Бында шулай уҡ ҡала прокуроры Станислав Петров, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Тротт, БР буйынса Роспотребнадзор идаралығының Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге начальнигы Алмаз Сәләхов, Рәсәй Эске эштәр ми-нистрлығының Стәрлетамаҡ буйынса иҡтисади енәйәткә ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы Денис Арыҫлангәрәев ҡатнашты.
Быйыл полиция хеҙмәткәрҙәре тик-шереү өсөн 38 тапҡыр алкоголь продукцияһын тикшергән, шуларҙың 4-әүһе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ талаптарға яуап бирмәгән 2 тонна этил спирты һәм 1 тоннанан ашыу спиртлы эсемлектәр әйләнештән алынған. Денис Арыҫлангәрәев һүҙҙәре буйынса, ҡалаға маркирланмаған алкоголь продукцияларының күбеһе Ҡаҙағстандан килтерелә икән.
Августа айында маркирланмаған алкоголь эсемлектәрен һатыу өлкәһендә законһыҙ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатыу маҡсатында РФ Енәйәт кодексына үҙгәрештәр һәм төҙәтеүҙәр индерелде. Кодекста ике яңы статья: “Этил спиртын законһыҙ етештереү һәм һатыу итеү” (171.3-сө статья) һәм “Алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ ваҡлап һатыу” (171.4-се статья) үҙ көсөнә инде.
Ҡалала спиртлы эсемлектәр һатыусы сауҙа ойошмалары һәр саҡ күҙ уңында. Ағымдағы йылда Роспотребнадзорҙың территориаль бүлеге ошо өлкәгә ҡараған 30 ойошманы тикшергәндән һуң алын-ған пробаларҙың норматив талаптарға тап килеүе асыҡланған. Тик 5,55 декалитр алкоголь продукцияһы ғына, уның сифатын һәм хәүефһеҙлеген билдәләгән документы булмау һәм яраҡлылыҡ ваҡыты уҙыу сәбәпле, һатыуҙан алынған. Тикшереүҙәр йыш үткәрелеп торһа ла, һаман да был өлкәлә закон боҙоусылар етерлек. Быйыл вазифа биләүселәрҙе һәм юридик шәхестәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса 30 ҡарар сығарылған, 50 мең һумдан ашыу күләмдә штраф һалынған һәм суд ҡарары буйынса 4 объекттың эшмәкәрлеге туҡтатылған.
Роспотребнадзорҙың ҡала тер-риториаль бүлеге начальнигы Алмаз Сәләхов спиртлы эсемлектәрҙе ваҡлап һатыуҙы сикләүгә өҫтәмә саралар индерелеүгә бәйле булған ыңғай үҙгәрештәр тураһында әйтеп үтте. Һатып алыусының йәшенә, ҡайҙа һәм ҡасан һатылыуына бәйле булған сикләүҙәрҙән ыңғай һөҙөмтә бар. Мәҫәлән, күп фатирлы йорттарға яҡын урынлашҡан спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәрҙең эшмәкәрлегенә ҡарата граждандарҙың мөрәжәғәттәре һиҙелерлек кәмегән. Шулай уҡ 2012 йылдан алып алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыусылар һирәгәйгән. Ағымдағы йылдың 10 айында бындай 284 осраҡ теркәлһә, 2016 йылда алкоголь менән ағыуланыусылар - 431, 2015 йылда – 552. Быйыл алкоголдән ағыуланған 6 кеше һәләк булһа, былтыр 13 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Ултырыш һуңында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов спиртлы эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеү-селәрҙе асыҡлағанда йәмәғәт ойош-маларын да йәлеп итергә кәрәк, тип билдәләне.