Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Гимназиябыҙ Жәлил Кейекбаев исемен йөрөтә

Башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында һөйләгәндә, атаҡлы ғалим, яҙыусы, тел белгесе Жәлил Кейекбаев тураһында әйтмәй бер ҙә килешмәҫ ине.

Ул үҙ халҡын, тыуған ерен, Тыуған илен яратҡан һәм уны данлаған тәрән аҡыллы, талантлы башҡорт ир-егете булған. Ярлы ғына ғаиләлә тыуып үҫкән, ер һөрөп, икмәк тәмен үҙ тиренә ҡушып тәмләгән ябай ауыл малайынан ҙур дәрәжәләргә өлгәшерлек ғалим булыуы, тырыш хеҙмәте менән ул ҙур ихтирам һәм һоҡланыу хисе тыуҙыра. Башҡорт әҙәбиәте донъяһында Жәлил Кейекбаев беҙгә, балаларға, «Урман әкиәттәре» аша таныш ине. Бал ҡорттары һәм айыу, терпе, йылан тураһында әкиәттәрҙе халыҡ ижады әҫәрҙәре икән, тип уйлай торғайным. Уҡый белмәгән саҡта, әкиәттәрҙе телевидениела «Сәнгелдәк» тапшырыуында, радиола «Иләү»ҙә ишетә торғайным. Уҡый башлағас, мәктәбебеҙҙең Жәлил Кейекбаев исемен йөрөтөүен белдем. Тәүҙә 33-сө башҡорт гимназияһы тип йөрөтөлөп, 2005 йылда уға Жәлил Кейекбаев исеме бирелгән.
Ошо уҡ йылда мәктәбебеҙҙә Жәлил Ғиниәт улы Кейек-баев музейы асыла. Музейҙы асыу тантанаһына Өфөнән күренекле ҡунаҡтар, ғалимдың уҡыусыһы профессор Марат Зәйнуллин, улы Морат Кейекбаев килгән.
Музейҙы асыуҙа ғалимдың тыуған яғындағы –Ғафури районы Ҡаранйылға ауылы музейы етәксеһе Ғ.И Шәйәхмәтов ҙур ярҙам күрһәтә. Музейыбыҙ тағы ла матурыраҡ һәм байыраҡ була бара. Унда беҙ, уҡыусылар, йыш ҡына экскурсияларға барабыҙ. Бында башҡорт халҡының тормошон һүрәтләгән экспонаттар ҙа бар. Төп урынды Ж. Ғ. Кейекбаевтың тормошо, ижады, фәнни эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт биреүсе стенд материалдары алып тора. Кейекбаевтарҙың шәжәрәһе лә музейҙа үҙ урынын алған. Күренекле ғалимдың фәнни хеҙмәттәре – уның башҡорт телен тәрән һәм күп яҡлы өйрәнеүенең һөҙөмтәһе. Ябай ауыл мәктәптәрендә белем алып, артабан үҙенең туған башҡорт телен генә түгел, ә тиҫтәләгән сит телдәрҙе үҙләштереп, уларҙы үҙ-ара сағыштырып тикшереүе уның ниндәй һәләтле, белемле икәнен күрһәтә.
Мәктәбебеҙҙең Жәлил Кейекбаев исемен йөрөтөүе музей асыуға ғына ҡайтып ҡалмаған. Беҙҙең мәктәптә йыл һайын «Кейекбаев уҡыуҙары» үткәреү йолаға инеп китте. Башҡорт әҙәбиәтен һәм телен генә түгел, ә тыуған яҡты өйрәнеү, тарих, география фәндәре буйынса ла үҙ белемен һынап ҡарап, уҡыусылар киләсәктә Башкортостан фәнен үҫтереүгә өлөш индереүгә әҙерләнә. Был мәртәбәле бәйгегә 5-11-се класс уҡыусылары республикабыҙҙың бөтә төбәктәренән дә килә.
Күренекле ғалим, бөйөк телсе Жәлил Кейекбаев үҙенең исеме менән беҙҙең мәктәбебеҙҙе лә данлай. Был исем беҙҙе уҡырға, белемле булырға, башҡорт телен яратырға һәм лайыҡлы алмашсылар булып үҫергә саҡыра.
Читайте нас