Ул Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе» республика байрамы барышында уҙғарыла.
Бәйгенең финалы Өфөлә 1 мартта ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған:
— Һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү
— Мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу
— Мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ)
— Башҡорт телендәге иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар
— Һөйөү темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр
— Башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу ҡаралған.
Сара 12 ғинуарҙан 25 февралгә тиклем дауам итә. Эштәрҙе 20 февралгә тиклем ҡатнашыусының ғаризаһы менән ulya2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт — конкурстың рәсми төркөмөндә.
Байрам 2016 йылдан башлап яҙҙың тәүге көнөндә үткәрелә. Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол-
тайының Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе, «Баш-ҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.