Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Бушаҡ урындар”ҙы бөтөрөргә ваҡыт

...Күреү һәләтенән мәхрүм Илнур исемле егеткә әңгәмә ҡорорға барғанда бер күренештә уның өсөн ҡыуанып ҡуйғайным: заманса, уңайлы, ҙур лифт “телгә килеп” ишектәр ябылыуын, кәрәкле ҡатҡа килеп етеүҙе иҫкәртеп тора, үҙеңдең хәүефһеҙ зонала икәненде тояһың. Шулай ҙа һүҙем әлегә социаль шарттар түгел, ә сәнәғәт һәм инновацион үҫеш хаҡында. Бындай лифттар хәҙер үҙебеҙҙә – Стәрлетамаҡта ла етештерелә бит.

Буласаҡ инженерҙар сәнәғәтте үҫтерерме?
Һуңғы ун йылда Башҡортостандың сәнәғәт индексы тотороҡло үҫешә. Был күрһәткес ҡалған үҫештең локомотивы булып тора. Беҙҙә сәнәғәт эшмәкәрлегендәге 29 йүнәлештә туғыҙ мең предприятие эшләп килә. Шул иҫәптән уларҙың 396-һы эре һәм урта компаниялар рәтенә инә. Әммә, әйтергә кәрәк, улар араһында ҡайһыһындыр айырып ҡарап булмай. Эске баҙар шарттары, продукцияға ихтыяж йыл да алдынғыларҙы төрлөсә билдәләй. Бер йыл, мәҫәлән, химия буйынса алға китеш булһа, икенсеһендә деталдәр етештереү өлкәһендә ынтылыш күҙәтелеүе ихтимал.
Төр тигәндән, һуңғы ваҡытта электроника буйынса үҫеш хаҡында йыш ҡына бәхәс тыуа. Был тәбиғи, сөнки нәҡ әлеге йүнәлеш көнүҙәк бит. Был йәһәттән Башҡортостандың ниндәй мөмкинлектәре бар?
- Электроникала бөгөн уңышлы эшләр өсөн тырышыу ғына аҙ, ә кисә, унан алдағы көндә көс һалыу мотлаҡ, әгәр был өлкөлә беҙҙә алға китеш булһа – был ҙур еңеү, - тип билдәләне, мәҫәлән, республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин үҙенең “Россия 24” каналына биргән бер интервьюһында. Нисек кенә булмаһын, төбәктә сәнәғәт үҫеше күҙәтелә, электроника буйынса алға китербеҙме-юҡмы (һәр хәлдә, тейешбеҙ), ә бына химия, нефть химияһы, файҙалы ҡаҙылмалар һәм башҡалар буйынса республиканың мөмкинлектәре ҙур. Хәйер, электроникала ла өмөттәр бағларға нигеҙ бар. Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта булғанда ошо хаҡта билдәләп үтте.
Төбәк етәксеһенең шул уҡ эш сәфәре барышында танышҡан предприятие эшмәкәрлеге миҫалында ҡарағанда, производство әүҙемләшә. Тик етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.
Етештереү майҙаны ғына 100 мең квадраттан ашыу тәшкил иткән “Инмаш” технопаркында, әйтәйек, 17 компания үҙенең эшмәкәрлеген йәйелдергән. Йөк тейәү-бушатыу, инженер комму-никациялары һәм, иң мөһиме, тимер юл селтәренә тоташҡан был технопаркта предприятиелар төрлө йүнәлештә хеҙмәт тәҡдим итә һәм продукция сығара: нефть, химия өлкәһе, автотранспорттарҙы хеҙмәтләндереү һ.б.
Өҫтәрәк продукцияһын телгә алып киткән “РУСКО ЛИФТ” компанияһы производствоһын ошо технопаркта йәйелдергән. Республика етәксеһе ике тиҫтәнән ашыу төбәктә лифттарҙы ремонтлау һәм алмаштырыу менән дә шөғөлләнгән был предприятиеның продукцияһын ҡараны һәм, киләсәктә лифт етештереүҙе арттырырға кәрәк, тип белдерҙе.
Етештереүселәрҙең ихтыяжын хәстәрләп
Әлбиттә, бында, бәлки, “Роснефть”, “Башҡорт сода компанияһы”, “Газпром Нефтехим Салауат”, “Өфөоргсинтез”,“ТАУ НефтеХим” һымаҡ ил кимәлендә ҙур күләмдә продукция етештергән сәнәғәт магнаттары, уларҙың ыңғай динамикаһы хаҡында һүҙ йөрөтөү урынлыраҡ та булыр ине. Уның ҡарауы, әлеге магнаттар алдағы тиҫтә йылға етди пландары һәм перспективаһы булған, үҙ стратегияһын төҙөгән ҙур предприятиелар. Әйткәс әйтәйек инде, уларҙың ҡайһы береһенең һатып алыу мөмкинлеге генә лә республика йыйылма бюджетынан байтаҡҡа күберәк. Улай ғына ла түгел, бөгөн “нисек үҫешергә?”, “нисек инвестиция индерергә?” тигән мәсьәләләр менән янған урта һәм бәләкәй предприятиеларҙың хәлен еңеләйтеү, ярҙам итеү мөһим. Тик нисек итеп?
Башҡортостан Башлығы респуб-ликаның Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһының ултырышында был хаҡта билдәләп китте. Унда министрлыҡтың үткән йылда башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһалды һәм алдағы йылдарға үҫеш аҙымдары ҡаралды.
- Беҙ химия, нефть, машиналар төҙөү буйынса ил кимәлендә күрһәткестәргә эйә сәнәғәт ҡалаһы Стәрлетамаҡта, - тип сәләмләне Рөстәм Зәки улы сарала ҡатнашыусыларҙы. – Дөйөм алғанда, йомғаҡтар яҡшы, тик «бушаҡ урындар» ҙа юҡ түгел: сәнәғәтселәр, эшҡыуарҙар һаман да мөмкинлектәрҙе тулыһынса, дөрөҫ файҙаланмай, берләшеп, продукция сығарыуҙан алып уны ҡул-ланыусының цехында урынлаштырыуға тиклем эште күмәкләп башҡараһы, кооперативтар барлыҡҡа килтерәһе, яңы интеллект, интернет сәнәғәте тураһында уйланаһы урынға, һәр кем “бейек ҡойма ҡороп”, уның артында йәшенеп ултыра, дәүләт программаларында ҡатнашырға ашыҡмай, - тип, етешһеҙлектәрҙе лә урап үтмәне. - Хатта ҡайһы берҙәрегеҙ ошо сара тиҙерәк бөтһөн тип ултыра, - тип шелтәләп тә алды. - Ғөмүмән, берҙәм үҫешергә өйрәнергә ваҡыт!
Атап әйткәндә, федераль төбәк кимәлендә дәртләндереүсе төрлө маҡсатлы программалар бар, әммә сәнәғәтселәр уларҙы ауыҙлыҡларға, проекттар әҙерләп тапшырырға теләмәй. Был программаларҙың ҡайһыһы проектҡа сығымдарҙы тулыһынса, ҡайһыһы өлөш-ләтә күтәрергә әҙер. Шул уҡ ваҡытта, федераль сәнәғәт үҫеше фонды, мәҫәлән, инвестиция йәлеп итеү, продукцияны донъяуи кимәлдә көнәркәшлек буйынса һәләтле итеү өсөн предприятиелар менән эш алып бара. Уның ярҙамында киләсәктә 18 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа килтереү, 200-ҙән күберәк яңы производство асыу, фонд аҡсаһынан тыш 1299 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итеү планлаштырыла.
Фондтың йылына биш процент менән займдар бүлеүе айырым иғтибарға лайыҡ. Уйлай китһәк, ошо проекттар араһында беҙҙең республика сәнәғәт вәкилдәренең дә эштәре, бүленгән аҡсала уларҙың да өлөшө булыуы мөмкин бит. Тик күберәк эҙләнергә, өйрәнергә һәм тырышырға ғына кәрәк.
Әлбиттә, бар ул ҡатнашырға теләк белдереүселәр, әммә был тәңгәлдән йәнә эре предприятиелар тураһында ғына һүҙ йөрөтөргә ҡала.
Сағыштырыу өсөн ҡайһы бер һандарға туҡталып китеү урынлы булыр. Мәҫәлән, Башҡортостан Рәсәйҙең биш төбәге араһында уҙғарылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проектында ҡатнаша. Был проекта республиканан 9 номинант булһа, Пермдә шул уҡ ваҡытта – 25!
Аттың тәртәһе лә бар...
Һүҙ ҙә юҡ, етештереүселәр баҡсаһына ғына таш ырғытыу объектив ҡараш булмаҫ ине. Уларҙың юлында осраған кәртәләрҙе лә (үҙҙәре төҙөгәне түгел) урап үтергә ярамай. Мәҫәлән, киң билдәлеһе – бюрократик кәртәләр. Бынан тыш, про-
изводствоға инновация-лар, инвестициялар ин-
дергән предприятиеларға килем алыуҙан түләнгән һалымға ташламалар, уларҙы закон менән нығытыу һымаҡ мәсьәләләр бар. Эйе, яңы цех асты, ти эшҡыуар, яңы эш урындары булдырҙы. Тик был проекттың уңышлы килеп сыҡмауы ла ихтимал – ошондай хәүефтәрҙе страховкалау системаһын да камиллаштырырға кә-рәктер. Лизингка техника алыу – йәнә ике яҡтан да әүҙемлек талап иткән күренеш.
Иң мөһиме: сәнәғәт өлкәһендә эшләүселәр – һәр саҡ республика иғтибарында. Быға күптән түгел төбәк кимәлендә Сәнәғәтте үҫтереү фонды барлыҡҡа килеүе - асыҡ дәлил, «Эксперт» (сит илгә сығарыуҙа) булышлыҡ итеү үҙәге һәм башҡа институттарҙы ла телгә алырға булыр ине. Ғөмүмән, мәшәҡәттәр бар, ләкин уларҙы йырып сығырға була, бының өсөн шарттар тыуҙырылған.
Йомғаҡлау урынына
Шулай ҙа күрһәткестәр ҡайһы бер йүнәлеш буйынса насар түгел, тип әйтеп киттек алдараҡ. Быларҙы килтерелгән һандар буйынса асыҡларға мөмкин. Республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәт министры Алексей Карпухин билдәләүенсә, төбәктә дөйөм сәнәғәт етештереү күләме 1,5 триллион һумға етеп, беҙ Рәсәйҙә 11-се, ә Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләйбеҙ. Шулай уҡ был тармаҡта эш хаҡының (ете процентҡа) артыуы ла ҡыуаныслы – уртаса 37 мең һум.
Шулай ҙа “бушаҡ урындарҙы” бөтөрөп, сәнәғәт етешетереүе күләме буйынса әүҙем үҫешкән төбәктәрҙе ҡыуып етергә кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, әүҙемерәк эшләргә һәм етештереүселәргә, эшҡыуарҙарға берҙәм булып, ҡыҙыҡһындырырҙай проекттар әҙерләргә кәрәк – бына ошондай бурыстар ҡуя Рөстәм Хәмитов.
Һандар һәм дәлилдәр:
Сәнәғәт секторында килем 138 миллиард һумдан ашып киткән.
Башҡортостан Хөкүмәте үткән йылда 18 сәнәғәт предприятиеһы менән өҫтөнлөклө инвестиция проекттары буйынса 190 миллиард һумға килешеү төҙөгән. Был проекттар нигеҙендә 4 мең кеше эш менән тәьмин ителәсәк.
Былтыр 12 оборона-сәнәғәт комплексында граждан һәм ике маҡсатлы продукция етештереү дөйөм продукцияның 17 процентын тәшкил иткән.
Киләсәктә урман эшкәртеү сәнә-
ғәтендә 18 миллиардлыҡ проект-тарҙы тормошҡа ашырыу көтөлә.
Читайте нас