Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“БЕҘ ЯНАБЫҘ...БӘХИЛ БУЛЫҒЫҘ!..”

Ял көнө. Донъяның башҡа ял һәм сауҙа йорттарындағы һымаҡ Кемеровола эшләп килгән “Зимняя вишня” үҙәгендә лә ололар тауар һайлай, балалар уйын майҙансығында шау-гөр килә, кино-йәнһүрәт ҡарай. Тик бер аҙҙан нәҡ сабыйҙар күпләп ял иткән 4-се ҡатта ҡапыл янғын сыға. Кескәйҙәр түгел, хатта ололар ҙа баҙап ҡала был мәлдә. Шулай ҙа күптәр иҫенә килеп өлгөрә һәм тышҡа атлыға, ә бына өҫтәлмә (запас) ишектәре бикле булып сыҡҡан кинозалда, уйын майҙанындағылар зарарлы төтөн менән тонсоға башлай, тереләй күмергә әйләнә...

Мең ярым квадрат метр майҙанды биләгән янғын шул тиклем көслө була, хатта уны икенсе көндө лә һүндерә алмайҙар әле. Хәйер, бөтә яҡлап та көплө бинаны уттан азат итеүе еңел түгелдер. Ана шул ут ҡамауы арҡаһында ла инде ҡотҡарыусылар һаман ҡорбандар һанай. Йәмғеһе (гәзиткә ҡул ҡуйған мәлдә) 60-тан ашыу кешенең һәләк булғаны асыҡланды, тағы ла тиҫтәләгән кешенең яҙмышы билдәһеҙ ҡала, дауаханаларҙа – шул сама тән йәрәхәттәре алыусылар иҫәпләнә. Кемдер еңел йәрәхәтләнгән, кемдер – реанимацияла. Үкенескә ҡаршы, һәләк булыусыларҙың күбеһе – 2 йәштән 13 йәшкә тиклемге балалар. 40-тан ашыу малай-ҡыҙҙың юғалыуы тураһында хәбәр булды башта!
Мәҫәлән, йәнһүрәт ҡарарға тип тотош бер класс уҡыусылары килгән була. Сеанс тамамланғансы әйбер ҡарарға тип киткән бер нисә әсә менән уҡытыусы янғын сыҡҡас та тышҡа ат-лығып өлгөрә лә бит, бына уҡыусылары ғына бикле ишектәр артында тороп ҡала... Уларҙан ата-әсәләре: “Беҙ янабыҙ... Бәхил булығыҙ... Әсәй, мин һине яратам...” тигән смс-хәбәрҙәр һәм шылтыратыуҙар ала. Тик нисек кенә ҡотҡара алһын инде улар ғәзиз балаһын, үҙҙәре утҡа инер ине лә әммә бер-ике һүҙҙән һуң бәйләнеш өҙөлә, тимәк, телефондар ҙа ирей...
Янғынға ҡаршы көрәшеүселәр әле дүртенсе ҡатҡа күтәрелгәс тә мәйеттәрҙе уттан аралап булмағаны хаҡында хәбәр итә. “Яндарына барып булмай, ут көслө”, – тип белдерә улар. Әлбиттә, ата-әсәләр, бәлки, минең балам дауаханаға эләккәндер, бәлки, әле иҫәндер, тип өмөтләнә. Бәлки... Тик әле йәкшәмбе көнө үк ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгестәр был өмөттәрҙе өҙөрлөк хәбәр еткерә: “Кешеләрҙе тере көйө табып булмаҫ...”
Был яңылыҡтарҙы фажиғәгә тарығандарға ғына түгел, беҙгә, был ваҡиғаларҙан мең саҡрымдан ашыу булғандарға ла тыныс ҡына ҡабул итеүе мөмкин түгел. Яңылыҡтарҙы ла, өҫтәге ҡаттарҙан ырғыған кешеләрҙең ергә ҡолағанын, төтөн баҫҡан бинаны төшөргән видеояҙмаларҙы ла. Бер әжәлдән ҡотолам тип, улар икенсеһенә юлыға: кемдер ут ялмап алған бина тәҙрәләрен ватып һикерә, кемдер ҡыйыҡ башына менеп төтөн эсендә ҡала. Үкенесле кадрҙар...
...Әлбиттә, “әтәс арттан суҡығас” бөтә ил буйлап әлегеләй үҙәктәрҙе янғын хәүефһеҙлеге буйынса тикшереүҙәр капманияһы башланды. Тик ниңә хәүефһеҙлек хаҡында башҡа бәлә килгәс кенә уйлана башлайбыҙ икән? Әйтерһең дә, ут түгел, ә үҙебеҙҙе үҙебеҙ яндырабыҙ. Бит 156 кешенең ғүмерен өҙгән “Хромая лошадь” тарихын бер кем дә онотмағандыр.
Эйе, һорауҙар теҙмәһе арта ғына: ни өсөн “янғын хәүефлеге” төймәһе, сирена эшләмәгән? Ни өсөн һаҡсылар кешеләргә ярҙам итәһе урынға балаларҙы эскалаторҙан төшөрмәй тотҡан? Ни өсөн уҡытыусы менән әсәләр балаларҙы ташлап киткән? Ни өсөн башҡа ирҙәр өҫтән ырғығандарҙы тоторға тип ынтылғанда полицейский ситкә тайпыла? Иң мөһиме: ни өсөн хәүефһеҙлек системаһы серек булып сыҡҡан? Яуап булыр, бәлки, тик ул алтмыштан ашыу ҡорбан аша килергә тейешме икән ни?!.
Әлеге мәлдә янғындың сәбәптәре асыҡлана. Электрҙан йәки батутта һикергән балаларҙың поролонға ут төртөүенән, тиҙәр. Һәр хәлдә, төп сәбәп барыһына ла билдәле инде: кемдер кемдеңдер ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, кеҫә ҡалынайтҡан, бурысын үтәмәгән, сығымдарҙы кәметкән...
Был ваҡиғала шуныһы күҙгә ташлана: кемдәр уттан ҡотолғас йәки шаһит булғас бер ҙә тейешле хеҙмәтте көтөп тормай, ситкә тайпылмай, ә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә: юрған (одеяло) менән һикереүселәрҙе тота, янғын һүндереүсе машиналарға юл асып, парковкаларҙағы авто-мобилдәрҙе күтәреп күсерә, йәрә-хәтлеләрҙең яраларын бәйләй, бер-береһен тынысландыра. Бәлки, улар әле генә парковкалағы урын өсөн талашып торғандыр, тик ҡайғы-хәсрәт берләштерә шул. Дөрөҫ, бергәләп күтәрергә кәрәк һынауҙарҙы, бергәләп уларҙы булдырмау хаҡында ла хәстәрләргә кәрәктер. Ә Кемерово халҡына сабырлыҡ теләргә генә ҡала.
Читайте нас