Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

ДУҪЛЫҠ МЕНӘН КӨСЛӨБӨҘ!

Республика көнө уңайынан ҡалала бик күп саралар үтте: ҡала китапханаларында уйын-викториналар, картиналар күргәҙмәләре, акциялар, шахмат һәм шашка клубтарында ярыштар, футбол майҙансыҡтарында үҫмерҙәр араһында турнир, ҡала мәҙәниәт һарайында ижади коллективтарҙың сығыштары. Был көндө йәштәр тантаналы рәүештә тәүге тапҡыр Рәсәй гражданы паспортын алды, ә юбиляр парҙар ҡотлауҙар ҡабул итте, хатта Ашҡаҙар йылғаһына төшөп балыҡ тотоу конкурсында ярышты.

Әлбиттә, Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән көндә балыҡтай өнһөҙ ҡалып булмай. Халыҡ митингтар ойоштороу өсөн, ғәҙәттә, Сода мәҙәни күңел асыу үҙәге алдындағы майҙанда йыйыла. Был юлы ла шулай булды, сара күп кеше ҡатнашлығы менән айырылып торҙо, тимәк, халыҡ ял көнөндә шәхси эштәргә түгел, ә Республиканы яратыуын, уның киләсәге өсөн битараф булмауын белдерергә әҙер.
Теләүселәр, сәхнәгә күтәрелеп, үҙ һүҙҙәрен әйтте.
Ялҡынлы һүҙҙәр менән өндәшеүселәрҙе ҡеүәтләп, сәхнәгә төрлө милләт вәкилдәренең ижади коллективтары ла күтәрелде. Ошо мәлдә Владимир Владимирович Путиндың: «Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы һымаҡ, бай мәҙәниәте, диндәре, телдәре һәм халыҡтар дуҫлығы менән тотош Рәсәй сағыла», – тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Ата-бабаларыбыҙ һайлаған еребеҙҙең ҡәҙәрен белеп, татыу йәшәргә генә ҡала яратҡан төйәгебеҙҙә.
Читайте нас