Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

ХӘЛДӘРЕҢӘ КЕРЕП ОҘОН ТӨНДӘ

Кисә Киров исемендәге паркта радиация һәләкәттәрендә һәм катастрофаларҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар.Сара Чернобыль атом электр станцияһында ҡот осҡос фажиғәгә 32 йыл үтеүгә бағышланды.

Был фажиғә Укра-инала булһа, үҙебеҙҙә 1957 йылдың 29 сен-тябрендә Силәбе өл-кәһенең “Маяҡ” ком-
бинатында шыйыҡ радиоактив ҡалдыҡтар һалынған һаҡлағыс шартлай. Шартлау һө-
ҙөмтәһендә атмосфераға 20 млн кюри радиоактив матдә бүленеп сыға (Чернобылдә –50 млн кюри). Уның иң күп өлөшө сәнәғәт майҙансығына ҡуна, ә ҡалғаны, 1000 метр бейеклеккә күтәрелеп, төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай тарала. Силәбе, Свердловск һәм Тө-мән өлкәләре биләмәләре, Көнсығыш Урал радиоактив һөжүмгә дусар ителә. 23 ауыл (!) юҡҡа сыға, йәғни йәшәргә яраҡһыҙ тип табыла. 1993 йылға тиклем был һәләкәт хаҡында рәсми рәүештә һөйләү тыйыла.
– Бөгөн байрам түгел, ә Чернобыль, Семипалатинск, Маяҡ, Яңы Ер ҡор-бандарын хәтергә алыу көнө, – тине ”Чернобыль союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Леонид Быков митингты асып һәм һәләкәт ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итте. –Был ҡот осҡос авария һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡалабыҙҙан 300 кеше ҡатнашҡан булһа, хәҙер улар 151 генә ҡалды: “маяҡ”тарҙан – 13, айырым тәғәйенләнеш подразделениеһынан – 55 ветеран булһа, ҡалған һикһәне – тол ҡатындар. Фажиғә ҡорбандарын иҫкә алыу, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең бурыс, – тине ул.
Ҡала хакимиәте башлығы урын-баҫары Альберт Шәйхетдинов, БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариатының граж-дандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы Максим Немченко, Чернобыль ветераны Алексей Ширин, бынан 12 йыл элек тол ҡалған Лена Ғәзиева һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Митингта ҡатнашҡан һәр кем үлем таратыусы “тыныс атом”дың донъя-быҙҙы ялмап алыуға юл ҡуймау-сыларҙың рухына баш эйҙе, улар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Физкультура техникумынан килгән студенттарҙың, волонтерҙарҙың сығыштары ла бик фәһемле булды. 42 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған Лена Һиҙиәт ҡыҙы мәктәп балаларының 26 апрелдең ниндәй көн икәнен дә белмәүҙәре тураһында әрнеп һөйләне. Уның ире Рифҡәт Сабирйән улы Ғәзиев Чернобылдәге авария урынына тәүгеләрҙән булып китә. Ғаиләһенә бер нәмә лә аңлатмайҙар. Ике аҙналыҡ командировкаға киткән Рифҡәт ике айҙан һуң ғына ҡайта. Ул саҡта сәләмәтлектәренә ни тиклем зыян килеүен күптәр аңламай ҙа… Табиптар тейешле диагнозды ҡуйып бармай. Лена Һиҙиәт ҡыҙына иренең фәҡәт радиациянан үлеүен иҫбатларға тура килә. Ә бит кемгәлер нимәлер аңлатып йөрөргә хәле етмәгән тол ҡатындар ҙа йәшәй арабыҙҙа. Митингты йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар менән тамамланылар һәм киләһе йылда ла был көндө ошо составта ҡаршы алырға (сөнки үткән йылда 18 ветеран һәләк булған) теләк белдерҙеләр. Мин дә мәҡәләмде шағир Әхмәҙин Әфтәхтең атом заводы шартлау һөҙөмтәһендә Силәбе өлкәһендә ағыуланған Тинес йылғаһына бағышланған шиғыры менән тамамларға булдым.
Ҡыштым яҡтарынан мыштым ғына
Ағыу илтәң Ҡоншаҡ еренә.
Тинес йылға! – тиһәм, хәтер ҡалыр,
Исемеңдән кеше ерәнә.
Зәңгәр тулҡыныңда заман ыуы
Игәп аға башҡорт ғүмерен.
Ярҙарыңда ятҡан ауылдарҙың
Һин һүндерҙең утлы күмерен.
Һыу юлдарын, ана, үлән баҫҡан,
Йыр йырламай күптән ҡыҙ-ҡырҡын.
Ергә ереккәндең көн дә бында
Уҡыталар “өсөн” йә “ҡырҡын”.
Күккә ҡарап һәр кем ләғнәт уҡый:
– Беҙҙең хәлгә бер көн юлығыр…
Киткәне лә, һеңгәне лә
Төртөп әйтә һиңә: “Ҡороғор”.
Ҡыштым яҡтарынан мыш-мыш килеп,
Ағып төшәң яңғыҙ, яй ғына.
Хәлдәреңә кереп оҙон төндә
Тулҡыныңда илай ай ғына.
Читайте нас