Фонтан һыуҙары урғылып торған Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдында ла бихисап кеше йыйылғайны. Һыуыҡ көн яйлап йөрөп ял итергә ирек бирмәһә лә, марафонға әҙерләнеп йөрөгән йүгеректәр икенсе фекерҙә: алыҫ араға йүгергәндә һалҡын көн – иң шәбе. Былтырғы кеүек үк быйыл да Стәрлетамаҡ тыуған көнөнә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йүгеректәрҙе йыйҙы: Өфө, Һамар, Чебоксар, Ҡазан һәм Хабаровскиҙан ҡунаҡтар килгәйне, бөтәһе 300-ҙән ашыу спортсы Стәрлетамаҡ асыҡ ярым марафоны стартына баҫты. Иң кесе спортсыға 5 йәш булды, бәләкәстәр 300 метрға йүгерҙе, уҡыусылар һәм студенттар – 2, өлкәнерәк атлеттар 10 саҡырым араны үтте һәм ярым марафонда үҙен һынаны. 10 километрға йүгереүҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Александрович Гурьев та ҡатнашты, етәксе был араны бер сәғәт эсендә үтте. Еңел атлетика ғына түгел стәрлетамаҡтар башҡа спорт төрҙәрен дә ярата, культуристтар гер, штанга күтәрҙе, ҡул көрәштерҙе, ә батутта һикереүселәр, Ленин һәйкәле бейеклегенә үк күтәрелеп, акробатик элементтар күрһәтеү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Ә инде сәхнә тирәләй йыйылған халыҡты ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Гурьев байрам менән ҡотлағандан һуң йыр-моң һәм бейеү марафоны башланып китте. Ҡала халҡын тәүгеләрҙән булып «Ашҡаҙар нағыштары», «Йөрәктау» башҡорт халыҡ фольклор ансамблдәре, «Арман» балалар фольклор ансамбле сығыштары һөйөндөрҙө.
Ҡала кешеһе өсөн йәйге айҙар ял һәм мәҙәниәт парктары тормошо менән бәйләнә, йәй осоронда бер тапҡыр булһа ла күҙәтеү тәгәрмәсенән күтәрелеп, ҡаланы осҡан ҡош бейеклегенән күрмәгән кеше ҡалмайҙыр. Йылдан-йыл Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы матурлана, яңыртылып тора. Етәкселәр һәм журналистарҙан торған бер төркөм делегация унда ла барҙы. Парк хужалары яңы асылған “Төнъяҡ амурҙары” уҡтан атыу урынын, “Көҙгөләр донъяһы”, “Бумеранг” аттракционын күрһәтте. Эш бының менән генә тамамланмай, артабан тағы ла паркта ял итеү урындарын арттырыу, машина ҡуйыу урындарын күбәйтеү, ҡыш айҙарында ла килеүселәрҙе ҡабул итеү урындары булдырыу планы төҙөлгән.
Ҡала көнөнөң төп концерт сәхнәһе булған мәҙәниәт һарайы алды ла күмәк халыҡты йыйҙы. Сәхнәлә шансон фестивале, йыл дауамында барған «Дүрт туп» кубогы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһын күҙәтеп кенә ҡалманы халыҡ, ә Айҙар Ғәлимовтың йырҙарын тыңлап та кинәнде. Шулай уҡ Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары “Quest Pistols”, «Ассорти» төркөмдәре һәм рок йырсыһы Ольга Кормухина менән Алексей Белов кискә тиклем стәрлетамаҡтарҙы үҙ сығыштары менән дәртләндерҙе. Байрам сараһы сағыу салют менән тамамланды.