Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Эш билдәлә генә түгел

Стәрлетамаҡтар Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан сираттағы Этнографик диктант яҙҙы. Майҙандар БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжда йәйелдерелде, республикала барлығы 12 ошондай аудитория эшләне.

Тыуған яҡ, тарих, мә-ҙәниәт буйынса белемен тикшерергә мәктәп уҡыусылары, студенттар менән бергә депутаттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, төрлө етәкселәр ҙә килде. Ҡалала йәмғеһе 430 кеше ҡатнашты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: диктант яҙыусылар араһында 11 йәшлек баланы ла, 70-тән уҙған ололарҙы ла күрергә мөмкин ине. Тимәк, тамырҙарыбыҙҙы белеү, тарихты аңлау йәшкә, ниндәй милләт вәкиленә, биләгән вазифа, статусҡа ҡарамай, һәммәһе өсөн дә ҡиммәт – быға ҡыуанмау мөмкин түгел.
– Иғтибар итһәгеҙ: донъялағы ыҙғыштар башлыса милләт, тел, дини-ара бәйләнеш нигеҙендә килеп сыға. Беҙҙең республика иһә тыныслыҡ һәм татыулыҡ өлгөһө булып тора, – тип сәләмләне диктант яҙырға килеүселәрҙе БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры урынбаҫары Игорь Сыров. – Ниндәй милләт вәкиле, ниндәй дин тотоуыбыҙға ҡарамаҫтан, берҙәм халыҡ, дуҫ булып йәшәйбеҙ, улай ғына ла түгел, илдә һәр милләткә үҫешергә, башҡаларҙың мәҙәниәтен, тарихын, телен өйрәнергә шарттар тыуҙырылған, әлеге сара – быға асыҡ миҫал, – тигән дәлилдәр ҙә еткерҙе сығыш яһаусы.
Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, был һүҙҙәрҙе ҡеүәт-ләп, ошо йәһәттән муниципалитет кимәлендә башҡарылған эштәр хаҡында әйтеп үтте.
– Стәрлетамаҡта төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, улар һәр сарала әүҙем ҡатнаша һәм үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған сығыштар менән байыта, ошо рәүешле күп милләтле халыҡтың күңел торошон өйрәнеп була, берҙәмлектең көсөнә инанаһың, – тине ул.
Әйтелгәндәр диктант яҙыусы-ларҙы башҡарып сығасаҡ эштәргә яуаплыраҡ ҡарарға этәрмәй ҡалмағандыр. Шуға парталарға тәғәйен ҡағыҙ биттәре ятыу менән аудиторияла тынлыҡ урынлашты. Ошо минуттарҙа кемдер сал тарих төпкөлөнә сәфәргә китте, кемдер йәмғиәттең бөгөнгө торошо хаҡында уйланды. Был мәлдә, мәҫәлән, шулай уҡ диктант яҙырға килгән В. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат уҡыусылары Рушан Хөсәйенов менән Юнир Хутов та мәсьәләләр өҫтөндә баш вата ине.
– Һорауҙар ауыр, ләкин ҡыҙыҡ, күп уҡыуҙы талап итә, – тине егеттәр бер тауыштан.
Сара Рәсәйҙә генә түгел, яҡын сит илдәрҙә лә ойошторолдо. Ул диктант тип нарыҡланһа ла, асылда тест һорауҙары бирелде. Шул тестарҙы сисеп, үҙеңдең ниндәй кимәлдә тарих, тел, мәҙәниәтте һ.б. белеүҙе асыҡларға мөмкин ине, ә эшеңә баһаны 10 декабрҙән дә ҡалмай табырға була. Әммә эш билдә йәки йыйған балдарҙа ғына түгел, ғүмер буйы бергә йәшәгән күршеңдең халыҡ йырын беләһең икән – насармы ни, мәҫәлән? Тик белмәү оят түгел, ә белергә теләмәү – оят, диктант һөҙөмтәләре исемлек өсөн генә булмаҫ, тамырҙарға ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртер тип ышанғы килә.
Читайте нас