Байрамдар шатлыҡлы хистәр һәм матур тәьҫораттар алып килһен өсөн, уға алдан уҡ әҙерләнә торорға кәрәк. Яңы йылға аяҡ баҫҡан мәлдә ниндәй кейем кейергә, яҡындарыбыҙға нимә бүләк итергә һәм, әлбиттә, Яңы йыл табыны тураһында уйлар ваҡыт етте. Ә инде Яңы йыл беҙгә нимә вәғәҙә итә – был турала уйламаған кеше юҡтыр. Әлбиттә, һынамыштар-юрамыштар һәм һәр йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар өсөн айырым йондоҙнамә фараздары киләсәктә беҙҙе көтөп торған сер пәрҙәһен асырға ярҙам итә һымаҡ. Һәр хәлдә, киләсәккә ҡарап, бөгөнгөбөҙ тураһында онотоп ҡуймайыҡ, беҙ бит үҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙ генә төҙөйбөҙ.
Өйҙәребеҙҙә ҡот булһын, ғаилә-ләребеҙҙә бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам һәм йылы мөнәсәбәттәр булһын, Яңы йыл тик бәхет-шатлыҡ, яҡшы уйҙар ғына алып килһен әйҙә!
2018 йылда идара итеүсе стихия - Ер, ә йылдың төҫө – һары һәм һарғылт төҫтәр. Йыл хужаһы – Эт, күптән ғаиләгә эйәләшкән йорт хайуаны. Шуның өсөн өйҙө һәм шыршыны биҙәгәндә уға нимә оҡшағанын иҫәпкә алырға кәрәк.
Ошоға бәйле бер нисә ҡыҙыҡлы идея тәҡдим итәбеҙ.
1. Традиция буйынса, бәләкәй генә йоҙаҡтар һәм асҡыстар менән биҙәргә мөмкин. Әҙер йоҙаҡтар һатып алһағыҙ ҙа ярай, үҙегеҙ яһаһағыҙ ә була.
2. Киндер тоҡҡа ярма һалып (ҡарабойҙай, дөгө, һоло), уйынсыҡ урынына шыршыға элеп ҡуйырға мөмкин.
3. Ер символы булып башаҡлы культуралар иҫәпләнә. Бойҙай башаҡтарынан венок яһап, шыршы тәтәйе менән биҙәгеҙ ҙә ишеккә элеп ҡуйығыҙ.
4. Көнбағыш сәскәһе үҙенсәлекле һәм сағыу биҙәк буласаҡ. Уны ҡағыҙҙан эшләһәң дә, һүрәте лә ярай.
5. Бүлмәгеҙҙә бер нисә көсөк, эт һыны булһын, үҙегеҙ яһаһағыҙ ҙа, һүрәтен ҡуйһағыҙ ҙа була.
Өйөгөҙҙө традицион Яңы йыл биҙәүестәре (ҡар бөртөктәре, гирляндалар, ялтырауыҡтар, йондоҙ-соҡтар), ғаилә ҡомартҡылары, шулай уҡ үҙең йәшәгән ерҙең, хатта тотош бер дәүерҙең тарихын һаҡлаған әйберҙәр менән биҙәгеҙ.
Был – фотоһүрәттәр, конверт-тарҙағы хаттар, төрлө көнкүреш әйберҙәре, картиналар, затлы биҙәүестәр, портреттар, аҡса, марка, открытка коллекциялары кеүек нәмәләр булырға мөмкин.
Иҫтәлекле әйберҙәрҙе асыҡ кәштәләргә, тәҙрә тупһаһына, өҫтәлгә йәки биҙәлгән шыршы янына ҡуйырға мөмкин. Был Яңы йылда боронғо көнкүреш әйберҙәре, СССР заманынан ҡалған нәмәләр тап кәрәкле биҙәүес буласаҡ.
Яңы йыл биҙәүестәрен һайлағанда тәбиғи есемдәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Минералдар, таш, ҡағыҙ, ағас, металл, балсыҡ әйберҙәр бик шәп була.
Йылдың төҫө тураһында онот-мағыҙ, шуға ярашлы, биҙәүестәр ҙә һары, аҡһыл һары, көрән, лимон төҫөндә, алтынһыу, аҡһыл көрән, ҡәһүә төҫлө, һарғылт йәшел, зәйтүн төҫөндә булғаны яҡшы. Аҡ төҫ ҡушып ебәрһәң дә ярай.