– Заманса ҡоролған баҙар шарттары, технология үҫеше беҙҙән яңыса ҡараш көтә, яңы талаптар ҡуя, – тип һүҙ башланы ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. – Ошоға бәйле бихисап һорауҙар тыуа, уларҙың иң сетереклеһе, моғайын, кадрҙар мәсьәләһелер – бөгөн ошо хаҡта һөйләшербеҙ, – тине ул һәм ултырышта ҡатнашыусыларҙы әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Әүҙемерәк тигәндән, ҡала етәксеһенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Тротт белдереүенсә, баҡтиһәң, машиналар эшләүселәрҙең бындай форматтағы осрашыуы тәүгегә үткәрелә. Шуға саранан ҡапылғарай ниндәйҙер ҙур һөҙөмтәләр көтөүе бик үк дөрөҫ тә булмаҫ. Иң мөһиме, сәнәғәтселәрҙе ҡуҙғытыу, берҙәм эшләргә өйрәнеү, проблемалар тураһында күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшә башлау – бына ниндәй маҡсатҡа эйә булды “түңәрәк өҫтәл”. Ҡайһы бер предприятиелар бит ошо уҡ ҡалала үҙҙәренә кәрәкле деталдәр сығарыусы икенсе бер сәнәғәт берәмеге бар икәнен дә белмәй, сөнки ваҡ бизнесҡа, бәләкәй эшҡыуарҙарҙың продукцияһына улар иғтибар итеп бөтмәй – был да осрашыуҙа яңғыраған фекер. Уның ҡарауы, белгән хәлдә икенсе мәсьәлә ҡалҡып сыға икән:
– Үҙебеҙҙең етештереүселәр менән эшләү маҡсатында бер деталгә заказ биреп ҡараныҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, был продукцияға ҡуйылған хаҡтар, тәҡдимдән баш тартып, йә үҙебеҙгә яһарға, йә булмаһа, ситтән ҡайтартырға мәжбүр итә, – тип асыҡланы ул мәсьәләне вагон ремонтлау заводының баш инженеры Зәбир Алтынбаев. Һәр хәлдә, әлеге “түңәрәк өҫтәл” барлыҡ етештереүселәрҙе берләштерер, ҡул-ға-ҡул тотоношоп эшләргә өйрәтер тигән өмөттәр тыуа. Нисек кенә булмаһын, берәүгә осһоҙораҡ деталь кәрәк икән, икенселәргә – күләм, заказ мөһим. Һинән – ҡыҙ, минән – ул тигәндәй, тик бер-береңде аңларға, уртаҡ тел табырға ғына ҡала.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “түңәрәк өҫтәл” машиналар эшләүселәрҙе генә түгел, белем усаҡтары вәкилдәрен дә берләштерҙе, сөнки ҡаралған төп мәсьәлә нәҡ уларҙың эшмәкәрлеге менән бәйле. Цехтарҙы шәп белгестәр менән тәьмин итеү – эш биреүсенең дә, кадрҙар әҙерләүсенең дә бурысы. Завод өсөн эшселәр әҙерләгән белем усаҡтары, килешәйек, Стәрлетамаҡта аҙ түгел, тик ниндәй һөнәр эйәһе сыға, уларҙың мөмкинлектәре, теләктәре һәм әҙерләгән кадрҙар бөтә хеҙмәт урындарына ла етәме – быныһы инде икенсе мәсьәлә.
Билдәле, һәр кем абруйын һаҡларға, лайыҡлы эшсе йәки белгес уҡытып сығарырға тырыша. Ошоға бәйле яңы алымдар, эҙләнеүҙәр – уҡыу йорттарының юлдашы. Мәҫәлән, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы бөгөнгөгә генә туҡталып ҡалмай, сәнәғәт үҫешенең киләсәктәге йүнәлешен дә күҙаллап, роботтар етештереү, ошо өлкәлә белгестәр әҙерләүгә иғтибар бирә. Быға бәйле хаҡы миллиондарға торошло проект барлыҡҡа килгән. Уның хаҡында белем усағының ғилми-инновация үҙәге идаралығы начальнигы Павел Алешин һөйләне:
– Беҙҙә студенттар белемдәрен ғәмәлдә һынай, предприятиелар менән килешеү нигеҙендә практика үтә, уҡыу йортонда лабораторияларҙа һәм робот техникаһы үҙәгендә асыштар яһай, – тине ул.
Үҙҙәрендәге мөмкинлектәр, өҫтәлмә белем, әҙерлек курстары, заводтар менән хеҙмәттәшлек тураһында Өфө дәүләт нефть техник университеты Стәрлетамаҡ филиалы директорының белем биреү эшмәкәрлеге үҫеше һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Изотова бәйән итте. Заводтар эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерә тиһәк тә, кәңәшмәлә юғары белем биреү усаҡтары вәкилдәре ҡатнашыуы тәү ҡарашҡа ғына аптыраш тыуҙыра, минеңсә, хәҙерге станоктар юғары интеллект талап иткәне бер кемгә лә сер түгел. Электрон ҡорамалдар, дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы берҙә эшсе һөнәргә эйә булыу түгел, фән кандидаты диссертацияһын яҡларға мәжбүр итәлер әле. Тик шуныһы... кандидатлыҡ белем талап иткән вазифаның хеҙмәте күп осраҡта (бигерәк тә йәш кеше эш башлап ҡына торған мәлдә) ябай эшсенең эш хаҡы менән баһалана. Улай ғына ла түгел, ғөмүмән, йәштәр заводтарға атлығып бармай, сөнки, мәҫәлән, 50 мең һум эш хаҡы алып эшләр өсөн уға бер нисә йыл 10-12 меңгә тир түгергә кәрәк. Ә бер нисә йылда автомобилдәр йыйыу цехында, йә булмаһа, йөк ташыу компанияһында айына 20 мең хеҙмәт хаҡы алып ул күпме аҡса һуға ала?!.
Һүҙ ҙә юҡ, бөгөн килеп кенә таныш булған, йә булмаһа, практикаһы ваҡытында “бына ошонда ҡултамғағыҙҙы ҡуйһағыҙ, баштан ашҡан” тип, быға тиклем бер тапҡыр күренгән эшсегә бер кем дә 50 мең һум сығарып һалырға йыйынмай. Хәйер, ҡайһы бер предприятиелар кисә ҡулына диплом алған егет йәки ҡыҙҙан һөнәре буйынса 10 йыл эш стажы һорарға ла тартынмай. Ғөмүмән, алтын урталыҡ кәрәктер. Ошо турала Стәрлетамаҡ политехник техникумы директоры Рәшит Рәжәпов телмәр тотто.
– Элек эшсе йәштәр менән комсомол ойошмаһы шөғөлләнә ине, һәр хәлдә, уҡып бөткәндәргә хеҙмәт урыны тип ҡаңғыраһы булманы, хәҙер ҡулына диплом алған егет-ҡыҙҙарҙы үҙебеҙ һәммәһен етәкләп тигәндәй эшкә урынлаштырып йөрөргә мәжбүрбеҙ, сөнки предприятиелар тарафынан буласаҡ белгестәренә ҡыҙыҡһыныу юҡ кимәлдә, – тине ул. Шулай ҙа (директорҙары совет осоронда тәрбиәләнгән һәм тәжрибә туплаған) ҡайһы бер заводтар студенттарҙы ихласлап практикаға ала. Практика мәлендә иретеп йәбештереп ҡараған, тишергә өйрәнгән егетте, билдәле, эшкә килгәндә башҡасараҡ хеҙмәт хаҡы көтә. Унан, белемен камиллаштырһа, 50 мең һумға ла күп ҡалмай. Миҫал өсөн: әлеге уҡыу йорто “Красный пролетарий” менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итә.
Әлбиттә, әйтеү бер, ғәмәлдә хәлдәр төрлөсә булыуы ихтимал. Мәҫәлән, заказдар аҙайғанда, донъяуи кимәлдәге иҡтисади көрсөк хөкөм һөргәндә практика үтеүселәрҙе, йәш белгестәрҙе түгел, булған кадрҙарҙы нисек тә һаҡлап ҡалырға тип баш вата етәкселек. Тик, бая әйткәнсә, күршең күрше өлкәнән заказ көтөп ятҡансы һиңә мөрәжәғәт итһә, эш тә, йәш кадрға эш урыны ла буласаҡ түгелме ни?!
Ҡыҙыу бәхәстәргә ҡоролған ғәҙәти булмаған форумдың аҙағы ла ҡыҙыҡлы тамамланды – ҡаланың бер төркөм машина эшләү өлкәһендә тир түгеүсе тырыштар ҡала хакимиәте һәм ҡала округы Советы тарафынан тәбрикләнде. Был тантанала бигерәк тә шуныһы иғтибарға лайыҡ булды, минеңсә:
– Бына, исмаһам, токарь – шәп һөнәр, бер ҡасан да икмәкһеҙ ултырмаясаҡ. Уның хеҙмәт емеше автомобилсегә лә, баҡсасыға ла берҙәй мөһим, – тип йылмайҙы Владимир Куликов егеттәрҙең ҡулын ҡыҫҡанда. Ысынлап та, эшсе һөнәр эйәләренең эшһеҙ ултырғаны юҡ, машина эшләү өлкәһендә айырыуса. Хеҙмәттәре генә лайыҡлы баһаланһын.