҙ ҡалмай, беҙ уларҙы мөмкин тиклем ыңғай хәл итергә тырышабыҙ.
– 2018 йылды Башҡортостан Республикаһы Башлығы Ғаилә йылы тип иғлан итте. Һеҙ үҙегеҙҙе өлгөлө ғаилә башлығы тип иҫәпләйһегеҙме?
– Һәр кем өсөн ғаилә изге төшөнсәлер, эшеңдән тыш һыйыныр ышыҡ, йылыныр усаҡ, һаҡланыр ҡәлғә. Минең өсөн дә тап шулай. Өс улға атай мин. Балаларымды ла, ҡатынымды ла өҙөлөп яратам. Үҙ-үҙемә баһа бирә алмайым, был ситтән нығыраҡ күренәлер. Ғаилә ҡиммәттәре иң тәүҙә кешенең үҙендә, башында булырға һәм быуындан-быуынға күсергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта беҙ ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ошо төшөнсәләрҙе юғалта барабыҙ. Шуға күрә Рөстәм Зәки улы быйылғы йылды тап ғаиләләргә арнап бик дөрөҫ эшләне. Йәмғиәттең иғтибарын был проблемаға йүнәлтергә күптән ваҡыт.
– Стәрлетамаҡ халҡына Яңы йылда ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Әлбиттә, иң беренсе сиратта, һаулыҡ. Сәләмәт кешенең ҡулында бөтә эш уйнап тора. Шуға күрә һәр кем һау булһын, бай булһын. Стәрлетамаҡтың һәр ғаиләһенә ҡот, бәрәкәт, бәхет теләйем. Ә ҡалабыҙ сәскә атһын, бының өсөн һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерә ала.
Читайте нас