Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ЕҢЕҮҘӘР, ТИМӘК, АЛДА ӘЛЕ!

2017/2018 уҡыу йылында Стәрлетамаҡтағы 1-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбе үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо айҡанлы Федерация Советы комитеты рәйесенең фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса беренсе урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова тырышлығында мәктәпкә уҡыу ҡорамалы (керамика ҡыҙҙыра, һынлы сәнғәт өлгөләрен киптерә торған муфель мейесе) тапшырылды. Был тантанала сенатор үҙе лә ҡатнашты.

– Фәҡәт Лилиә Салауат ҡыҙының әүҙем тырышлығы күптәнге хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Ниһайәт, беҙҙең мәктәптә лә яңы заман талабына яуап биргән муфель мейесе булды, был иһә беҙҙең мөмкинлектәребеҙҙе киңәйтеүгә, күләмле эштәрҙе башҡарыуға, балалар ижады музейы булдырыуға йәшел юл аса, - тип шатлығы менән уртаҡлашты сәнғәт мәктәбе директоры Владимир Александрович Курбатов.
Мәктәптә барлығы 1000-гә яҡын йәш рәссам уҡый. Балалар һүрәт төшөрөү, графика менән генә сикләнеп ҡалмай, ә керамика менән дә профессиональ шөғөлләнә. Улай ғына ла түгел, ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, ҡалабыҙ данын республика, Рәсәй кимәлендә яңғыратып торалар. Оҙаҡламай улар Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың иртәктәре, риүәйәттәре һәм эпостары буйынса “Башҡортостан халыҡтарының ҡа-натлы риүәйәттәре” тип аталған балалар сәнғәт ижады республика конкурсында ла ҡатнашасаҡ. Конкурсты Башҡортостан Рес-публикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм мәғариф буйынса Республика уҡыу-методика үҙәге ойоштора. 5-се мәктәп уҡыусыһы, йәш рәссам Аня Зәйниева (һүрәттә) үҙе һынландырған “Аҡбуҙат” менән ошо конкурста ҡатнашасаҡ.
Читайте нас