Тирмә-музей һәр ваҡыт таҙа, матур-матур сәскәләргә күмелгән. Улар бында килгән һәр кешене шатланып, йылмайып ҡаршы ала һымаҡ. Музейҙың эсенә инәбеҙ. Унда беҙҙе музей буйлап экскурсия ойоштороусы апай яҡты йөҙ менән ҡаршы алды.
Тирмә-музей бер нисә бүлмәнән тора. Һәр бүлмәлә яҙыусының эҙҙәре бар һымаҡ. Бигерәк тә уның шәхси әйберҙәре һаҡланған бүлмә һәр кешене ҡыҙыҡһындыра. Әҫәрҙәре ижад ителгән яҙыу өҫтәле, ҡәләм-ручкалары, шәхси кейемдәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Күпме әҫәр ижад ителгән был өҫтәл артында: әкиәттәр, шиғырҙар, повесть-хикәйәләр, романдар...
Беҙ бәләкәй саҡтан уҡ уның «Кәмһетелгәндәр» романын уҡып үҫтек. Романдың төп героиняһы Емеш һымаҡ ҡыҙҙар менән төрлө уйындар уйнаныҡ: уҡытыусы булдыҡ, ҡунаҡтар саҡырыштыҡ, һыу индек һ.б. Әллә бәләкәйҙән уҡытыусы булып уйнағанғамы, бер урам ҡыҙҙары Емеш кеүек уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ.
Яратҡан әҙибәбеҙҙең «Яҡтыға» трилогияһы менән бала сағыбыҙ үтһә, үҫә төшкәс «Уйҙар, уйҙар», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?» кеүек повестары менән йәшлегебеҙ үтте. Ә бөгөн мин үҙемдең балаларыма халыҡ яҙыусыһының әкиәттәрен уҡыйым, хикәйәттәрен һөйләйем. Уҡыусыларыма шиғырҙарын ятлатам, әҫәрҙәрен уҡытам.
Зәйнәб Биишева – төрлө жанрҙа эшләгән оҫта әҙип. Уны балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә яратып уҡый. Уның ижадында республикабыҙ тарихы ята. Халыҡ яҙыусыһы беҙҙең арала булмаһа ла, геройҙары беҙҙең менән. Баймаҡ районы Талҡаҫ күленә ял итергә барһаҡ, Юлдаш, Ҡыҙрастар килеп сығыр һымаҡ, Туйымбәт ауылына килеп инһәк, Сыуаҡай әбейҙәр, Хаммат-Сәлимәләр, Сәғүрә-Байгилделәр, Иштуғандар ҡаршы алыр кеүек. Өфө ҡалаһында Ғәҙел, Ғәлиәкбәр, Гөлбикәләр һаман да йәшәп ята кеүек.
Геройҙарын мәңгеләштергән яҙыусы үҙе лә мәңгелек булырға тейеш. Шуның өсөн бөгөн мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары әҙибәнең әҫәрҙәрен дәрестәрҙә, төрлө сараларҙа өйрәнергә тырыша. Ул халҡыбыҙға ижади мираҫ, рухи байлыҡ ҡалдырған бөйөк шәхес бит. Уның ижады аша йәшәү бәхетенең нимә икәнен аңлаған быуын беҙ.
Йәшәү бәхете - өмөт, хеҙмәттә,
Йәшәү бәхете - дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете - илең, халҡың өсөн
Көрәш аша тыуған шатлыҡта, -
шулай тип бик урынлы әйтә яратҡан яҙыусыбыҙ.