Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Үҙебеҙҙең егет бит ул!

Йәштәрҙең милли күренештәргә, уның үҙенсәлектәренә иғтибары артыуы ҡыуаныслы. Бигерәк тә был үҙенсәлекте, матурлыҡты аңлы итеп таратыусы егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың барлығы һоҡландыра. Ҡурайсы, бейеүсе, ҡумыҙсы, өзләүсе Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВ шундай оҫта, тырыш егеттәрҙең береһе.

Бөгөнгө көндә Заһир инде Европа кимәлендә танылған артист тип ауыҙ тултырып әйтергә хаҡыбыҙ барҙыр. Уның күптән түгел генә Босния, Македония, Черногория, Албания, Болгарияла, Төркиәлә йәмғеһе 16 сәхнәлә тулы залдар алдында сығыш яһауы быға үҙе дәлил.
“ZAINETDIN” этно-шоу проектының даны тиҙ рәүештә киң таралды. Быға, әлбиттә, Заһирҙың милли уйын ҡоралдарында оҫта итеп уйнауы (йәмғеһе 15 төрлө музыка ҡоралында уйнай), ут сәсрәтеп бейеүе генә түгел, сығыштарын заманса итеп ҡороуы ла сәбәпсе. Дәртле музыка уйнай, шул ваҡытта акробаттарға хас хәрәкәттәр һәм етеҙлек менән сәхнәгә Заһир Зәйнетдинов килеп сыға. Башта ҡулына ҡурайын ала, шунан ҡумыҙ, өзләү... Бына шундай ҡеүәтле сығыштарҙан тора уның концерты. Бейемәй түҙеп ҡара!
Шулай ҙа тәбиғәттән бирелгән моң, нәҫелдән килгән һәләт булмаһа, был уңышҡа өлгәшер инеме икән Заһир?! Ағаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һымаҡ виртуоз ҡумыҙсы, ҡурайсы егеттең тәү сиратта нәҡ был оҫталығын билдәләге килә. Баҡтиһәң, Зәйнетдиновтар нәҫеленең 74 кешенән торған үҙ ансамбле лә бар икән.
Эйе, Зәйнетдин даны хәҙер ил сиктәренән сыҡты. Быны күреп, “Үҙебеҙҙең егет бит ул!” – тип ғорурланабыҙ. Ә бит, быныһын күптәр белмәйҙер ҙә әле, уның ижады ҡасандыр нәҡ Стәрлетамаҡта Бейеү театрында башланды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул хореография оҫталыҡтарына төшөнөп кенә ҡалманы, ә театрҙың иң сағыу бейеүселәренең береһенә әүерелде. Тик Заһирҙың тәғәйенләнеше башҡа ине шул – милли музыка ҡоралдарында уйнап, башҡорт музыкаһының данын таратыу. Шуға ул Өфөгә юл тота, билдәле йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин менән ижади хеҙмәттәшлек итеп, ошо проектты булдыра.
Вокал, хореография, режиссура, идара итеү, хатта КВН... бына ниндәй оҫталыҡтарға эйә булырға тура килә уға уңыш юлында. Матур сығыш яһар өсөн бөтә яҡлап та үҫешеү фарыз шул. Иң мөһиме, Заһир быларҙың барыһын да яҡшы үҙләштергән һәм тамашасыларына сағыу сығыштар бүләк итә. Хәҙер уның менән стәрлетамаҡтар ҙа, өфөләр ҙә, ғөмүмән, бөтә Башҡортостан: “Үҙебеҙҙең егет бит ул!” – тип ғорурлана.
Әйткәндәй, Заһир Зәйнетдинов үҙе белдереүенсә, Стәрлетамаҡты йыш ҡына һағына, иҫенә төшөрә. Ҡунаҡҡа килә икән. Мәҫәлән, 19 апрелдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә уның концерты үтәсәк. Дәртле музыка, милли моңдан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар. Үҙеббеҙҙең егет бит ул!..
Читайте нас