Артистар шул тиклем дә ихлас, халыҡсан уйнауҙары менән тәүге минуттарҙан уҡ тамашасыны үҙенә арбаны, залдағылар ысын мәғәнәһендә геройҙар менән бергә “йәшәне”. Улар күп тә түгел, ни бары дүртәү: Бәхти – (Азамат Хәлилов), Юлбикә – (Зөлфиә Хәлилова), Әзифә – (Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина), Хәйри – (Таһир Фәтҡуллин).
Башҡортостандың атҡаҙанған артис-тары, ирле-ҡатынлы Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтарҙың уртаҡ ижад емеше булған сәхнә әҫәренең сюжеты ла ябай, ваҡиғалар нигеҙҙә ял йортонда бара һәм ундағы мажаралар тасуирлана.
Авторҙың ысынбарлыҡты көлкөлө сәхнә күренештәре аша күрһәтеү теләге бойом-ға ашҡан тип әйтер инем мин. Сәхнәләге ваҡиғалар тап бөгөнгө йәшәйешебеҙҙән алып яҙылғанын кем инҡар итер? Беҙҙең хаҡта даими хәстәрлек күргән, һәр саҡ ҡайғыртып торған яҡын кешебеҙҙе һанламайынса, ғаилә ҡиммәттәрен, тоғролоҡто аяҡ аҫтына һалып тапап, ситтән ниҙер өмөт итәбеҙ, халыҡ теле менән әйткәндә “ауыҙҙағы турғай”ҙан да яҡшырағы юҡ икәнен аңламайбыҙ шул ҡай саҡта. Көлкөлө образдар аша автор тап шуны әйтергә теләгән дә инде. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиевтың да хеҙмәтен тейешенсә баһалап үтергә кәрәк.
“Яҡташыбыҙ, Дәүләкән районының Фәриҙун ауылы ҡыҙы Зөлфиә Хәлилова башҡарған ролдәрҙе һәр саҡ яратып ҡарайбыҙ. Ире Азамат Хәлиловты яҡын күреп, еҙнә, кейәү тип кенә йөрөтәбеҙ. Улар менән яҡындан осрашыу һәр ваҡыт байрамға әйләнә”, – ти рәхмәтле тамашасылары.
Һалҡын ҡыш көндәрендә стәр-летамаҡтар беҙгә йәнә байрам бүләк итте, Дәүләкән тамашасыһы улар менән яңынан-яңы осрашыуҙар көтөп ҡала. Республикабыҙҙың ҡала һәм район-дарында йәшәүселәргә лә Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе спектаклдә-рен ҡарарға тәҡдим итәм. Үкенмәҫһегеҙ! Тәьҫораттар оҙаҡҡа етәсәк!