Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта

Күптән түгел «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайында Башҡортостандың көньяҡ төбәгендәге ҡалаларҙың ветеран волейболсылары осрашты.

Ярты быуаттан ашыу ғүмер үткән ир-уҙамандар ҙа волейбол уйнарға ярата икән, хатта мауығып китеп иҫәп өсөн түгел, ә команда менән бергә еңеү һәм еңелеү мәлдәрен кисерер өсөн генә сыға майҙанға. Был уйында алыҫҡа йүгерергә кәрәкмәһә лә, тупты ергә төшөрмәй осороп йөрөтөп, ҡаршы командаға индереү өсөн бейеккә һикереп һуғырға әллә күпме физик әҙерлек талап ителә. Әммә ләкин ветерандар бирешергә теләмәй, киреһенсә, сәмләнеп китеп, тупты һуғырға тырыша.
Турнирҙы асыу тантанаһынан һуң ветерандарҙың оҫталыҡтарын сәмләнеп күҙәттек. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай һәм Мәләүез ҡалаларының ветеран волейболсылары иһә йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, күңелдәре тулғансы, бер-береһенә тупты сәпәне лә сәпәне. Әйтерһең дә, келәттәрҙән дары еҫен һағынып сыҡҡан пушкалар, ғәйрәтләнеп, бер мәлдә барлыҡ йәҙрәләрҙе атып бөтмәксе.
Уйын яланына өлкәндәр сыҡҡанға күрә, ҡағиҙәләр бер аҙ йомшартылған, еңеү өсөн ике партияла өҫтөнлөк күрһәтеү етә. Стәрлетамаҡ командаһы бөтә уйындарҙы ла 2:0 иҫәбе менән еңеп, турнир еңеүсеһе булды. Бөтә осрашыуҙар ҙа командабыҙ өсөн ауырлыҡ менән барҙы. Мәҫәлән, Ишембайҙан килгән ҡунаҡтар тәүге уйында уҡ хужаларҙы еңеп үк бара ине, партия аҙағында стәрлеләр еңеүҙе тартып алды, ә финалда уйнаған Салауат ҡалаһы командаһы бер нисә мәрәйгә генә артта ҡалды. Шулай итеп, Салауаттар - икенсе, ә Ишембай спортсылары, Мәләүез командаһын еңеп, бронза миҙал яуланы.
Читайте нас