Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“ӘҘӘБИ КАФЕ”ЛА ШИҒЫР МЕНӘН ҺЫЙЛАНЫЛАР

Яҙҙың беренсе көнөндә мөхәббәт тураһында һөйләшмәй мөмкин түгелдер. Һыуыҡ көндәргә ҡарап тормай ҡояштың нурын һиҙеп ҡалған ҡоштар ҡайһылай сутылдаша. Тиҙҙән боҙҙар ҙа, шартлап ярылып, ағып китер. Был мәлдә тыныс ҡына ултыра аламы һуң шиғри күңеллеләр, Рәшит Назаровтың «Йөрәк» шиғырындағы кеүек, үҙ хистәрен, үҙ тойғоларын асып һалмайынса. Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән “Етегән – 2018” Республика байрамы шиғриәт һөйөүселәрҙе кафеға саҡырҙы.

Дөрөҫөрәге, Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә ойошторолған ”Әҙәби кафе”ға. Ә инде бында ҡунаҡтарҙы шиғырҙар менән һыйлау – ғәҙәти күренеш.
Үҙенсәлекле аралашыуға ҡаланың шағирҙары һәм яҙыусылары, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт һәм төрки телдәр филологияһы факультеты студенттары һәм уҡытыусылары йыйылғайны. Уларҙы Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡорол-тайы башҡарма комитеты рәйесе Ләй-сән Йосопова сәләмләне. Филология фәндәре кандидаты Айнур Үтәев етәкселегендәге «Ашҡаҙар» түңәрәгендә шөғөлләнеүсе студенттар шиғырҙарын яңғыратты. Ә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары мөхәббәт һәм ғаилә темаһына шиғри-йырлы композиция күрһәтте.
Йәштәрҙән һуң Фаяз Йомағужин, Асия Басирова, Земфира Муллағәлиева үҙ шиғырҙарын уҡып, фекерҙәрен еткерҙе. Педагогия фәндәре докторы, профессор В.И. Баймырҙинаның «Бө-гөнгө көндә халыҡ педагогикаһы һәм ғаилә» темаһына арналған доклады йәнле фекер алышыуға килтерҙе.
Ә инде Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе солистары Зөлфиә һәм Рәмил Әбүбәкировтарҙың сығыштары сараға моң ғына өҫтәп ҡалманы, Йәғәфәровтар, Мөхәмәтйә-новтар менән бер рәттән уларҙы ла өлгөлө ғаилә булараҡ алҡышланылар.
Читайте нас