Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Хәүефһеҙ такси йәки Үәт, исмаһам, егетлек!

Күптән түгел Стәрлетамаҡта руль артында ҡатын-ҡыҙҙар ултырған таксиҙар барлыҡҡа килде. Тәү ҡарашҡа был шул уҡ беҙ саҡыртып өйрәнгән ғәҙәти такси, бары тик руль артында – ҡатын-ҡыҙ. Ә ҡатын-ҡыҙҙар тотонаҡлыраҡ та, ыҫпай ҙа һәм юлда иғтибарлы, йәғни киҫкен маневр яһамай торған заттар. Яңы барлыҡҡа килгән таксиҙарҙың маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм мәктәп йәшендәге балаларҙы хәүефһеҙ сәфәр менән тәьмин итеү. Ҡыҙымды көн дә мәктәбенә такси менән йөрөткәнгә күрә, был мәғлүмәт миндә айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡатын-ҡыҙҙар “таксопаркы”ның етәксеһе Олеся КОСЕНКО менән осрашып, ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Олеся Ивановна, ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған такси булдырыу идеяһы нисек барлыҡҡа килде?
– Минең үҙемдең мәктәп йәшендәге ике балам бар. Уларҙы мәктәпкә илтәһең, эшкә йүгерәһең, аҙаҡ балаларҙы түңәрәктәренә алып барып еткерергә кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтөрөп булмай торған эш-мәшәҡәттәре арытты. Был эштәрҙе бер аҙ еңеләйтеп булмаҫмы, тигән уй шулай тыуҙы.
Шул уҡ ваҡытта, балаңды бер белмәгән ир таксистарға ултыртып ебәреүгә ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙарға ултыртыу хәүефһеҙерәк, минеңсә.
– Һеҙҙең ҡарамаҡта күпме машина һәм нисә водитель эшләй?
– Әле 10 машина, йөрөтөү стажы 5 йылдан да кәм булмаған 30-лап ҡатын-ҡыҙ водитель. Балалар йөрөтөү вакансияһы әле бар.
– Бары тик ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына эшкә алаһығыҙмы?
– Әйтәйек, дини ҡараштары буйынса, мәҫәлән, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары, үҙҙәре лә, балаларын да бары тик рулдә ҡатын-ҡыҙ булған машинала ғына йөрөтөргә теләй. Әлеге ваҡытта Өфөлә “Хәләл” такси хеҙмәте булдырыу тураһында һүҙ алып барыла. Ә беҙҙә ҡайһы бер атайҙар мәктәпкә йәки башҡа урынға малайҙарын ир водителдәр алып барыуын теләй. Бындай осраҡтар өсөн ирҙәргә лә вакансиялар бар.
– Һеҙҙе ҡайһы ваҡытта һәм күпме хаҡҡа саҡыртырға була?
– Беҙ иртәнге сәғәт 7-се яртынан киске 11-гә тиклем эшләйбеҙ. Саҡырыу – 130 һумға төшәсәк. Был иҫәпкә бәләкәй балалар өсөн “автокресло”, “автоняня” хеҙмәттәре лә инә.
– Һеҙ бары тик Стәрлетамаҡта ғына эшләйһегеҙме?
– Яҡын-тирәләге ауыл-ҡалаларға ла йөрөтәбеҙ, киләсәктә ҡатын-ҡыҙ такси хеҙмәтен Башҡортостандың һәр районында, һәр ҡалаһында күреп булыр, тип уйлайым. Руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә, шул уҡ ваҡытта аҡыллы кәңәш биреүсе психолог та була белә, 5-10 йыл тәжрибәһе булғандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмауҙарына ышаныс бар.
– Гәзит уҡыусыларыбыҙға такси саҡырыу телефондарын еткерһәгеҙ ине.
– Водитель вакансиялары буйынса 33-72-33 номерына шылтыратып белешмә алырға була. Ә беҙҙе 8-986-975-51-81 йәки 8-917-400-64-74 телефондары буйынса таба алаһығыҙ.
Читайте нас