Унда төп ролдәрҙе башҡарған артист ағайҙар менән бергә беҙҙең гимназия малайҙары Ғималов Илһам, Тимерғәлиев Илдар, Дәүләтбаев Ислам, 21-се мәктәп уҡыусылары Нагаев Арыҫлан менән Аэлина ла уйнаны. Уларҙың уйнауын ҡарау бигерәк тә ҡыҙыҡлы булды.
Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театры менән беҙҙең гимназия менән бик дуҫ, ундағы актерҙар беҙҙә йыш сығыш яһай. Декабрь айында гимназия сәхнәһендә ойошторолған лекторийҙа Илһам ағай Рәхимовтың Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен йотлоғоп уҡығанын тыңлағайныҡ. Артем Болотов етәкселегендәге Рус милли музыка ҡоралдары оркестры башҡарған көйҙәр әҫәрҙең йөкмәткеһен тағы ла тәрәнерәк үҙләштерергә ярҙам итте.
Киләсәктә лә беҙ театр сәнғәтенең дуҫтары булып ҡалырбыҙ, тип ышанам. Ә, бәлки, арабыҙҙан артистар ҙа сығыр!