Яңы майҙансыҡты асыу тантанаһында ҡала хакимиәте баш-лығы Владимир Куликов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, дүрт тапҡыр ҡышҡы Паралимпиада уйындары чемпионы Ирек Зарипов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының ҡалалағы бүлеге етәксеһе Алексей Серебряков, ҡала Советы депутаттары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Етәкселәр файҙаланыуға тапшырыласаҡ объектты йәнә бер тапҡыр ентекле тикшереп сыҡты. Айырыуса майҙансыҡтағы резина япмаһының, уйын йыһаздары ма-териалдарының сифатына, уларҙың ышаныслы нығытылып ҡуйылыуына иғтибар бүлделәр. Тиҙҙән кескәйҙәргә тәғәйенләнгән бындағы тау янында сыр-сыу килгән тауыштар тынмаҫ әле.
– Проект ярҙамында бик күп эштәр бойомға ашырылды һәм ашырыла. Былтыр Шахтауҙа 9-сы мәктәптә күп функциялы майҙансыҡ асылһа, быйыл Первомайский ҡасабаһындағы 19-сы мәктәптә лә шундай уҡ спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Тағы ла спорт майҙансыҡтарын 7,10,33-сө мәктәптәр эргәһендә төҙөргә ниәтләйбеҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Владимир Иванович майҙансыҡты ҡарап сыҡҡандан һуң.
Үҙәк урамдарҙа велосипед юлдары, балалар өсөн уйын урындары, воркаут өсөн майҙансыҡтарҙы күптәр күргән, һынап ҡарағандыр. Ә бына был майҙансыҡ балалар өсөн тәғәйенләнһә лә уларҙың ата-әсәләре өсөн дә турник һәм брустарҙа шөғөлләнеп алыу мөмкинлеге бар. Ирек Айрат улы иһә был проекттарҙың үтәлеше ҡала өсөн генә түгел, республика өсөн дә мөһим булыуын билдәләне. Уның фекеренсә, граждандар үҙҙәре интернетта тауыш биреп, теләгән объектты һайлап, уның урынын тәҡдим итә ала. Элек был биләмәләрҙә бындай инфраструктура бөтөнләй булмаған, ә хәҙер хоккей, уйын майҙансыҡтары, күп функциялы спорт комплекстары булдырыуға ҙур иғтибар бирелә.
Әүҙем эшләп килгән проекттың ыңғай һөҙөмтәләрен күреп кенә шатланмайыҡ, ә үҙебеҙ ҙә ҡулланыуға тапшырылған матур майҙансыҡтарҙы оҙаҡ йылдарға һаҡлап ҡалайыҡ, йәмәғәт.