Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Доғаларың ҡабул булһын, абыстай!

Ҡалабыҙҙа ғүмер итеүсе Наилә апай Мифтахетдин ҡыҙы Басирова яҡшы үә изге күңелле кеше. Матур хеҙмәт юлы үтеп, балаларын да үҙ өлгөһөндә күркәм холоҡло итеп тәрбиәләгән ул. Хәҙер инде Наилә ханым – иман юлында. Аллаһ Тәғәлә йорто – мәсеттә ғилем арттырып, изге юлда йөрөгән абыстай дүрт мәртәбә (!) хажға барып ҡайтты. Уның әхирәттәре Наилә, Әлмирә, Минеүәрә, Рәйсә лә – хажиәләр (һүрәттә).

Әйткәндәй, беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм тирә-яҡ биҫтәләрҙән бик күп мосолман мөьминәләр хажи, хажиә булыу бәхетенә иреште. Улар мәсеттә белем алып, имандарын байытып, ҙур ғилем эйәләре булды.
Хәйер, дин әһелдәре ту-раһында һөйләй китһәң, һәр кемдең үҙ тарихы, үҙ тормошо. Уларҙың барыһын да иман байлығы, инсафлылыҡ, тәү-фиҡ, аҡыл һәм эшһөйәрлек берләштерә.
Хәҙрәти Наиләне бик күптән беләм. Уның кеүек изгелек, иман нуры таратып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бар микән! Өйө үҙе ожмахҡа тиң! Матур-матур гөлдәр үҫтерә ул. Бөхтә, йыйнаҡ хужабикәнең йөҙөнән дә, донъяһынан да нур бөркөлә. Ейәндәрен ҡарарға ла өлгөрә абыстай. Балаларына ярҙамлаша. Оҫта ҡуллы хужабикә заманында бик күп шәлдәр бәйләгән, сигеү сиккән. Аш-һыуға ла бик оҫта Наилә ханым. Бешергән аштары, бауырһаҡтары иҫ киткес тәмле! Уның уҡыған доғаларын, намаҙҙарын ҡабул ҡыл, бөйөк Аллаһым. Сафлыҡ балҡыған йөҙөң менән донъяларҙы нурлап йәшә әйҙә, абыстай!
Читайте нас