Рәсим юридик колледж, физик культура техникумын тамамлаған, шулай ҙа тәжрибәне ул төрлө эштә эшләп туплай. Автомобиль дә һата, кондиционер ҡуйыусы-көйләүсе лә була. Эшҡыуарлыҡҡа килеүе лә үҙен-сәлекле: “Бер көн кеҫәлә 250 һум аҡсам ҡалды. Шул суммаға тоттом да “өй һалабыҙ” тип иғлан бирҙем. Тәүге клиент шылтыратты...”, – тип иҫләй ул бизнес донъяһына сумғанын. Һәр хәлдә, уңышҡа тиҙ ҡаҙанған, сөнки был эшенә ул бөтә күңелен һалған. “Материалдарҙы һайлағанда ла сифатын шәхсән тикшерәм. Офиста ултырып ҡына тау аҡтарып булмай, ғөмүмән. Шул уҡ ваҡытта яңы технологиялар менән танышып барам. Беҙ өй тиһәк, буранан төҙөлгәнен күҙ алдына килтерәбеҙ, ярай әле һуңғы йылдарҙа бурсанан эшләү ысулы таралды. Ә бит, төбөнә төшә башлаһаң, беҙҙең климат шарттарына яраҡлы йәнең теләгән материалдан төрлө, иң мөһиме, осһоҙға ғына өйҙәр һалырға мөмкин. Зауыҡлы, ышаныслы һәм ҡулайлы итеп”, – тип бүлешә эш алымы менән Рәсим.
Эше генә түгел, ғөмүмән, тормошо ҡыҙыҡлы уның: 60 көндә – 300 мең һум аҡса эшләргә, бер туҡтамай 40 километр йүгерергә тигән маҡсаттар ҡуйып йәшәй ул. Ҡатыны менән малай үҫтерә. Артабанғы хыялы: ҡыҫҡа ғына ваҡытта миллион һум аҡса эшләү, 180 километр алыҫлыҡҡа велосипедта елдереү, дүрт километрға яҡын һыуҙа йөҙөү. Ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән эшҡыуарға ҙур уңыштар теләйек.