Программаны тормошҡа ашы-рыуҙа федераль, республика һәм муниципаль бюджеттарҙан финанс бүленә. Реконструкцияланған биҫтәләрҙә йәшәгәндәр үҙҙәре лә унда ҡатнаша, сөнки программала дөйөм йәмәғәт урындары ла, күп фатирлы йорт ихаталары ла күҙ уңында тотола. Урамдың үҙе лә, уның буйлап теҙелеп киткән 90-ға яҡын йорт та матурланды һәм ҡулайлы зонаға әүерелде. Хәтерләйһегеҙҙер, бынан бер йыл элек кенә беҙҙе тирә-яғын ағас баҫҡан, йорттар йүнләп күренмәгән юл ҡаршы ала ине. Хәҙер иһә ул – яҡты, матур заманса урам. Ошо биҫтәлә йәшәүселәр бигерәк тә бәхетлелер.
– 1,5 километр урам тулыһынса реконструкцияланды, велосипедсылар өсөн – махсус юл, автомобилдәргә парковкалар барлыҡҡа килде, 98 йорт алдына асфальт түшәлде, ҡороған ағастар киҫелеп, 400-ҙән ашыу йүкә үҫентеләре ултыртылды, яҙ еткәс, быларға балалар һәм спорт майҙансыҡтары өҫтәләсәк, – тип барланы башҡарылған эштәрҙе тантанала Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм йәштәргә мөрәжәғәт итте. – Матур аллея эшләнде, һеҙҙән исем уйларға ғына ҡала.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Алексей Серебряков белдереүенсә, бөгөн республикала партияның 3 мең проекты тормошҡа аша килә. Төп проекттарҙың береһе – “Заманса ҡала мөхите”.
Йәштәр тигәндән, әлбиттә, уларға аллеяға исем уйлап табыу менән бер рәттән ошо матурлыҡты ҡәҙерләп һаҡлай белеү ҙә кәрәк. Ҡаланың йәштәр советы рәйесе Рәмил Хәбибуллин был йәһәттән: “Стәрлетамаҡта лайыҡлы йәшәр өсөн, уҡырға, эшләргә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған”, – тине һәм, быуындаштары исеменән рәхмәт еткереп, был матурлыҡты тағы ла үҫтерергә һүҙ бирҙе.
Сараның Яңы йыл алдынан үтеүе мәғәнәле, әлбиттә, сөнки нәҡ йыл аҙағында үткән эштәргә йомғаҡ яһала, яңы пландар тыуа. Мәҫәлән, әлегеләй аллея алдағы йылда ҡаланың Төҙөүселәр урамында ла барлыҡҡа киләсәк.
Яңы аллеяны иң беренсе булып бер төркөм Ҡыш бабайҙар һынап ҡараны, улар 250 метр алыҫлыҡтағы араны йүгереп үтте. “Үәт мөғжизә, үәт матурлыҡ! Беҙгә оҡшай, был аллеянан балалар ҙа кинәнеп йүгерәсәк”, – тине уларҙың береһе. Теләк булғанда, мөғжизәне үҙебеҙ ҙә булдыра алабыҙ шул.