Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Үҙем һайлаған юлым

Йөҙ кеше – йөҙ фекер. Нисек ошо һүҙ һәм фекерҙәр даръяһында үҙеңде һаҡлап, үҙ теләк, маҡсаттарыңа ышанып, таянып йәшәргә?! Һәр береһе йәшәргә, уйларға, эшләргә өйрәтә, үҙҙәренең ҡағиҙәләрен, идеяларын килтереп тыға. Ирекһеҙҙән, йәшәйешем, теләктәрем, тормошҡа ашҡан һәм ашмаған маҡсаттарым тураһында уйлана башлайым...

Кем мин?! Бөгөн мин – ир ҡатыны, Ватаныма лайыҡлы кешеләр тәрбиәләргә тырышҡан йәш әсәй.
Эйе, мин бит был донъяға ӘСӘ булырға, ир ҡатыны статусын йөрөтөр өсөн яралғанмын. Тик барыһы ла ошо ҡағиҙә-ҡанун буйынса йәшәйме?! Бәлки, ғүмеремде эшкә, уҡыуға бағышлап, ғаилә темаһын артҡа күсереп торорға булғандыр. Бәлки, донъя күреп, башҡалар кеүек, үҙем өсөн йәшәргә кәрәк булғандыр. Ир, балалар бер ҡайҙа ла ҡасмай, ти таныштарым...
Ир ҡатыны, бала әсәһе ниндәй булырға тейешлеген алдан белһәм – мин был аҙымға – ғаилә ҡорорға риза булыр инемме?! Сабыйымды йөрәк аҫтында туғыҙ ай йөрөткәндән һуң, мең ғазаптар аша үтеп, уны ҡулыма алырымды белһәм – әсәй ролен иңемә йөкләр инемме?! Иремде айҙар буйы сит яҡтарҙан, Себер тарафтарында аҡса эшләп ҡайтҡанын зарығып көтөп, уның ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡ кисереп, бар хәлдә лә уға терәк булырға тейешлегемде белһәм ИР ҠАТЫНЫ тигән һүҙбәйләнештән ҡурҡытмаҫ инемме?! Ошо һорауҙарҙы ғына түгел, ә бар кисерештәрҙе лә алдан тойоп булһа – бындай юлға аяҡтарым менән баҫыр инемме икән?!
Баҫыр инем. Мең ҡат ҡабатларға риза – баҫыр инем! Бөгөн мине бер кем дә, бер ни ҙә был юлдан тайпылдыра алмаясаҡ.
Минең өсөн ҡатын-ҡыҙҙың төп роле ӘСӘ булыуҙа. Был минең шәхси фекерем. Тик ер йөҙөндә үҙеңдең йөрәк аҫтында яралған кешекәйҙән яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк бер ни ҙә юҡ икәнлеген һәр бер ӘСӘ дәлилләйәсәк. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ӘСӘ булыу бәхеттенән дә татлыраҡ тәм юҡ, минеңсә.
Әсәй булғас, үҙем тураһында уйлау түгел – балаларымды ҡайғыртырға, улар өсөн яуаплы булырға, бер ниҙән дә ҡурҡмаҫҡа өйрәндем. Сабыйҙарым ярҙамында тормошҡа, кешеләргә булған ҡарашымды үҙгәрттем. Ғөмүмән әйткәндә, балаларым менән бергә үҫтем, үҫәм – физик һәм бигерәк тә рухи яҡтан.
Бәләкәстәрем, гүйә, ауыр ҡайғыларҙан, проблемаларҙан ары-нырға ярҙам итеүсе көслө антибиотиктар. Бер наҙлы ҡарашы, бер йылы һүҙе етә шул кешекәйҙәрҙең – тормош күгемдә йәнә сағыу ҡояш балҡый. Ошо сабыйҙар – минең йыуанысым. Улар булмаһа ай һайын тормош юлдашымды эшкә нисек оҙатырымды күҙ алдына ла килтерә алмайым...
Оҙатам. Йыраҡҡа. Ай һайын. Аҡса булһын, сабыйҙарыбыҙҙың бала сағы бәхетле булһын тип, ай һайын ҡылысын болғап, йөрәкте шөрләтеп торған ипотека өсөн, йәшәр еребеҙ булһын тип, һөйгән йәремде Себер тарафтарына оҙатам.
Төндәрен илайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һағыныуҙан ғына түгел, ә, үҙе әйткәнсә, ярты ғүмере шунда үткәнгә, балаларының тәүге аҙымын күрмәгәнгә, тәүге һүҙен ишетмәгәнгә, ғөмүмән, балаларының үҫкәнен күрмәгәнгә. Яҡындарының шатлыҡлы ғына түгел, ҡайғылы саҡтарында ла яндарында була алмағанға. Көндәр һынап ғүмер үткәргәнгә. Ҡайтһа – эшкә китергә ҡалған көндәрен, эштә булғанда – ҡайтырға ҡалғандарын...
Шулай ҙа, ул вахтала булғанда шул хәтлем күп эштәр менән мәшғүл булам, барыһына ла өлгөрөп, бар эштәрҙе йөпләп ҡуйырға тырышам. Ситтә ай буйы ыҙа сигеп, һаулығын бөтөрөп йөрөгән иремә бар буш ваҡытымды бағышларға хыялланам. Бәхетле осрашыуҙарҙан һуң, аталарын һағынып, алдынан сәғәттәр буйы төшмәгән сабыйҙарымды күрһәм – бер ниндәй аҙналар ҙа, айҙар ҙа ҡурҡытмай мине. Ғүмерем буйы көтөргә риза, тик ул иҫән-һау ғына йөрөһөн.
Бик күп тәнҡит һүҙҙәре ишетергә, нәфрәтле ҡараштар менән осра-шырға, көнсөл күҙҙәр күрергә тура килә. Улар әйткәнсә, мин дөрөҫ йәшәмәйем: миңә ауыр, мин үкенәм, миңә оят... Ә бер кемдең дә минән “Һин бәхетлеме?” тип һорарға башы етмәй...
Мин тыныс. Уйҙарым саф. Йөрәгем ни теләй, шуны ала. Бәхетлемен.
Кеше һүҙен тыңлап, кемгәлер оҡшап йәшәргә тырышҡандар – үҙ юлығыҙҙы табығыҙ. Һалған ғүмер һуҡмағығыҙҙан яҙмай, йөрәк ҡушыуы, эске тойомлауығыҙҙы тыңлап алға, бейеккә үрләгеҙ. Бер нигә лә, бер кемгә лә ҡарамай!
Читайте нас