Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ЭЙӘЛӘШКӘН БЕР БОЛОТ КЕҮЕК БЕҘ...

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоро еттеме, бил-дәле композитор Рәсих Ханнановтың заманында бик популяр булған “Килә яуа бер болот...” тигән йыры иҫкә төшә. Сөнки әлеге кампания хас та йырҙағы эйәләшкән болот шикелле. Инде ул үтте, халыҡ аҙмы-күпме гәзитебеҙгә яҙылды, тип еңел һулап та өлгөрмәйбеҙ, сираттағы яртыйыллыҡ ишек ҡаға. Шунан башлана ялбарыуҙар, өгөтләүҙәр, вәғәҙәләр... “Яҙылығыҙ инде, зинһар!” тип кешеләр күҙенә тилмереп ҡарауҙар. Ә ни эшләмәк кәрәк, әрһеҙләшергә, һүҙ көрәштерергә, ҡатыраҡ бәрелергә, түбәнселеккә төшөргә лә тура килә ҡайһы саҡ. Бына шулай йыйыла ла инде “тираж” тигән нәмә.

Бөгөн һәр бер гәзит уҡыусы алтынға бәрәбәр заманда был бигерәк тә көнүҙәк проблемаға әйләнде. Элегерәк тиражыбыҙҙы 3-4 меңгә еткерергә тырышһаҡ, хәҙер нисек тә булһа бер меңгә тултырырға ине, тип елкәне тырнайбыҙ. Әлбиттә, был мәсьәлә бер беҙҙә генә шулай киҫкен тормай. Бөтә редакцияларҙың да тиерлек яҙмыштары бер. Рус һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителгәндәренең дә хәле шул сама. Былтыр Сочиҙа үткән Бөтә Рәсәй журналистары форумында төрлө республикаларҙан, өлкәләрҙән йыйылған ҡәләмдәштәр тап ошо проблеманы күтәрҙе. Тормош сәғәтләп түгел, минутлап, секундлап үҙгәреп торғанда, интернет селтәрендәге көслө ваҡиғалар ағымы солғанышында гәзит-журналдарҙың роле, ысынлап та, кесерәйеп ҡалған төҫлө. Ошондай шарттарҙа нисек итеп ташҡа баҫылған һүҙҙе һаҡлап алып ҡалырға һуң? Бына нимә борсой бөгөн ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәрен.
Башҡа баҫмалар тураһында һүҙ ҡуҙ-ғатмай, үҙебеҙҙең “Ашҡаҙар”ға туҡталғым килә. Ҡасандыр әллә күпме ҡаршылыҡтар аша донъяға килгән баҫма ул. Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы менән йәштәш тип әйтергә лә була үҙен. Ялҡынлы йөрәкле Рауил Ниғмәтуллин, баҫмабыҙҙың тәүге мөхәррире булған билдәле яҙыусы-публицист Вил Ғүмәров, Зөбәржәт апай Йәнбирҙинаның исеме менән бәйләйҙәр, ғәҙәттә, “Ашҡаҙар”ҙы. Ләкин улар артында тағы ла әллә күпме яҙыусы-шағирҙар, йәмәғәтселек торғанын да оноторға ярамай. Тап дөйөм көс һәм тырышлыҡ менән, берҙәмлек һәм ныҡышмалылыҡ менән яулап алынған гәзитебеҙ. Ул ваҡытҡа ла 28 йыл үтеп киткән. Үҙебеҙҙең гәзитебеҙҙе булдырайыҡ тип, янып йөрөгән шул осор ағай-апайҙарыбыҙҙың күптәре юҡ был фани донъяларҙа, иҫәндәре әле булһа яна-көйә, ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итә. Рәхмәт уларға. Эйе, бөгөн дә беҙ ябай халыҡҡа, ҡала йәмәғәтселегенә таянабыҙ. Ошо урында уларҙың бер нисәүһен атап китке килә: Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Стәрлетамаҡ ҡалаһының һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары ойошмаһы, Өфө дәүләт нефть-техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы, ҡала мәғариф бүлеге, айырыуса бөтә мәктәптәр араһында “Ашҡаҙар”ҙы иң күп алдырып уҡыған Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия коллективы, Стәрлетамаҡ троллейбустар идаралығы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, “Межрайкоммунводоканал” предприятиеһы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри кол-леджы, “Стәрлетамаҡ” акционерҙар ойошмаһы, психоневрология интернаты, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт бер-ләшмәһе, “Юл-йәшелләндереү эштәренең ремонт-төҙөлөш идаралығы” һ.б.
Ә инде баҫмабыҙҙы иң яҡын дуҫылай көтөп алған, уға тәүгеләрҙән булып яҙылған гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһенең ҡулын ҡыҫҡы килә. Бәлки, “Ашҡаҙар”ҙы камил гәзит тип әйтеп тә булмайҙыр, шулай ҙа беҙ уны ҡулдан килгән тиклем ҡыҙыҡлы, уҡымлы итергә тырышабыҙ. Ләкин гәзитте ике яҡ та көслө итергә бурыслы, йәғни беҙҙең менән бер рәттән һеҙ ҙә, хөрмәтле уҡыусылар! Бөгөн ҡалала башҡорт телендә телевидение, радио булмаған шарттарҙа, милләттәштәребеҙҙе башҡорт донъяһы менән тоташтырып, бәйләп тороусы күпер ҙә ул “Ашҡаҙар”. Һәм ул мотлаҡ халыҡ трибунаһына, үҙ-ара аралашыу, бәхәсләшеү, фекер алышыу майҙанына әйләнергә тейеш. Ә әлегә мин был майҙанды күрмәйем: редакцияға хаттар бик һирәк килә. Тәрән фекерле, кешеләрҙе уятырлыҡ, уйлатырлыҡ мәҡәләләр юҡ, ҡалалағы, республикалағы, илдәге ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдергән, гәзит уҡыусыларҙы фекер алышыуға саҡырған авторҙар бик аҙ. Шуға күрә йәнә бер тапҡыр һеҙгә мөрәжәғәт итәм, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙҙең редакцияның ишектәре һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ, килегеҙ, күрегеҙ, хаттар яҙығыҙ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙе тыңларға, ярҙам итергә әҙербеҙ.
Әлеге лә баяғы эйәләшкән болот шикелле, йәнә бер тапҡыр икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылырға саҡырам! Һеҙгә өндәшмәй, кемгә өндәшәйек инде. Бөгөнгө көндә тап һеҙ, милли матбуғатты алдырып уҡыусылар, йәмғиәттең алдынғы ҡарашлы вәкилдәре. Шуға күрә тирә-яғығыҙҙағы битараф булғандарҙы манҡортлоҡ йоҡоһонан уятып, уларҙың күңелдәренә саҡ ҡына булһа ла үҙегеҙҙәге рух көсөн өрһәгеҙ ине.
Читайте нас