Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Эйе”, - тине Путин

Был яуаптың һорауын Владимир Владимировичҡа Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла миллионлаған кешеләр бирергә хыялланғандыр әле, әммә ундай бәхет Түбәнге Новгородта Горький исемендәге автозаводтың өлкән участка мастеры Артем Барановҡа тәтене.

Атап әйткәндә, быға тиклем Владимир Путин үҙенең 2018 йылда Рәсәй Президенты һайлауҙарында ҡатнашыу теләген халыҡ алдында белдермәй килде.
Һорау заводтың 85 йыллыҡ юбилейына арнал-ған сарала яңғыраны. Артем Баранов: “Беҙгә бүләк эшләгеҙ – үҙегеҙҙең яуабығыҙҙы ишеттерегеҙ. Беҙ, ГАЗ – Һеҙҙең өсөн!” - тигәс, ил етәксеһе: “Ышаны-сығыҙ өсөн рәхмәт. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Мин Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына үҙемдең кандидатурамды күрһәтәсәкмен. Беҙҙең барыһы ла килеп сығасағына ышанам”, – тип әйтте.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ил етәксеһен киләһе йылдың 18 мартында һайлаясаҡбыҙ.
Читайте нас