Лилиә Ҡолдобаева дүрт улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән. Өлкән улы Илмир инде хәҙер үҙе башлы-күҙле булып, Стәрлетамаҡта төпләнгән. Кәләше Рәмзилә менән Самира һәм Мәҙинә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Илмир идаралыҡ компанияһында мастер булып эшләһә, Рәмзилә ҡаланың 19-сы мәктәбендә белем бирә. Илмирҙан һуң донъяға килгән Илнур әле Ҡазан федераль университетында уҡый – буласаҡ тарихсы. Ә бына кесерәктәрҙән киләсәктә хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре сығырына өмөт ҙур. Айгөл дә, Айвар менән Алмаз да – кадеттар! Шуныһы иғтибарға лайыҡ: балаларҙың йәш араһы ҙур булһа ла, улар дуҫ-татыу, берҙәм, тырыш булып йәшәй. Ял көнө еттеме – 100 квадрат метрҙан ашыу фатир гөр килеп тора. Барыһы ла әсә янына ял табынына йыйыла. Улдар-ҡыҙҙар, ейәнсәрҙәр, килен... был көндө иһә Лилиә Айрат ҡыҙы тиҫтәнән ашыу балаға әсә. Кем уйнай, кем бейей, көлөшөү-шаярыу. Тимәк, хыялдар тормошҡа аша икән!
...Тормош һәүемтсә генә дауам итмәй шулай ҙа, һынауҙарын да, балҡыштарын да әҙерләп тора. Ғаиләлә сираттағы бер боролоштан һуң ҡатын үҙендә йәнә үҙгәреш тоя – тағы ла бер сабый тәрбиәләгеһе килә. Юҡ, был юлы ул тәбиғәт ҡанундары буйынса әсә булмай, ә етем ҡалған ҡыҙ алып тәрбиәләү теләге менән тейешле органдарға мөрәжәғәт итә. Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәйҙер изгелек ҡылырға тип тотона ул был ниәтенә. Ә әсә булыуҙан да ҙур изгелек бармы ни донъяла?!.
– Космосҡа осҡан ҡәҙәре булдым,
яҡшы тикшерҙеләр, – тип шаярта Лилиә ханым бала алырға йөрөгән мәлдәрен иҫләп. Шулай, бер аҙ көткәс, шылтыратыу килә, тик Ҡолдобаевтарҙың ҡотло ғаиләһенә ҡыҙ урынына бер юлы өс малай ҡайта. Оло йөрәкле әсәгә бер туған Дауыт, Самир һәм Ильяс исемле малайҙарҙы (исемдәре үҙгәртелде) тәрбиәләргә ышаныс күрһәтелә. Был ваҡиғаға ла инде ике йыл ваҡыт үткән.
Бала алып ҡарау тигәс, үкенескә ҡаршы, тәү сиратта аҡса эшләү күҙ уңынан китмәй. Бәлки, кемгәлер шулайҙыр ҙа. Тик 5 200 һумлыҡ дәүләт ярҙамы менән нисек аҡса эшләргә икән? Бит әңгәмәсем белдереүенсә, яңыраҡ ҡына әлеге малайҙарҙы медицина учреждениеһына алып барыу өсөн һәммәһенә 5 мең һум аҡса киткән. Ашатыу, кейендереү, түңәрәктәр... Ғөмүмән, фекерҙең хаталы икәненә инанып ҡуяһың. Улай ғына ла түгел, ошондай аҙымға барған ғаиләләр һоҡланыу тыуҙыра.
Әлбиттә, бала йыһаз түгел, алып ҡайттың да, ултыртып ҡуйҙың, ти. Беренсе көндән үк тынғыһыҙ, мәшәҡәтле эш башлана – тәрбиә эше. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына элекке ғаиләһендәге хаталар аша психикаһы боҙолған, сәләмәтлеге ҡаҡшаған балалар улар. Шуға кемдер был һынауҙы күтәрә алмай, сабыйҙарҙың өмөтөн ҡабаттан селпәрәмә килтереп, кире тапшыра, кемдер бәхетле ғаилә булып йәшәп китә. Аңлауығыҙса, Ҡолдобаевтар – бәхетле ғаилә, сөнки әсәләре улдарына
дөрөҫ юл күрһәтә алған, һынауҙарҙы лайыҡлы күтәргән. Инде шәхес булып формалашҡан балаға аҡты ҡаранан айырырға өйрәтеү еңел түгелдер ул.
– Балаҡайҙарым элекке тормоштарын иҫләп, ҡайһы берҙә әле булһа ҡурҡып китә, шуға уларҙы үҙемдекеләрҙән бер нисек тә айырмаҫҡа, барыһына ла тигеҙ ҡарарға тырышам, үҙҙәре лә бер-береһенә ныҡ һыйына, кейендерешә, йорт эштәрен тигеҙ үтәй, – ти Лилиә Айрат ҡыҙы улдары хаҡында. – Барыһы ла өйҙөң йәме, – тип өҫтәп тә ҡуя.
Беҙҙең өйҙөң йәме тигәс, Мостай Кәримдең ошо исем менән Башҡортостанға ғына түгел, сит илдәргә лә киң таралған әҫәре иҫкә төшә. Хәл-ваҡиғаларҙа уртаҡлыҡ та бар төҫлө. Тик айырма шунда: әҫәрҙә Оксана етем ҡалып, Йәмилдәргә һуғыш мәлендә йәшәргә килә, ә был малайҙар Ҡолдобаевтарға – тыныс тормошта! Күтәрә алмаҫтайҙы күтәрә әҙәм балаһы, ә бына рәхәтенә түҙеп ҡара! Эскелек, әҙәпһеҙлек яуапһыҙлыҡ... Хәйер, малайҙарҙың үткәнендә соҡонмайыҡ әле, бөгөнгөһө ҡәҙерле – ә бөгөн улар бәхетле! Лилиә ханымды “әсәкәйем” тип бер килеп ҡосаҡлауҙары ғына ни тора!
...Өй – эш – ҡаланың 4-се мәктәбе – 20-се мәктәп – 92-се балалар баҡсаһы – 64-се балалар баҡсаһы – Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе. Был Лилиә ханымдың аҙнаһына өс тапҡыр үтә торған маршруты. Балаларҙы башта мәктәптән ҡаршылай, кемделер өйҙә ҡалдырып, баҡсаға китә, унан күмәкләп 5 улын һәм 2 ейәнсәрен етәкләп йүгерә-йүгерә театрға, милли бейеү түңәрәгенә килеп инә улар. Мең мәшәҡәте араһында ҡайһы берәүҙәр шикелле һылтауҙарға таянмай, балаларын рухлы итеп үҫтерергә лә ваҡыт таба әңгәмәсем. Малайҙарҙың намаҙға баҫыуы – айырым иғтибарға лайыҡ.
Ысынлап та, әсәнең көнөнә мәшәҡәте мең булып китәлер. Бит Лилиә Ҡолдобаева бер үҙе өс урында (!) урам һепереүсе булып эшләй, үҙе руль артында йөрөй (ике машина туҙҙырып, өсөнсөһөн алған инде), балаларға ашарға бешерергә кәрәк, йыйыштырырға.... Изге йөрәкле, тырыш ҡатындың рухи көсөнә, дәртенә күҙ теймәһен. Үҙ ояһын булдырып, нисек итеп донъя көтөп ята бит. Бәғзе берәүҙәр шикелле ярҙамға мохтаж түгел, ә үҙе ярҙам итергә әҙер. Оҙаҡ йылдар таң һарыһынан ҡышҡы селләлә урам таҙартып, хеҙмәте өсөн ҙур фатирлы булған, баҡсаһында балалары менән йәшелсә-емеш үҫтереп, үҙҙәрен бағалар, хеҙмәт тәрбиәһе үтәлә. Ә бит улар башҡа ишле ғаиләләр һымаҡ бушлай ер ҙә, “Әсәлек капиталы” ла алмаған, тәүге бала тапҡан өсөн түләүҙәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Итәк тултырып бала үҫтереү өсөн шарттарҙан бигерәк теләк кәрәк шул...
Ҡолдобаевтарҙың ҡото артабан да китмәһен, ә Лилиә ханыма ошоларға өҫтәп, ҡатын-ҡыҙ бәхете лә теләге килә.
...Теге саҡтағы һымаҡ уңға-һулға баҡмай хәҙер Лилиә, уның быға ваҡыты ла юҡ, сәбәбе лә...