Һәр йылдағыса быйыл да ғәҙәти Еңеү парады, әммә 73 йыл эсендә был көн ялҡытҡыс бер сара түгел, ә йылдан- йыл яңы мәғәнә алып, яңы хистәр менән дөрләп килеүсе иң төп байрамыбыҙ булып тора. Айырмаһы шунда ғына: ветерандарыбыҙ, тыл хеҙмәтсәндәре сафтары ғына йылдан-йыл һирәгәйә.
Күп түгел, әммә байрамға йәм биреп тороусы ветерандарыбыҙ, быйыл да үҙ һүҙендә тороп, митингҡа килергә көс тапҡан.
Тантаналы митинг ҡала хакимиәте башлығы Владимир Иванович Куликовтың ҡотлау һүҙҙәре менән башланып китте. Йыйылған халыҡ алдында шулай уҡ ҡаланың ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Абдулғәни улы Ғәбитов, ҡаланың хәрби комиссары Рәмил Наил улы Хәйретдинов, 3-сө лицей уҡыусыһы Борис Бобков, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан 4-се курс студенты Алина Ханнанова сығыш яһаны. Ялҡынлы һүҙҙәрҙән һуң хәрби техника һәм төрлө ғәскәр вәкилдәре, кадет корпустары, янғын һүндереүселәр отрядтары Ленин проспекты аша «Мәңгелек ут» һәйкәле яғына ҡуҙғалды. Колонналар артынан Еңеү кил-тереүсе атай-олатайҙарының портреттарын тотҡан «Үлемһеҙ полк» ағылды. Мәңгелек полк сафтарына баҫыусылар йылдан-йыл арта ғына шикелле, һан яғынан ғына түгел, мәғәнәһе яғынан да. Быны портреттарҙағы һалдаттар һәм уларҙы тотоп барыусыларҙың йөҙҙәренә ҡарап ҡына ла аңларға булалыр.
Еңеү парады «Мәңгелек ут» һәйкәленә сәскә һалыу менән тамамланды. Ә байрам артабан дауам итте, Ҡала мәҙәниәт һарайы һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙандарҙа концерт уҙҙы.
Шулай уҡ мәҙәниәт һәм ял парктарында төрлө күңел асыу саралары ойошторолдо, ә кисен байрам сараһы сағыу салют менән тамамланды.
Ветерандарыбыҙҙан һуғыш ту-раһында һораһаң, улар өнһөҙ тороп ҡала. Күргән-кисергәндәрен, йөрәк яраларын ҡабаттан яңыртҡылары килмәй уларҙың. Һуғыштан һуң да илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн әҙ көс түккәндәр тиһеңме ни! Аслыҡ, яланғаслыҡ. Ә шулай ҙа Еңеү яҙы тәбиғәткә генә түгел, аяуһыҙ ҡан ҡойоштан һуң халыҡтың күңел яраһына ла май, дауа булып яғыла. Яңы ғаиләләр ҡорола, йорттар һалына, баҫыуҙар сәселә, балалар тыуа. Бөгөн дә беҙ һуғыштан ҡайтҡан совет һалдаты биргән йүнәлештә тормошто дауам итеп, батырлыҡ күрһәтер заманда йәшәйбеҙ. Еңеү көнө һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ятырға тейештер. Һәр яҡтан да еңеүсе булып ҡалайыҡ!