Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“ЕҢЕҮ ПАРАДЫНДА ҠАТНАШАМ!” – ти һуғыш ветераны Әнүәр Хәсән улы ИБРАҺИМОВ.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафтары һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. 73-сө Еңеү яҙына Стәрлетамаҡта 80 ветеран тороп ҡалды. Быйыл 16 августа 95 йәшен билдәләргә йыйынған Әнүәр Хәсән улы ана шул һикһәндең береһе.

«... Ленинград блокадаһы. Иса-акиевский соборында операция өҫтәлендә иконалар ҡарап ятам, госпиталь юҡ, шуға ла бөтә яраланғандарҙы бында килтергәндәр. Табиптар операцияны яһап бөтөүгә немецтар ҡаланы бомбаға тота башланы. Барыһы ла бомбоубежищеға йүгерҙе, мин өҫтәлдә ятып ҡалдым», – тип тормошоноң иң киҫкен мәле тураһында һөйләп алып китте ветеран. Үҙ аңында, әммә хәрәкәт итә алмаған егет шулай ҙа иҫән ҡала, һуңынан, был ваҡиғанан һуң, үҙенә ярҙам иткән табиптарҙың бомбоубежищела һәләк булып ҡалыуҙарын ишетә.
Был ҡурҡыныс ваҡиғаларға юлды Әнүәр Хәсән улы 1942 йылда башлай, Алкино ауылында бер аҙ хәрби хеҙмәткә өйрәтелеп, Ленинградҡа оҙатыла һәм өс йыллыҡ блокада тотҡонона әйләнә. Ул тәүлектәр буйына һаҙлыҡта разведкала ята, радист та була, саңғысылар батальоны рәтенә лә баҫа. Еңеүҙе Польша ерендә ҡаршылай. Хеҙмәтен Балтика буйында тамамлап, тыуған ҡалаһына 1947 йылдың яҙғы ташҡын мәлендә ҡайта.
Бер йыл да үтмәй, өйләнеп, ҡатыны Мәғдәниә Ғабдулхай ҡыҙы менән 64 йыл бәхетле ғүмер кисерә. Дүрт балаға атай-әсәй, 5 ейәненә олатай-өләсәй булып, гөрләтеп донъя көтәләр. Әле йәшәп ятҡан йортто ла үҙ көсө менән күтәрә, бергә хеҙмәт иткән фронтовик дуҫтары ла ярҙам итә.
Ленинград ҡалаһы менән бер быуын ғына бәйле булып сыҡманы, ветерандың атаһы Хәсән Ғиззәтулла улы Ибраһимов Беренсе донъя һуғышынан ҡайтып килгәндә Ле-нинград эргәһендә тотош эшелон менән туҡтатылып, Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа ҡатнашҡан.
Әнүәр Хәсән улы йортонан әллә ни артыҡ сығып йөрөмәй, ә шулай ҙа быйылғы Еңеү парадында ҡатнашырға өмөт итә. Әлегә ҡаланан 11 ветеран ғына байрамда ҡатнашырға теләк белдергән. Уларҙың барыһына ла алда тағы ла Еңеү яҙҙарын күрергә яҙһын!
Читайте нас