Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Эшләй генә күр, эшҡыуар

Иҡтисади көрсөк еҫе аңҡый башлағас бизнес өлкәһендә тир түгеүселәр һағайып ҡалғайны. Хәүефләнеү юҡҡа булманы, күптәр эштәрен ябырға, ҡыҫырға, йә булмаһа, икенсе йүнәлешкә күсерергә мәжбүр булды.

Уның ҡарауы, санкциялар арҡаһында бәғзе берәүҙәр, киреһенсә, сит илдәрҙәге коллегалары менән конкуренция юҡҡа сығып, ватандаштары араһында күберәк һатып алыусы тапты һәм уңышҡа ҡаҙанды. Был бигерәк тә ауыл хужалығы өлкәһенә ҡағыла. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер яңылыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, үҙҙәрен тапҡандарға ла, икеләнгәндәргә лә дәүләт берҙәм ярҙам ҡулы һуҙа башланы, йүнселдәргә етди ташламалар барлыҡҡа килде – нәҡ ошондай уңайлыҡтар һәм ҡаҙаныштар, етешһеҙлектәр хаҡында ла, әлбиттә, ҡала хакимиәтендә белергә мөмкин булды. Башҡортостандың Милли рейтингта инвестиция өлкәһендәге хәлен яҡшыртыуға йүнәлеш тотҡан Проект офисы эшләп килә төбәктә. Унда нәҡ шул офистың күсмә ултырышы үтте. Йүнселдәр өсөн мөһим сара Стәрлетамаҡтың эшҡыуарҙарын ғына түгел, күрше муниципалитеттарҙың да йүнселдәрен йәиһә уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле урындағы власть вәкилдәрен йыйҙы. Бындай алым, әлбиттә, фекер алышыуҙы, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтте генә.
– Бөгөнгө һөйләшеүҙән кәңәшмәнең һәр ҡатнашыусыһы үҙенә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алыр тигән өмөттә ҡалам, – тип билдәләне был йәһәттән осрашыуҙың башында уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлы-ғы Владимир Куликов.
Тик ыңғай тәьҫораттар, яңылыҡ алыу өсөн, һис шикһеҙ, иғтибарҙы йәлеп итер-лек мәғлүмәттәр талап ителә. Залда ултыр-ған эшҡыуарҙарҙы үҙенең сығышының башында уҡ Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков:
– Милли рейтинг – төбәктәр тын алышының тура күрһәткесе, беҙҙең республика был рейтингта 2014 йыл менән сағыштырғанда 40-сынан 13-сө баҫҡысҡа күтәрелде, – тип ҡыуандырҙы. Тәү ҡарашҡа дөйөм күрһәткес һымаҡ яңғыраһа ла был ҡаҙаныш, әлбиттә, дөйөм хеҙмәт емеше. Шуға килтерелгән дәлил дәрт өҫтәмәй ҡалмай.
Әйткәндәй, рейтинг йәмғеһе 45 күрһәт-кестән тора. Шуныһы үҙенсәлекле: был рейтингта үҙәк власть вәкилдәренең эшен дә, урындағы чиновниктар мөнәсәбәтенең кимәлен дә эшҡыуарҙар үҙҙәре билдәләй.
Сергей Владимирович йүнселдәргә шулай уҡ банктар менән мөнәсәбәт, атап әйткәндә, ҡайһы бер йүнәлеш өсөн бирелгән кредиттарҙың осһоҙланыуы, һалым түләү системаһындағы льготалар, властың бизнес өлкәһенә социаль объекттарҙа киңерәк эшләргә мөмкинлек биреүе тураһында ла һөйләне. Һүҙ ҙә юҡ, төрлө ташламалар бизнесменды дәртләндермәй ҡалмай, тик Рәсәйҙә “бюрократик кәртәләр” тигән күңелһеҙ төшөнсә лә йәшәп ята бит әле. Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшҡыуарҙың әүҙемлеге генә кәрәк, төрлө инстанцияларға етешеү бер ни тормай.
– Мәҫәлән, социаль селтәрҙәр ярҙа-мында миңә тура мөрәжәғәт итергә мөмкин, – тип тамамланы һүҙен Сергей Новиков. Һөйләгәндәрҙең ғәмәлдәге хәл-дәр менән тап килеүенә өмөтләнергә ҡала.
Бюрократик кәртәләрҙе үтеү генә түгел, уларҙан алдан уҡ ҡурҡыусылар ҙа юҡ түгел эшҡыуарҙар араһында. Мәҫәлән, “Эй улар бит (чиновниктарҙы күҙ уңында тоталар – авт.) исем өсөн генә аукцион үткәрә”, тип зарланыусылар осрап тора. Мәҫәлән, бәләкәй эшҡыуарҙарҙың ҡай-һы берҙәре дәүләт һәм муниципаль күпләп һатып алыуҙа ҡатнашырға ашығып бармай. Баҡтиһәң, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Валерий Исхаҡов бел-дереүенсә, кесе йүнселдәргә генә был өлкәлә айырым иғтибар ҡаралған – дәүләт йәки муниципаль заказдарҙың 15 процентын нәҡ улар үҙенә алырға мөмкин, шулай уҡ ҡалған 85 процентҡа ла дәғүә итә ала. Ғөмүмән, кәңәшмәнән һуң шундай фекер тыуа: эшҡыуар эшләй генә күрһен, дәүләт шарттар тыуҙырырға әҙер. Һүҙҙәр эштәр менән нығытылыр тип ышанайыҡ.
Читайте нас