Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Хәҙер электрон сират ҡына буласаҡ

Ленин проспектында урынлашҡан 3-сө почта бүлексәһе 9 ай дауам иткән ремонт эштәренән һуң ҡабаттан үҙенең ишектәрен асты. Унда халыҡты хәҙер заманса шарттарҙа хеҙмәтләндерәсәктәр.

Был – Стәрлетамаҡта “электрон сиратлы” тәүге бүлексә, ә республикала ундайҙар барлығы – тик өсәү генә, тағы икәү Өфөлә асылған.

– Почтаға килеүселәр аҙ ғына ваҡыт эсендә бик күп эштәрен атҡарып ҡайтырға теләй. Беҙ клиенттарҙың ихтыяжын иҫәпкә алырға тейешбеҙ, ошондай уңайлыҡтар сираттарҙы кәметәсәк, ғөмүмән, хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәрәсәк, – тип аңлатып үтте бүлексәне асыу тантанаһында технологияларҙың мәғәнәһен Рәсәй почтаһының Башҡортостан идаралағы директоры Ирек Ғәлимов.

Атап әйткәндә, банктарҙағы, күп функциялы үҙәктәрҙәге һымаҡ, хәҙер был бүлексәгә лә киләһең дә, тейешле талон алаһың, шунан талондағы һандарҙың таблола күренгәнен көтөргә генә ҡала. 6 “ҡабул итеү тәҙрәһе” бөтә һорауҙар буйынса ла эшләй, һәммәһендә лә банк картаһы менән түләп була. Ысынлап та, ҡулайлы. Юҡһа, “бында коммуналь түләүҙәр сираты”, “бында хат ебәрәүселәр сираты” тип, аптыраған саҡтар ҙа юҡ түгел бит.

Бүлексәнең яңылыҡтары бының менән генә сикләнмәй: “Почта банк” хеҙмәте аша кредит юллап-түләп була, клиенттар өсөн үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү зонаһы эшләнгән – был зонала хеҙмәткәрҙе көтөп тормай, посылканы үҙең төрөргә мөмкин. Бүлексә мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн дә ҡулайлаштырылған, дөйөм “Рәсәй почтаһы” стандарттарында матур төҫ алған.

– Былтыр тағы өс бүлексәлә ремонт эшләнде, ә ҡаланың төньяҡ өлөшөндә яңы бүлексә асылды, быйыл иһә ҡалаға почта ташыу өсөн ике автомобиль тапшырылды, – тип барлап үтте урындағы почта бүлексәләрендә атҡарылған эштәрҙе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте баш-лығы Владимир Куликов. – Алдағы йылда йәнә ике бүлексәне яңыртып төҙөү көтә, – тигән пландар менән дә бүлеште һәм стәрлетамаҡтар исеменән почта хеҙмәткәрҙәренең сифатлы эштәре өсөн Стәрлетамаҡ почтампты начальнигы Илшат Абдуллинға рәхмәт хаты тапшырып үтте.

Бүлексә эшен башлау менән унда кемдер хат ебәрергә, кем-дер коммуналь түләүҙәрен баш-ҡарырға килеп тә инде. Күптәр йыһазландырылған, ҡулайлашты-рылған бүлексәгә һоҡланыуын йәшермәне.

– Хәҙер тиҙ генә ҡайтып китергә тура килә инде, бындай матур ерҙән сығаһы ла килмәй бит, – тип шаяртып алды, мәҫәлән, хеҙмәт ветераны Садиҡ Солтанов. Сираттар шаяртыу сәбәбе генә булып ҡалһын инде.
Читайте нас