Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

БИШЕНСЕ БИИШЕВА УҠЫУҘАРЫ ҮТТЕ

Стәрлетамаҡта тыуған төйәгебеҙҙең уникаль йөҙөн булдырыу мәсьәләләрен өйрәнделәр.11 апрелдә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡор-тостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған “V Биишева уҡыуҙары» үтте.

Быйыл был фәнни-ғәмәли конференция тарихи шәхестәребеҙҙең, яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың исемен мәңгеләштереү мәсьәләләренә арналды. Беҙҙең филиалдың башҡорт һәм төрки филологияһы факульте-тында традицияға әйләнгән был конференция халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереү өлкәһендә бер аҙым булып тора.
Быйылғы «V Биишева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы Стәрлетамаҡ филиалында йыл да үткәрелә килгән «Йәштәр. Прогресс. Фән» фестивале сиктәрендә үтте. Унда ҡатнашыу өсөн студенттар һәм республиканың төрлө төбәктәренән мәктәп уҡыусылары – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы, Күмертау, Ишембай, Өфө, Туймазы ҡалалары, Көйөргәҙе, Мәләүез ҡалаһы һәм райондары 200-гә яҡын эш тәҡдим итте. Конференция сиктәрендә мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт филологияһының; тыуған яҡты өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фәнни-тикшеренеү эштәренә республика конкурстары иғлан ителгәйне. Сара барышында уларға йомғаҡ яһалды. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенттары араһында З.Биишева ижады буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсы еңеүселәре билдәләнде.
Конференцияның фәнни йүнәлешендә ике төп теманы билдәләргә кәрәк: З.Биишева ижады һәм уны мәңгеләштереү; башҡа күренекле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү тарихы. Шуға күрә конференцияла әҙәби түңәрәктәр, крайҙы өйрәнеү түңәрәктәре ағзалары, әҙәби һәм крайҙы өйрәнеү музейҙары етәкселәре көтөп алынған ҡунаҡ булды.
Мәктәптәрҙең, урамдарҙың танылған яҡташ-тарыбыҙҙың исемен йөрөтөүе, данлы ваҡиғаларға, боронғо һәм хәҙерге тарихыбыҙға бәйле скульптуралар, һәйкәлдәр, таҡтаташтар ҡуйыу, крайҙы өйрәнеү музейҙары, әҙәби музей-ҙар эшмәкәрлеге йәш быуынды илһөйәрлек ру-хында тәрбиәләү, мәҙәни
традициялар күсәгилеш-леген тәьмин итеү һәм, әлбиттә, күп милләтле республикабыҙҙа поли-культур мөхит булдырыу кеүек бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелә.
Бөгөнгө шарттарҙа ҡала, ауылдарҙың, респуб-ликабыҙҙың үҙ йөҙөн булдырыу – матди булмаған байлыҡты һаҡлау ғына түгел, ул бер үк ваҡытта иҡтисад менән бәйле мөһим мәсьәлә. Республикабыҙ ҡала һәм ауылдарының тышҡы йөҙөнә бәйле үҫеш стратегияһында, брендинг сәйәсәтендә, ауыл-ҡаланың имиджын булдырыуҙа ошонда йәшәүсе күп милләтле халыҡтың донъяға ҡарашы, фәлсәфәһе, мифологияһы, милли-мәҙәни ҡиммәттәренең сағылыш табыуы бар яҡтан отошло. Мәҫәлән, туризм өлкәһендә күп мәҙәниәтле, башҡаларҙан айырым үҙенсәлекле йөҙө булған төбәк кенә уңышҡа ирешәсәк, ә унификация, киреһенсә, ҡамасаулаясаҡ. Бөтәһе лә: мәктәп, урам, кибет исемдәренән алып кескәй генә скульптураларға, ҙур музейҙарға тиклем – донъя менән коммуникация-аралашыу юлы булып тора. Заманса талаптарҙан сығып, уның менән дә эффектив ҡулланырға өйрәнергә тейешбеҙ. Гуманитар өлкәләләрҙә: тарих, этнокультур белемгә булған белгестәрҙең компетенциялары ошо диалогты тәрәнәйтә, байыта, тыуған төйәгебеҙҙе донъя кимәлендә танытырҙай имиджын булдырыуға хеҙмәт итә ала. Беҙҙең бурыс донъя кимәлендә барған тенденцияларҙы өйрәнеүҙә һәм республикала йәшәүсе күп милләтле халыҡтарҙың этномәҙәни компоненттарын глобаль кимәлгә сығарыуҙа булышлыҡ итеүҙән ғибәрәт. Ер йөҙөндәге миллион ҡала-ауылдар араһында үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙең уникаль йөҙөн күрһәтеү һәм һаҡлау бурысы йәштәр алдына ошо рәүешле килеп баҫа.
Конференцияла БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы һәм Жәлил Кейекбаевтың Ҡаран-йылғалағы Йорт-музейы араһында фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү хаҡында өс яҡлы Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошондай уҡ ике яҡ өсөн дә файҙалы килешеүҙәр хаҡында Денис Бүләков исемендәге Смаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Күгәрсен районы Мәҡсүт урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Өфөләге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Конференцияла ҡатнашыусылар ғилми эҙләнеү-ҙәрҙең проблематик йүнәлештәрен яңыртыу, заманға яраҡлаштырыу, предмет-ара бәйләнештәрҙе нығытыу хаҡында фекер алышты.
Тарихи белешмә: республика тарихында З.Биишева исемен мәңгеләштереүгә бәйле бер яҡты бит булғаны мәғлүм: 2008 йылда Стәрле-тамаҡ дәүләт педагогия академияһына (элекке пединститут) халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исеме бирелгәс, 2009 йылда ошонда уҡ яҙыусының музейы асылды. Әҙибәнең тыуған ауылында гөрләп эшләп торған төп музей барында, яңы музейҙың үҙенсәлекле йөҙөн табыуы ҡатмарлы ғына мәсьәлә була. Шуға музейҙың З.Биишеваға бәйле ғилми, методик йүнәлештәге материалдарҙы туплаусы үҙенсәлекле үҙәк булараҡ формалашырға тейешлеге маҡсат итеп алына. Халыҡ яҙыусыһының музейы бөгөн дә гөрләп эшләп тора. Мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың эҙе һыуынмай. Музей ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле мәҙәни-әҙәби үҙәге ролен башҡарыуҙы уңышлы дауам итә, бында дәрестәр үтә, экскурсиялар ойошторола. Белем биреү өлкәһендә барған реформалар нигеҙендә 2012 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы Стәрлетамаҡтың Башҡорт дәүләт университеты филиалына ҡушылды. Яңы структураға 7 факультетында уҡып йөрөгән 7 мең студенты менән күсте беҙҙең академия. Ә инде уның Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен йөрөтөү йылдары ғорурлыҡ менән иҫкә алырлыҡ яҡты биттәр булып тарихта ҡалды.
Читайте нас