Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла шәкәр диабеты менән ауырыусы 180 миллиондан ашыу кеше иҫәпләнә. Тағы ла шунса кеше үҙенең был сиргә дусар булыуын белмәй.
Шәкәр диабеты – ауыр хроник сир. Ҡанда шәкәр кимәле күтәрелеү сәбәпле, күп ағзалар һәм системалар зыян күрә.
Ни өсөн шәкәр диабеты шулай киң таралған һуң? Күп ғалимдар бының сәбәбен йәшәү рә-үешебеҙ үҙгәреүҙә күрә. Хәрәкәт әүҙемлеге кәмеү, майлы һәм шәрбәт ризыҡтарҙы күп ашау һимереүгә килтерә. Ә был – шәкәр диабетына килтергән төп факторҙарҙың береһе. Сир балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә йышыраҡ күҙәтелә башланы һәм ауырыуҙың был формаһы организмға ғүмер буйына инсулин индереүҙе талап итә.
Шәкәр диабетын иҫкәртеүгә төп сара – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу. Ул, тәү сиратта, рациональ туҡланыуҙы үҙ эсенә ала. Көнөнә бер үк ваҡытта 4-5 тапҡыр туҡланырға кәрәк. Ризыҡта углеводтар 50-60 процент, майҙар 30 процент, аҡһымдар 15 процент самаһы булырға тейеш. Күберәк йәшелсә-емеш ашарға, ә ондан бешерелгән, шәрбәт һәм майлы аҙыҡтарҙы сикләргә кәрәк. Айырыуса, диңгеҙ балығы файҙалы.
Физик күнекмәләр, мәҫәлән, йәйәү, велосипедта йөрөү, йөҙөү ҙә шәкәр диабеты үҫешен күп йылдарға тотҡарлай.
Һуңғы йылдарҙа шәкәр диабетын иҫкәртеү сараларына ҡайһы бер медицина препараттарын да индерә башланылар, улар пациенттың ҡанындағы шәкәр кимәле аҙ ғына юғарыраҡ булғанда тәғәйенләнә.
Организмға инсулин етешмәгәндә үләндәр, уларҙан яһалған төнәтмәләр менән дауаланыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
• Грек сәтләүеге матдәләр алмашыныуын яйға һала, уның составындағы Е витамины һәм омега кислоталар диабетҡа артабан көсәйергә ҡамасаулай.
• Фасоль төнәтмәһе - организмдағы шәкәрҙе төшөрөргә булышлыҡ итә.
• Ҡара көртмәле – уның емеше һәм үренделәре ретинопатия булғанда файҙалы, матдәләр алмашыныуын, ҡан йөрөшөн яйға һала.
Шулай уҡ андыҙ, дөр-дөр (пион), һоло ҡулланыу ҙа шәкәр кимәлен төшөрә.
Сирҙең башланғыс стадияһында махсус һайланған үләндәр ауырыуҙың хәлен еңеләйтә. Бауырҙағы күҙәнәктәргә үҙҙәре инсулин эшләп сығарырға ярҙам итә. Ауырыу кешенең йәшәү сифатын яҡшырта. Әммә дауаланыр алдынан фитотерапевт менән кәңәшләшергә кәрәк.