Кеше ғүмере - яҙылмаған китап
Был уникаль инәй тураһында мин осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Урамда “Ашҡаҙар” гәзитенең күптәнге дуҫы Флүрә апай Аҡсулпанова тап булды, ул йөҙ йәште үткән бик өлкән еңгәһенең хәлен белергә китеп барыуы тураһында әйтте. Әлбиттә, минең өсөн көтөлмәгән был яңылыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, күпте күргән, бер быуатлыҡ тере тарихтың шаһиты булған шәхесте тиҙерәк күреп һөйләшкем килде. Шундай уйҙар менән инәйҙең өйөнә юлландым.
Хрущев заманында төҙөлгән кирбес йорттоң бишенсе ҡатында урынлашҡан фатирҙа мине өлкән йәштәге мөләйем генә бер апай ҡаршы алды – инәйҙең килене Миңнесара икән. Ә төпкө бүлмәнән шунда уҡ: “Кем килгән, исеме нисек?” – тигән тауыш ишетелде. Уңарсы булмай яулығын артҡа сөйөп бәйләгән, күҙҙең яуып алып торған эре биҙәкле күлдәк кейгән мыҡты ғына кәүҙәле, килешле генә бер әбей килеп сыҡты. Ә йөҙөндә бер сирыш та юҡ. Үҙе сабый бала шикелле эскерһеҙ, әле йырлап ебәрһенме, әле илап ебәрһенме - бер минут һүҙһеҙ тормай. Атаһын ерләгәнде иҫкә төшөрөп көнөнә бер нисә тапҡыр шулай илап ала икән ул... Нишләһен инде, уның өсөн был донъяла иң яҡын кешеһе булып атаһы хәтерендә ҡалған шул. Әсәһен бөтөнләй хәтерләмәй.
Ниҙәр генә күрмәгән үҙ ғүмерендә йөҙйәшәр инәйебеҙ! Әсәһенән ҡалғанда Ғәтифәгә ни бары өс кенә йәш була. Атаһы Әбделҡадир Иҫәкәй ауылында (хәҙерге Ишембай районы) ғына түгел, тирә-яҡта данлыҡлы бай була. Бик күп мал аҫрап, умарта тотоп, ит, бал һатып, хәләл көсө менән йыя ул байлыҡты. Атаһының Урта Азиянан дөйәләр алып ҡайтып ҡорбан салғандарын әле лә йыш ҡына иҫенә төшөрөп ала икән Ғәтифә инәй. Әбделҡадир байҙың тормошо ла байҙарса була, тәүге ҡатыны ҡапыл үлеп киткәс, йәшләй генә тол ҡалған ир бер юлы ике бисә ала. Ғәтифә бер түгел, ике үгәй инәй ҡулында ҡала.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр, илдә сыуалыштар башлана. Әбделҡадир-ҙы раскулачивать итеп, булған мөлкәтен тартып алып, һөргөнгә оҙаталар. Бөтөнләй ҡараусыһыҙ ҡалған туғыҙ йәшлек Ғәтифә ҡайҙа барып башын төртөргә белмәй, тамаҡ байына ялланып, кем ашата – шунда аҫрау ҡыҙ булып йөрөй. Йүкәнән дилбәгә бороп, ҡап һуғып көн күрә.
Ғәтифәгә бәләкәйҙән “кулак балаһы” тигән мөһөр тағалар, ҡағылып-һуғылып көн итә ул. Бер көндө ун ике йәшлек ҡыҙ баланы урлап алып ҡасалар. Кейәү кеше үҙҙәренең ауылыныҡы, ун ете йәшлек Ғәзизулла Яйыҡбай улы Хөснөтдинов була. Тик уның менән бәхетле генә итеп йәшәргә насип булмай Ғәтифәгә. Тапҡан балаларының тыуған береһе үлеп тора. Ярай әле Ишбулдыһына (1938 йылда тыуған) ғүмер биргән Хоҙай. Ире Ғәзизулланы, нахаҡ бәлә яғып, ҡулға алалар. Күп тә үтмәй, һуғыш башлана, Ғәзизулла үҙ теләге менән һуғышҡа китә, шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайтмай.
Инде хәҙер Ғәтифә бөтөнләй яҡлаусыһыҙ ҡала. Йәш ҡатынға ауылда председатель булып йөрөгән бер әҙәмдең күҙе төшә. Нисек тә үҙенә буйһондорор, һөйәркә итер өсөн гел генә эҙәрлекләп йөрөй башлай. Иллә мәгәр тәүәккәл дә, сәмле ле була Ғәтифә - һис тә бирешергә уйламай, өс кенә йәшлек Ишбулдыһын күтәреп, Петровский ауылына ҡасып китә. Тынысланып, матур ғына эшләп йөрөгәндә, унан да эҙләп таба ҡомһоҙ түрә. Бында ла тынғылыҡ булмаҫын аңлаған Ғәтифә Стәрлетамаҡҡа сығып китә.
Ул заман Эстәрленең ҡалаға әйләнеп, ныҡлы төҙөлөп ятҡан сағы. Ғәтифә төҙөлөш эшенә барып инә. Төҙөүселәрҙе үтәнән-үтә ел уйнап торған иҫке барактарға урынлаштыралар - ун алты кешене бер бүлмәгә килтереп тығалар. Бәләкәй генә Ишбулдыһы ла үҙе менән бергә шунда йәшәй. Аҙаҡ ул барактарҙы төрмәлә ултырған тотҡондарға бирәләр. Бына шулай 33 йыл 3-сө төҙөлөш идаралығында (СУ-3) йорт төҙөү эшендә бил бөгә ул! Ә бит уйлап ҡараһаң, ошо йылдар эсендә Стәрлетамаҡта ҡалҡып сыҡҡан күпме йортҡа уның ҡулдарының эҙе, күңел йылыһы һалынған! Намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн Ғәтифә Әбделҡадир ҡыҙы Хөснөтдинова РФ Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була, “Лениндың тыуыуына - 100 йыл” ордены, Бөйөк Ватан һуғышының - 50 йыллығы, 55 йыллығы, 60 йыллығы, 65 йыллығы, 70 йыллығына ҡарата миҙалдар менән бүләкләнә. Пенсияға сыҡҡас та яратҡан эшенән айырылғыһы килмәй, өс йыл эшләй. Эшенән киткәс тә эшен һағынып бер була - кешеләрҙең эшкә барғанын тәҙрәнән күреп илаған саҡтары ла аҙ булмай уның.
57 йыл килен менән тороп ҡара!..
Хәҙер Ғәтифә инәйҙең пенсияға сыҡҡанына ғына ла 46 йыл үтеп киткән. Был бит үҙе бер дәүер! Өйҙә ҡул ҡаушы-рып ҡына ултырмаған инәй. Берҙән-бер улы – Ишбулдыһының өс балаһын ҡарашып, йәй буйы баҡса үҫтереп, еләк-емеш һатып үтә уның йылдары. Килене Миңнесара менән 57 йыл (!) бергә иңгә-иң терәшеп донъя көтәләр. Бер ҡасан да һүҙгә килешмәйҙәр, әсәле-ҡыҙлы кешенән былайыраҡ татыуҙар. Шулай булмаһа, ике генә бүлмәле “хрущевка”ла шунса ваҡыт бергә йәшәй алыр инеме ни улар?! Хәҙер инде Миңнесара апай үҙе лә 80 йәштә. Үкенескә ҡаршы, улы Ишбулды бынан алты йыл элек донъя ҡуйған.
Бәләкәйҙән етемлектә ҡағылып-һуғылып, аслыҡ-яланғаслыҡты күп күргән Ғәтифә инәй оҙаҡ йәшәүенең серен үҙе лә аңлап етмәй. Ғүмере буйы ауыр эштә эшләү, алтмыш йылға яҡын бишенсе ҡатҡа менеп йөрөү сәбәпсе булдымы икән әллә, тип тә көлөп ҡуя. Күрәһең, ауырлыҡтар уны тик сыныҡтырған ғына.
Балаларының балаларын, уларҙың балаларын ғына түгел, үҙе йәшәгән йорт подъезындағы бөтә балаларҙы ла ҡараша изге күңелле Ғәтифә инәй. Эшкә йөрөгәндә күршеләре күп ваҡыт балаларын уға ышанып тапшырып ҡалдыра торған булған. Шуға ла Ғәтифә инәйҙе яратып, әле һаман да “маменька” тип кенә йөрөтәләр икән.
Ғәтифә инәй тағы бер яғы менән ғәжәпкә ҡалдырҙы. Үтә ныҡ тыйнаҡлығы арҡаһында, ошо йәшкә етеп, әле һаман инвалидлыҡ юлламаған. “Бер ерем дә ауыртмай, ағзаларым теүәл, ана, аяҡһыҙ-ҡулһыҙҙарға бирһендәр” тип, үҙе риза булмаған. Теләнселәп һоранып йөрөү, меҫкенләнеү – уның өсөн ят, оят нәмә. Балалары ныҡыша торғас, әле саҡ юллай башлағандар. Әйткәндәй, ул үҙ ғүмерендә ике тапҡыр ғына дауаханала ятып сыҡҡҡан: беренсе тапҡыр дизентерия арҡаһында, икенсеһендә – һуҡыр эсәге шартлап эләккән.
Аҡыллы кешеләр оҙаҡ йәшәй, тиҙәр. Ғәтифә инәйҙең һынсыл, талапсан, аҡыллы ҡарашында күпме йәшәү рухы ярылып ята! Бишенсе быуын вариҫ-тарын күреп, ҡулындағы тиҫбеһен тарта-тарта балаларына фатихалар биреп, ҡәҙер-хөрмәттә көн итә бөгөн ағинәй. Бишенсе быуын өләсәйеңде күреү бәхете, ай-һай, бик һирәктәргә генә тәтей бит ул. Ете быуын ата-бабаңды белеү зарур тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде. Ырыу ағасыңа ҡот булып, һут биреп, вариҫтарыңды инә бөркөт һымаҡ ҡурсалап, халҡыбыҙға Ил инәһе булып йәшә лә йәшә әле, Ғәтифә инәй!
Был йыр юлдары 103 йәшлек Ғәтифә инәй ауыҙынан яҙып алынды.
Һауаларға ҡарап уҡтар аттым,
Етмеш тин дә хәйер бирер инем
Һеҙ – туғандарым иҫәнлегенә.
Етәр генә ерҙән етә алмай,
Ниҙәр булды икән тур(ы)атҡа.
Әйтер һүҙҙе генә әйтә алһам
Ирешер инем, бәлки, моратҡа.
Саҡыра ла кәкүк, эй саҡыра,
Ҡыйыҡта ла түгел, һыулыҡта.
Байлыҡта ла түгел, һаулыҡта.
Ағын һыуҙар аға, таштар ҡала,
Аҫыл да ғына ирҙәр башын һала.
Тәҡдир ҡайҙа ҡушһа – бәндә шунда,
Тупраҡ яҙған ерҙә баш ҡала.
Ерәнсәкәй аттың елеүҙәрен
Саналарға еккәс белерһең.
Был ғүмеркәйҙәрҙең үтеүҙәрен
Йөҙ ҙә өскә еткәс белерһең.
Зәңгәрлекәй сәйгүн, сын-сынаяҡ –
Кемдәр эсәр икән был сәйҙе?
Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Нихәл үткәрәйем был йәйҙе?..
Тауыштары ҡалһын билгегә.
Ҡағырҙар ҙа инде, һуғырҙар ҙа,