Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Үҙебеҙҙә етештерелгәнен һайла!

Стәрлетамаҡта республикала аҙыҡ-түлек тауарҙары баҙары торошона мәғлүмәт-аналитик күҙәтеү үткәреү буйынса эшсе төркөмдөң күсмә ултырышы уҙҙы.

Башҡортостан Республикаһы Дәү-ләт Йыйылышы – Ҡоролтай депу-таттарынан торған төркөм аҙыҡ-тү-лек сәнәғәте предприятиеларында булды һәм сауҙа нөктәләре буйынса рейд үткәрҙе. Улар эш сәфәрен “Башспирт” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатынан башланы. Бында төрлө цехтар, лаборатория менән танышҡандан һуң, предприятие директоры Рөстәм Халиҡов үҙҙәрендә сыҡҡан продукцияның төрҙәре һәм етештереү технологияһы менән таныштырҙы.

Рейд барышында “Серенада” ма-газинындағы ярма, ит, һөт, колбаса, спиртлы эсемлектәрҙең хаҡтары менән ҡыҙыҡһындылар. “Аструм” сауҙа үҙәге биләмәһендә ит, һөт, бал һәм ауыл хужалығы фермерҙары етештергән йәшелсә-емеш проду-кцияларының сифатын һәм хаҡын тикшереп, һатыусылар менән дә йәнле әңгәмә алып барҙы.

“Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты” акционерҙар йәмғиәтендә икмәктең өҫтәлдәребеҙгә килеп ятканға тиклем булған бөтә юлын үҙ күҙҙәре менән күреп, бында етештерелгән продукцияларҙан ауыҙ итеп, ризыҡтарҙың бай ассортименты һәм комбинаттың музейы менән танышырға форсат тейҙе.

Башҡортостан Республикаһы Дәү-

ләт Йыйылышының сәнәғәт, инно-вацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе, эшсе төркөм етәксеһе Рәшит Хәйруллин Икмәк комбинатында ойошторолған ултырышты асып: “Беҙ бөгөн “Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль ҡануниәттең былтыр июлдә үҙгәртелгән өлөшөнөң үтәлеү мәсьәләләрен ҡарарға йыйылдыҡ. Закон буйынса аҙыҡ-түлек баҙарында илдәге етештереүселәрҙең хоҡуҡта-рын яҡларға һәм сауҙа үҙәктәре менән етештереүселәрҙең мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға кәрәк”, – тине.

БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Бикбулатов үҙенең сығышында аҙыҡ-түлек баҙарында хаҡтарҙың былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда күпкә түбәнәйеүе тураһында бәйән итте. “Йыл башынан аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,5 процентҡа (былтыр – 2,5 процент) артты. Ә июль-августа емеш-еләккә хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелде. Август айында йәшелсә-емешкә хаҡтар 14, 5 процентҡа кәмене”, – тине һәм республикала тауар етеш-тереүселәрҙең продукцияһын һатыуҙы тейешле кимәлдә ойоштороу буйынса саралар күреләсәге тураһында белдерҙе.

БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу буйынса йәрминкәләрҙең әһәмиәте тураһында әйтеп үтте.

Стәрлетамаҡта аҙыҡ-түлек ба-ҙарындағы хәлдәр менән ҡала ха-кимиәтенең хеҙмәт күрһәтеү һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге начальнигы Альбина Кинйәбулатова таныштырҙы.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡта ит продукцияһын һатыу эшенең яҡшы ойошторолғанлығы, ассортименттың төрлөлөгө һәм хаҡтарҙың түбән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сара барышында етештереүсе менән һатып алыусы-ларҙың араһын яҡынайтыуға ҡарата эшлекле тәҡдимдәр ҙә булды.
Читайте нас