Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Халыҡ ниндәй автобуста йөрөргә теләй?

Стәрлетамаҡта Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының пассажирҙарҙы йөрөтөү мәсьәләләре һәм “Башавтотранс”тың эшмәкәрлеге буйынса күсмә ултырышы үтте. Унда Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалалары хакимиәттәре вәкилдәре, республиканың төп дәүләт автотранспорт предприятиеһы етәкселеге ҡатнашты. Көн ҡаҙығына автобустарҙың ваҡытында йөрөү-йөрөмәүе, хеҙмәтләндереү сифаты, юл хәүефһеҙлеге һәм автовокзалдарҙың торошо кеүек етди проблемалар күтәрелде.

Ике сәғәт буйы көттөк
Автобустарҙың һуңлап йөрөүенә килгәндә, был күренеш предприятиеға ла, халыҡҡа ла элек-электән яҡшы таныш. Мәктәптә уҡығанда, мәҫәлән, ҡаланың “Строймаш” биҫтәһендә йәшәгән туғандарға ҡунаҡҡа барырға тура килгәйне. Яңылышмаһам, 17-се маршрутлы автобус йөрөй ине. Ниндәй генә һандар яҙылмаһын, эш унда түгел, әлбиттә, автобусты колхоз баҙарында ҡышҡы сатламала 2 сәғәткә яҡын көтөп торҙоҡ. Баҙарға инеп йылыныр инең, уныһы күптән бикләнгән, ә эргәлә йәш сабыйҙарын күтәргән әсәләр ҙә, инәй-бабайҙар ҙа көтә… Хәйер, бер Стәрлетамаҡ ҡынамы һуң, “был “девятканы” (9-сы маршурт) көткәнсе, ҡаланы йәйәүләп урап сығам” тигән һүҙҙәр хәҙер ишембайҙар араһында лаҡап булып таралғандыр инде. Эйе, мәктәп йылдары артта ҡалды, ә бына әлеге проблема ғына ваҡыт арауығында аҙашып торғандай. Хәйер, хәҙер “А” нөктәһенән “Б” нөктәһенә барып етеү проблема түгел, тик мәсьәлә генә “Башавтотранс”һыҙ хәл ителә:
– Беҙҙә пассажирҙарҙың 40 процентын юл йөрөтөүгә рөхсәте булмаған автобустар ташый, - тип хәбәр итте, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Тротт. – Бизнестарын тәртипкә һалырға ла тәҡдим булды, тейешле органдарға ла мөрәжәғәт иттек, әммә әлегә маҡтанырлыҡ алға китеш юҡ, проблеманан бергәләп сығыу юлын эҙләргә кәрәк, - тип тә өҫтәне етәксе. Айырым тема – ҡаҙна юғалтҡан һалымдар!
Стәрлетамаҡтан айырмалы рәүештә Салауатта һәм Мәләүездә хәл башҡасараҡ – пассажирҙарҙы ташыусылар араһында аҫтыртын эшләүселәр юҡ, уның ҡарауы, һуңлап килгән автобустар проблемаһын был барыбер сисмәй.
– 31-се һәм 33-сө маршруттарҙың ваҡытында йөрөмәүе арҡаһында кешеләр ҡаланың бер осонан икенсеһенә йә таксиҙа, йә йәйәүләп үтергә мәжбүр, ә улар араһында йәй көнө тырма-көрәк күтәргән инәй-бабайҙар ҙа осрай, – тине, мәҫәлән, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Данир Зөбәйеров.
Пассажирҙарҙың
95 процентын шәхси автобустар ташый
Әлбиттә, был проблеманың үҙ сәбәптәре лә етерлек, колхоз баҙарында туңып торғанда нисек булғандыр, ә бына бөгөн, предприятие етәксеһе Рәзим Мөхийәнов белдереүенсә, эш автобус паркының иҫкереүенә һәм эшсе ҡулдар етешмәүгә ҡайтып ҡала. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ филиалында 186 автобустың 126-һы сафта, Салауатта 145 автобустың яртыһы тиерлек эшләй, Мәләүездә иһә 88 машинаның 48-е йөрөтөргә яраҡлы. Ғөмүмән, республиканың көньяҡ төбәген хеҙмәтләндереүсе автобустарҙың 80 проценты иҫкергән. Уның ҡарауы, киләсәккә өмөттәр бар: кәңәшмәлә яңғырауынса, тейешле ярҙам булғанда, әлеге филиалдарҙың паркын 128 техника берәмегенә яңыртыу планлаштырыла.
Техника ватылмай тормай, ә бына кеше факторына килгәндә, эштәр етдиерәк – сәбәп хеҙмәт хаҡына килеп төртөлә. Мәҫәлән, шул уҡ маршрутҡа сыҡҡан шәхси автобус шоферы айына 30-35 мең һум аҡса алғанда, “Башавтотранс”тыҡы 15-18 мең һум менән хушһынырға мәжбүр. Тик шуныһы… Бер үк маршрут булһа ла шәхси автобус йөрөтөүсе, һис шикһеҙ, ваҡыт, аҡса артынан ҡыуа, шуға күберәк эшләүе лә ихтимал. Тик бында мәсьәлә шоферҙы йәлләүгә ҡайтып ҡалмай, һөҙөмтәлә барыбер ябай халыҡ яфа сигә. Дөрөҫөрәге, ҡаза күрә – быйыл ғына ла ҡаршы йүнәлешкә барып сыҡҡан йәиһә йоҡлап киткән автобус водителдәре арҡаһында нисәмә кеше-нең ғүмере өҙөлдө. Эйе, пассажирҙарҙы үҙҙәренең шәхси автобустарында, автомобилдәрендә йөрөтөүселәр күбәйҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл хәүефһеҙлеге буйынса яуаплылыҡ та шул шәхси кимәлдә ҡала. Ни ғәжәп, халыҡ барыбер ҙә нәҡ шәхси автобустарға өҫтөнлөк бирә, уға “ҡайҙан?” “нисек?” тигән һорауҙар ҙа ҡыҙыҡ түгел.
– Өфө менән Стәрлетамаҡ араһында йөрөгән пассажирҙарҙың 95 процентын нәҡ кеше ташыуға хоҡуҡтары булмаған автобус хужалары хеҙмәтләндерә, - тип билдәләне сарала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов. Ысынлап та, уйланырға урын бар. Дәүләт структураларына заман менән бергә атлап, ҡулайлы шарттар хаҡында ла баш ватырға ваҡыттыр. Мәҫәлән, үҙем Өфөгә йөрөгәндә һуңғы тапҡыр ҡасан “Башавтотранс”ҡа мөрәжәғәт иткәнде хәтерләмәйем, сөнки шәхси автобус, еңел машина водителдәренә шылтыратыуың була – кәрәкле ваҡытта ишек төбөңдән үк килеп алалар, өҫтәүенә, күпкә осһоҙораҡ хаҡҡа алып баралар. Бындай хеҙмәт күрһәтеүселәрҙе табыуы ла ауыр түгел – интернетта махсус сайттар, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр етерлек. Ә шул уҡ ваҡытта дәүләт предприятиеһына мөрәжәғәт иткән хәлдә, башта автовокзалға барырға, билет алырға һәм көтөп ултырырға кәрәк. Өҫтәмә аҡса һәм ваҡыт сарыф итеп… Ни ҡылаһың, егеттәр, хәҡиҡәт шул. Әлбиттә, дәүләт ҡарамағындағы автобус ишек төбөнән килеп алмаҫ, тик яндағы туҡталышта туҡтап китергә мөмкиндер ҙабаһа.
Дәүләт комитеты рәйесе әйтмешләй, халыҡ ниндәй автобуста йөрөргә теләй, ниндәй маршруттарҙы күргеһе килә – урындағы власть вәкилдәре шул принциптан сығып эш итергә тейеш, ә айырым бер предприятиеларҙың хәлен еңеләйтәм тип түгел.
Тик бына ҡанун ғына нимә ти икән был хаҡта? Ысынлап та, бөгөнгө ҡанундар ситтән ҡарап торғанда ни дәүләт предприятиеларына аяҡ тибеп эшләргә мөмкинлек бирмәй, ни шәхсиҙәренә кәртә ҡуя. Муниципалитеттан датация алған предприятиенан айырмалы рәүештә, сығымдарҙы үҙ иңендә күтәреп, автобусын маршрутҡа сығарырға теләгән шәхси эшҡыуарҙар етерлек. Әлегә шуға ике арала тартыш-һуғыш бара, тик бына йоҙроҡтар ғына ябай пассажирҙарҙың күҙ төбөнә эләгә һымаҡ…
Автовокзалдар ябылмаясаҡ!
Автовокзалдар һәм станциялар буйынса ла ултырышта тос фекерҙәр яңғыраны: кемдер тимер юл вокзалдары менән ҡушырға тәҡдим итте, кемдер биналарҙы ремонтлауҙы теләй – сәбәп йәнә файҙа килтереү-килтермәү хаҡында бара. Нисек кенә булмаһын, Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов автовокзалдарҙың ябылыуын теләмәй. Быныһына ҡыуанмау мөмкин түгел.
…Хәтерләйһегеҙҙер, ҡасандыр “лу-ноходтарҙа” ҡыҫыла-ҡыҫыла йөрөй торғайныҡ ҡала менән ауыл араһында, ҡала урамдары буйлап. Ул автобустарҙың шарттарын телгә алыуы ла оят. Хәҙер иһә йылы һәм уңайлы “нефаз”дарҙа урындыҡҡа ҡырын ятып гаджеттарыбыҙҙан матур-матур фотолар ҡарап ҡына елдәрәбеҙ. Шул фотоларҙағы һымаҡ был йәһәттән тормош та матурлана, тимәк. Иң мөһиме, баҙарҙа тәртип булдырырға ғына кәрәктер. Ә шоферҙар етмәй, шоферҙарға аҡса етмәй, запас частар етмәй… – уныһы инде предприятиеларҙың, заманса әйткәндә, корпорация проблемаһы булырға тейеш, минеңсә. Әнғәм Атнабаевса, бәхетле йә-шәр өсөн кешегә һәр саҡ нимәлер етмәй. Автовокзалдарҙың яҙмышы ыңғай хәл ителгән кеүек, автобустар ҙа “тәнәфесһеҙ” йөрөр, тейешле урынға ваҡытында, яҡшы шарттарҙа һәм иң мөһиме, хәүефһеҙ итеп алып барып еткерер тигән өмөттә ҡалайыҡ. Беҙгә, ябай пассажирҙарға, шуныһы ғына ҡиммәт.
Читайте нас