Етештереү майҙаны ғына 100 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән “Инмаш” технопаркында 17 компания
үҙ эшмәкәрлеген йәйелдергән. Йөк
тейәү-бушатыу, инженер коммуни-кациялары һәм, иң мөһиме, тимер юл селтәренә тоташҡан был технопракта предприятиелар төрлө йүнәлештә хеҙмәт тәҡдим итә һәм продукция сығара: нефть, химия өлкәһе, автотранспорттарҙы хеҙмәтләндереү һ.б.
Үткән һандарҙың береһендә эшмәкәрлеген ошо технопаркта йәйелдер-гән лифттар етештереүсе “РУСКО ЛИФТ” компанияһы хаҡында әйтеп киткәйнек инде. Республика етәксеһе был предприятие продукцияһын да ҡараны һәм лифттар сығарыуҙы көсәйтергә кәрәк, тип белдерҙе.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һуңғы ваҡытта инженерҙар әҙерләү, робо-тотехника өлкәһендә үҫешә. Бындағы махсус класта студенттарҙан тыш 200-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы шөғөлләнә һәм инженер оҫталығына өйрәнә.
– Балаларҙың, йәштәрҙең бындай технопаркта шөғөлләнеүе киләсәктә уларҙа яңыса фекерләү, төрлө идеялар уятасаҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов роботтарҙы, инженерлыҡ өлкәһендәге проекттарҙы ҡарап һәм уларҙың авторҙары менән танышып.
Башҡортостан Башлығы республи-каның Сәнәғәт һәм инновация сә-йәсәте министрлығы коллегияһының ултырышында ла ҡатнашты. Унда министрлыҡтың үткән йылда башҡарған эштәренә йомғаҡ яһалды һәм алдағы йылдарға үҫеш аҙымдары ҡаралды.
– Беҙ химия, нефть химияһы, машиналар төҙөү буйынса ил кимә-лендәге күрһәткестәргә эйә сәнәғәт ҡалаһы Стәрлетамаҡта, – тип сәләмләне Рөстәм Зәки улы сарала ҡатнашыусыларҙы. – Дөйөм алғанда һөҙөмтәләр яҡшы, тик бушаҡ урындар ҙа юҡ түгел: сәнәғәтселәр, эшҡыуарҙар һаман да мөмкинлектәрҙе тулыһынса, дөрөҫ файҙаланмай, һәр кем “бейек ҡойма ҡороп”, уның артында йәшенеп ултыра, дәүләт программаларында ҡатнашырға ашыҡмай, – тип шелтәләп тә алды.
Республиканың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алек-сей Карпухин билдәләүенсә, төбәктә дөйөм сәнәғәт етештереү күләме 1,5 триллион һумға етеп, беҙ Рәсәйҙә 11-се урында һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләйбеҙ. Шулай уҡ был тармаҡта эш хаҡының (7 процентҡа) артыуы ла ҡыуаныслы – уртаса 37 мең һум.
Шулай ҙа сәнәғәт етештереү күләме буйынса әүҙем үҫешкән төбәктәрҙе ҡыуып етергә кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, әүҙемерәк эшләргә һәм етештереүселәргә, эшҡыуарҙарға берҙәм булып, ҡыҙыҡһындырырҙай проекттар әҙерләргә кәрәк – бына ниндәй бурыстар ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов ултырышты йомғаҡлап.