Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Бергә яҡтыраҡ!”

Күптән түгел ошондай исем аҫтында Бөтә Рәсәй фестивале үтте.

Был саранан ҡаланың 47-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Уны Экология йылында үткәреү бигерәк тә отошло булды. Сөнки фестивалдең төп маҡсаты ла балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тәрбиәләү, тыуған йортобоҙҙо, урамыбыҙҙы, ҡалабыҙҙы таҙа тотоу, электр утына, селтәрҙәренә һаҡсыл ҡараш булдырыу ине. Акция дәррәү үтте. Кескәйҙәр кемуҙарҙан башватҡыстар, йомаҡтар систе. Ә “Файҙалы кәңәштәр” презентацияһы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн бигерәк тә файҙалы булды. Ҙур байрамға әүерелгән сараға музыкаль паузалар тағы ла йәм өҫтәне. Музыка аҫтында үткәрелгән уйындарҙан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Һуңынан балалар электр энергияһын һаҡсыл ҡулланыу буйынса йәнһүрәт ҡараны. Балалар баҡсаһында ойошторолған акция бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте.
Читайте нас