«Серегән картуф, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, йыуа ашап йәшәһәк тә, йәшлек йылдарыбыҙ дәртле һәм күңелле үтте», - тип иҫкә ала торғайны ҡарт өләсәйем. Киске уйындарҙа таҡмаҡ әйтешеп, гармун көйҙәренә бейеп үтә уларҙың сабаталы йәшлек йылдары.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа йәш ғаилә ең һыҙғанып төрлө колхоз эштәрендә эшләй. Бер-бер артлы дүрт бала донъяға килә. Ҡарт олатай үҙе башланғыс белем генә алған, шуға күрә балаларына нисек тә булһа белем бирергә тырыша. Һәр береһен уҡытып, оло тормош юлына баҫтыра улар.
Ете тиҫтәгә яҡын парлы ғүмер... Шул саҡлы ҡарт олатайым менән ҡарт өләсәйем бергә йәшәне. Үҙҙәре ҡарт тип тормай, йәштәрҙән ҡалышмай йорт-ҡураларын төҙәтеп, мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт ҡарап, умарта тотоп, баҡса үҫтереп гөрләтеп донъя көттөләр. Улар ейәндәренә, балаларына, туғандарына һәм Федоровка районы Юлдаш ауылы халҡына өлгө һәм үрнәк булып торҙо. Ҡарт олатайым 86 йәшендә лә еңел машина йөрөтә. Ошоғаса тиерлек үҙенең «Беларусь» тракторын да йөрөттө. Йор һүҙле, дәртле, эшкә маһир ҡарт өләсәйем менән һәр балаһының, ейән-ейәнсәрҙәренең туйында ҡунаҡ булып, бүлә-бүләсәләренең тыуыуын күреп ғүмер иттеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йыл ноябрь башында Фәниә өләсәйемдең ғүмер ишеге ябылды. Уны һуңғы юлға оҙатырға 41 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре, балалары һәм туғандары килгәйне. Шул саҡ ҡарт өләсәйемдең һүҙҙәре иҫкә төштө. “Беҙҙең ғүмер ишек асып япҡандай ғына булды”, – тигәйне ул. Ә уйлап ҡараһаң, уларҙың һоҡланғыс үткән юлы бер быуатҡа яҡын ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала!
Минең ғаиләм башҡа ғаиләләрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай кеүек, ләкин бер үҙенсәлеге бар – һәр кем үҙ туғанын яҡын күреп кенә ҡалмай, олораҡтар кеселәре өсөн яуаплы, ә йәшерәк быуын өлкәндәрҙән үрнәк, өлгө алып йәшәргә күнеккән.