Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Бер ҡыйыҡ аҫтында өс ғәләм

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә замандаштарыбыҙ Буранбай Исҡужиндың “Салауат сәләме”, Әҡсән Хәлиловтың “Өмөтдар”, Фәрит Әхмәтовтың “Берләм юл” китаптары бер ҡыйыҡ аҫтында донъя күрҙе.

Башҡорт әҙәбиәтенең үҙенсә-лекле шағиры, драматург, Баш-ҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Буранбай (Бүребай) Мәхмүт улы Исҡужинды 1986-1989-сы йылдарҙа уҙған “Йәштәр” фестивалдәренән алып беләм. Ул 1952 йылдың 15 ғинуарында Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. 1968 йылда Баймаҡ интернат-мәк-тәбен тамамлай. Башҡорт дәүләт университетының филология фа-культетында уҡый.
Буранбай Исҡужин – күп яҡлы талант эйәһе – шағир ҙа, прозаик та, драматург та ине. Өлкәндәр һәм балалар өсөн сығарған шиғри китаптары: “Тормош боролоштары”, “Аҡ менән ҡара”, “Зилә, Ғәли һәм мин”, “Тамғалар”, “Аҡсарлаҡ” китап уҡыусылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Беҙгә уның Арыҫлан Мөбәрәков исемен-дәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштергән “Ғилмияза” драмаһы ла яҡшы таныш. Уның бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. Шағирҙың шиғырҙарында сихри наҙ ҙа, үткер ҡаяу ҙа, өмөт һәм өмөтһөҙлөҡ кеүек хис-тойғолар ҙа һүрәтләнә.
Алдашмайым, – алтын түгелмен
мин.
Эйе, электән үк баҡырмын.
Әммә тормош шундай итеп йышты –
Алтын һымаҡ оҙаҡ балҡырмын! – тип яҙа ул алдан күргәндәй ижади балҡышын.
Барыбыҙға ла яҡшы таныш ҡәләмдәшебеҙ Әҡсән Хәлилов шиғырҙарында афористик әйтемдәр аша фәлсәфәүи фекерҙәр һалынған ҡыҫҡа, аҡ шиғырҙар тәҡдим итә. Әҡсән Нәсретдин улы 1959 йылда Көйөргәҙе районы Түбәнге Кинйә-Абыҙ ауылында тыуған. Өфө ҡалаһының 1-се интернат- мәктәбендә уҡый. Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлеген тамамлай. Силәбе өлкәһе Минйәр ҡалаһында металлург та булып эшләй. Стәрлетамаҡта сығып килгән “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире була. Бөгөнгө көндә 2-се лицей-интернатта тәрбиәсе булып эшләй. “Хөкөмдар”, “Һағауыл”, балалар өсөн “Күҙлекле өкө” исемле китаптар авторы. Шағирҙың яңы китабы табышмаҡлы булыуы менән алдыра, минеңсә. Мәҫәлән,
Һөйөү
Доғанан үтмәй...
Йөрәктән китмәй...
Ә аҡылға ... буйы етмәй.
***
Урамда – бәндә, урманда
бүре өйөрөлә.
Алғы рәттәгеләр өсөн тел – байраҡ.
Арттағылар алғы рәткә теш ҡайрай.
Китапҡа шулай уҡ Фәрит Әхмәтовтың тыуған еренә, уның тәбиғәтенә, ауылдаштарына ҡарата һәм тормош ауырлыҡтарына биреш-мәйенсә йәшәргә өндәүсе тәрән тойғо-хистәр менән һуғарылған ижады тупланған.
Фәрит Йәғәфәр улы Әхмәтов 1949 йылдың 6 ноябрендә Стәрлебаш районы Мортаҙа ауылында белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында шоферлыҡҡа уҡып, колхозда эшләй. Бала сағынан уҡ шиғриәткә тартыла. Шиғырҙары район һәм үҙәк матбуғатта йыш ҡына баҫылып тора. 2009 йылда З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Дилбегәм” исемле тәүге китабы донъя күрҙе. 2010 йылда иһә республиканың “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзитендә “Аҡмулла” ҡушымтаһы лауреаты була.
Һындырмағыҙ ҡайындарҙы,
Йыртмағыҙ аҡ туҙҙарын!
Суҡтарында яҙғы моң бар,
Тыңлағыҙ моң һуҙғанын -
тип яҙа Фәрит Әхмәтов үҙенең «Яҙғы моң бар» шиғырында.
Йыйынтыҡта замандаштары-быҙҙың күңел ынйылары сағылыш таба. Уларҙың һәр ҡайһыһы Тыуған илгә, тыуған яҡҡа, туған телгә булған һөйөүен үҙенсәлекле шиғырҙары аша асып бирә. Быға һеҙ китапты ҡулығыҙға алып уҡығас та инанырһығыҙ.
Читайте нас