Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Хаҡлы ялға хаҡлыһыңмы?

Яңы ғына хеҙмәт юлын башлап ебәргән кеше үҙенең хаҡлы ялын томандар артында күрә, әлбиттә. Күҙ алдына килтерһә әле. Ә бына пенсия алырға йыйыныусыларҙың был уй баштарынан сыҡмай тиһәң дә була. Шулай ҙа пенсия тәғәйенләү системаһындағы үҙгәрештәр иртәгәге пенсионерҙы ғына түгел, бөгөн эшкә төшкәндәрҙе лә уйландырырға тейеш, минеңсә. Ниңә тиһегеҙме? Был һорауға РФ Пенсия фондының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы Наилә Ҡәйүм ҡыҙы ҒӘЛИӘКБӘРОВА яуап бирә.

– Интернетта кешеләргә ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләмәү осраҡтары хаҡында ишетелеп ҡала. Бындай күренештәр беҙҙә лә бармы?
– Үткән йыл Стәрлетамаҡта 5 426 кешегә пенсия тәғәйенләнде, шулай уҡ 18 осраҡта страховка пенсияһын тәғәйенләүҙә кире яуап бирергә мәжбүр булдыҡ, сөнки ул граждандарҙың шәхси пенсия коэффициенты талап ителгән күләмдә түгел ине. Әлбиттә, кемдәр ҡартлыҡ буйынса пенсиянан мәхрүм ҡала, улар социаль пенсияға өмөт итә ала, ә бындай түләүҙәр, билдәле булыуынса, аҙыраҡ һәм биш йылға һуңыраҡ тәғәйенләнә.
– Яңы талаптар буйынса хаҡлы ялға хаҡлы булыу өсөн күпме стаж йәки балл йыйырға кәрәк?
– Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, страховка пенсияһына дәғүә итер өсөн бер нисә шартты үтәргә кәрәк. Әлеге пенсияға әлеге көндә 60 йәше тулған ирҙәр һәм 55 йәшлек ҡатындар өмөт итә ала, әммә бының өсөн 2018 йылға ҡарата талаптар нигеҙендә 9 йыл стаж һәм 13,8 балл йыйырға кәрәк. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: льготалы пенсия алыу өсөн йәнә тейешле йәш, стаж һәм минималь пенсия балдары кәрәк.
– Стәрлетамаҡта нисә кеше ҡартлыҡ буйынса пенсия ала?
– Беҙҙә 76 352 кеше пенсия ала, шул иҫәптән 70 815-е – страховка пенсияһын.
– Мәҫәлән, бөгөн бер ҡатынға 49 йәш, ти. Рәсми эш стажы – 7 йыл. Ул ниндәй пенсияға өмөт итә ала?
– Әгәр уға быйыл 49 йәш икән, 2024 йылда 55 була, тимәк, страховка пенсияһын алыр өсөн 15 йыл стаж менән 28,2 балл йыйырға кәрәк. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, стажын арттырырға тура килә. Шуны иҫтән сығарырға ярамай: талап ителгән стаж күләме йыл һайын арта бара.
– Тимәк, ни тиклем иртәрәк эшкә урынлашаһың һәм күберәк балл менән күберәк стаж йыяһың, шул ҡәҙәр яҡшы?
– Тап шулай. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә күптәр рәсми булмаған килем алырға өйрәнгән һәм ғүмер буйы шулай еңел буласаҡ тип уйлай. Ғәмәлдә улар страховка пенсияһынан ҡолаҡ ҡағыуы ла ихтимал. Шуға рәсми рәүештә эшләргә, эш менән тәьмин итеүселәрҙән килешеү булдырырға, рәсми теркәлергә һәм социаль шарттар талап итергә кәрәк. Тау артында булып күренһә лә хаҡлы ялды бөгөндән үк хәстәрләү яҡшы.
Читайте нас