Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Гөлшат инәйҙең әйткәне

Был әңгәмәсемде күптәр таный, әлбиттә. Гөлшат Мөхәмәтзакир ҡыҙы табындарҙа Ҡөръән сыға, шулай уҡ мәйеттәрҙе тәрбиәләп сауап ала. Байтаҡтарҙың күңелендә үҙенең кәңәштәре менән иҫтә ҡала. Иман йортонда ла уны йыш осраталар. Ә бөгөн иһә Гөлшат МОТАҺАРОВА – беҙҙә ҡунаҡта. Ололарҙың һүҙе – аҡылдың үҙе тигәндәй, йәнле һәм ҡыҙыҡлы, унан бигерәк үҙенсәлекле әңгәмәне ҡыҫҡартмай, тасуирламай ғына һеҙҙең фатихаға ла тапшырырға булдыҡ.

– Инәй, хәлдәр нисек?
– Әллә, шәптер инде, уйланырға ваҡыт юҡ: килеп алалар, килтереп ҡуялар. Кешегә Ҡөръән уҡырға йөрөйөм бит мин, мәрхүмдәрҙе тәрбиәләшәм. Мәсеттәргә барам, көндөҙ өйҙә ултырған да юҡ әле. Өс тапҡыр хаж ҡылдым. Аллаға шөкөр, тип әйтергә була, балаҡайым.
– Йәшәреп буламы?
– 92 йәш инде. Беҙҙең нәҫел оҙаҡ йәшәй ул. Ағай-апайҙарым да 80-де тултырып китте, мин иһә бөтөнләй туғыҙ тиҫтәне тултырып ташланым. Хоҙай Тәғәлә үҙенә алырға ашыҡмай, күрәһең, әлегә Ҡөръән уҡы, кешеләргә дин тарат тип тоталыр инде. Күп уҡыйым бит.
– Күп уҡыйһығыҙ, күп йөрөйһөгөҙ. 92 йәштә барыһы ла ундай еңеүҙәр менән маҡтана алмайҙыр...
– Иншалла. Бала ҡайғыһы бирһә лә, бирешмәйем әле.
– Ундай һынау ҙа кисерҙегеҙме ни?
– Ирем менән ике ул үҫтерҙек, икеһе лә Мәскәүгә сыҡты ла китте. Ваҡытында баш эшләп өлгөрмәне бит. Береһен янда ҡалдырырға кәрәк булғандыр ҙа, хәҙер үкенеүҙән ни фәтүә. Бер улым юғары белем алып, юғары урында эшләй. Икенсеһен именлек хеҙмәтенә саҡырҙылар һәм шунда ҡалды, тик сире арҡаһында (әрменән нурланыш алып ҡайтҡан булған – быны аҙаҡтан ғына белдем) 51 йәштә китеп барҙы. Мәскәүгә үҙем барып, мосолмандарса тәрбиәләп ҡуйып ҡайттым балаҡайымды.
– Ҙур ҡайғыны нисек еңдегеҙ?
– Ошо китап менән (Ҡөръән китабына ишаралай – авт.). Миңә бер дин әһеле әйтте: уҡы ла уҡы, уҡы ла уҡы, шул саҡта балаңдың ҡайғыһы баҫылыр, тине. Ысынлап та, еңелерәк. Иптәшем дә юҡ бит хәҙер.
– Тимәк, дин юлына улығыҙ киткәс баҫтығыҙ?
– Юҡсы. Күптән, 1980 йылда уҡ. Хаҡлы ялға киткәс.
– Ул саҡта әле “Алла юҡ” тип йәшәгән заман түгел инеме ни?
– Тыйыу – бер, күңелдә Хоҙай булһа, уны бер кем дә йолҡоп ташлай алмай. Ғүмер буйы етәксе вазифала эшләнем – Стәрлетамаҡ районында баш зоотехник булып, 30-ға яҡын колхоз-совхозды тикшереп йөрөнөм. Партияның көслө ваҡыты, тик былар береһе лә “Алла бар” тигән уйҙан баш тарттырманы бит. Минең әсәйем ғүмер буйы намаҙҙа булды, үҙем уҡымаған саҡта уға намаҙлығын әҙерләп, һыу йылытып, булыша торғайным.
– Йәшлегегеҙ хаҡында һүҙ сыҡҡас, тыуған ерегеҙ һәм һабаҡ алыуығыҙ тураһында ла белге килә.
– Стәрлетамаҡ ҡыҙымын инде мин. Ошонда йәшәнек, әсәй биргән ике йомортҡаны һата торғайным да, ашарға ала инем – күңелдә ни эшләптер ошо күренеш нығыраҡ һаҡланған. Ә зоотехникка мин Үзбәкстанда уҡыным.
– Үҙебеҙҙә мөмкинселек булманымы ни?
– Беҙ бит русса белмәнек, шуға һынау үтә алманыҡ. Сит ер-ҙә булһа ла, рус телен белмәһәк тә, белем алып сыҡтыҡ.
–Үҙегеҙ ҡала ҡыҙы, тинегеҙ...
– Ул заманда Стәрлетамаҡта урыҫтар йүнләп бар ине тип беләһеңме? Һәр ерҙә лә башҡорт-татар тигәндәй.
– Хәҙер балаларығыҙ сит-тә, яңғыҙығыҙ тораһығыҙмы?
– Бәрәкәт! Юҡ, яңғыҙым түгел: Алла менән икәүләп.
– ???
– Кемдең күңелендә Хоҙай йәшәй – ул яңғыҙы була алмай. Хоҙай ауыр саҡта ла, еңел мәлдә иманы булған әҙәм балаһы янында. Бер хәл тураһында әйтһәм, аптырарһың: яңғыҙым торһам да, ризыҡһыҙ тормайым, инде һуңғы һыныҡ икмәк ҡалды тигәндә лә кемдер ишек шаҡый.
– Бына беҙ ике ваҡыт арауығы хаҡында һүҙ йө-рөттөк. Элек Хоҙай барлығын инҡар итәләр ине, тинек. Бөгөн күпләп дин юлына ҡайталар, кешеләр хәҙер иманлыраҡмы?
– Бер миҫал килтерәм: элек машиналар аҙ ине, колхоздарға һәр саҡ тиерлек юл ыңғайы йөк автомобилдәренә ултырып ба-ра торғайныҡ. Машиналар аҙ булды, әммә тиҙ генә ултырып киттек, сөнки һәр осрағаны туҡтап торҙо. 15 тин бирәһеңме, 20 тин, иҫе китеп барманы, бушлай ҙа ултырттылар. Хәҙер нисек?! Ҡаланың уртаһында йәшәйем, мәсеткә барырға сыҡһам, сәғәттәр буйы торам, ә яндан йөҙәрләгән автомобиль үтә. Тик һирәктәре генә туҡтап, ҡайҙа кәрәк, шунда алып барып ҡуя. Был кешеләрҙе хәҙер аҙҙырыусы шайтандар күбәйеүе менән бәйле, минеңсә. Шайтан беҙгә ниндәй затта ғына күренмәй, ишек шаҡымай. Кеше ҡиәфәтендә лә, әүрәтерлек төрлө күренештәрҙә лә, шуға һаҡ булырға саҡырыр инем. Мәҫәлән, автомобилселәр ми-нең юлда торғанды күрә, әммә уларҙың күңел күҙе күрмәй. Яуыз көстәргә мирһырбанлылар ғына бирешмәй.
– Ҡартлыҡты һиҙәһегеҙме?
– Эй-й-й, балаҡайҙар, ни эшләп һиҙмәй ти инде. Изге китапта Ҡөръәнде иллегә тиклем өйрәнергә өндәлә. Илленән һуң зиһен тарҡала, өйрәнеүе ҡыйын. Әле уҡығанда онотоп та китәм, буталам, яңылышам. Әлбиттә, мине шайтандар онотторорға тырыша, тик йәш саҡта аяттарҙы ныҡлабыраҡ һеңдерһәм, әле ун-дай яңылыштырыуҙарға биреш-мәҫ инем. Ғөмүмән, тормоштоң һәр миҙгеле үҙенсә ҡиммәт. Шул миҙгелдәрҙең ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәк. Ваҡытында йә-шәргә, өйрәнергә, уҡырға, мәле еткәс үҙең иман таратып йөрөргә, аҡыл һәм кәңәштәрең менән файҙа килтерергә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да шулай сауап алып, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәгеҙ әле!
– Рәхмәт, балаҡайҙар. Туҡтап тороғоҙ, ашыҡмағыҙ. Ҡөръән уҡып алайыҡ башта, шунан ҡуҙғалырһығыҙ...
Читайте нас