Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Халыҡ йөрәгенә юл яра

Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһына тәҡдим ителеүен ҡыуанып ҡаршы алдым.

Мин үҙем шәхсән шағирәнең балалар әҙәбиәтенә индергән тос өлөшөн билдәләп китер инем. Тәүҙә ул 1997 йылда «Мин - ҡояшҡай» тип беҙгә баҙнатһыҙ ғына, һабыр ғына өндәшһә, 2007- лә боланды бейетә алыу бәхетенә иреште («Бейеүсе болан», «Китап» - 2007 йыл). Ә инде 2011 йылда, үҙен «Фәрештә ҡанатында» хис итеп, яңы бейеклектәргә күтәрелде.
Был китаптарҙың барыһы ла балаларға аңлайышлы тел менән яҙылған, еңелсә юмор менән һуғарылған. Ялҡауыраҡ, йоҡосораҡтарҙы ҡытыҡлап ҡына алыу һис тә баланың күңелен китерлек түгел! Кескәйҙәр психологияһын тәрәнтен аңлап, белеп, үҫмерҙәр донъяһына мөрәжәғәт итә шағирә. Шуға ла шиғырҙар күңелгә һеңеп бара, еңел ятланыла; күбеһе «мине йырға һалығыҙ!» тигән кеүек, йырлап уҡыйһың уның шиғырҙарын. Әйткәндәй, үҙешмәкәр ком-позитор Мәрйәм Ғәзиз ҡыҙы Солтанова шағирәнең бер шәлкем шиғырҙарына йыр яҙып, уларҙы халыҡ яратып та өлгөрҙө.
Балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәргә, башланғыс класс уҡытыусыларына, бала бағып ултырыусы йәш әсәйҙәргә бик шәп ҡулланма яҙған Рәшиҙә апай «Фәрештә ҡанатында» китабында. Дин юлына яңы аяҡ баҫҡан йәиһә ҡыймайыраҡ йөрөгән инсандар өсөн бынамын тигән әҙерләнеү мәктәбе лә асҡан шағирә. Уны уҡыған һайын һәр кемдең күңеле нурлана, фәһемгә байый, ҡояштай яҡтыра бара.
Был китапты мин гелән ҡәҙерләп ҡулыма алам. Өсөнсө балаға декрет ялында ултырам, хәҙер бәпесемде Рәшиҙә апайҙың шиғырҙарын уҡып уҫтерәм, тәрбиәләйем. Сөнки һәр шиғырҙан күпме наҙ, самими ихласлыҡ, бөтә ғаиләңә, тыуған яғыңа, ғәзиз илеңә һөйөү бөркөлә! Шуғалыр ҙа шиғирәнең ижады мәктәп дәреслектәрендә урын алған, ижады радио аша, «Тамыр» тулҡындары аша йыш тапшырылып тора. «Сәңгелдәк»тән дә балалар Рәшиҙә Шәмсетдинованың ижады менән яҡшы таныш! Әгәр ҙә киләсәгебеҙ иман нурына ҡойонһон тиһәк, ошондай китаптарҙы беҙ ҡәҙерләргә, һаҡларға тейеш!
Быйыл «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Ысыҡ һутындағы ҡисса» китабын балаларым әҙерәк үҫкәс үҙҙәре уҡып танышыр, тигән өмөттә йәшәйем. Тос китап, матур китап! Исеме үк үҙенә тартып тора.
Экология йылында «Ысыҡ һутындағы ҡисса» яҙа алған шиғирә Рәшиҙә Шәмсетдинова Ғәли Ибраһимов премияһына һис шикһеҙ лайыҡ!
Яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы, сәнғәт әһелдәрен үҙҙәре иҫән сағында ҡәҙер итһәк, хөрмәт күрһәтһәк, уларҙың ижады тағы ла мул емеш бирәсәк. Был - тәбиғәт ҡануны! Бының менән мәҙәниәтле, әҙәбиәтле халыҡ ота ғына.
Пушкинлы, Толстой, Есенинлы, Мостай, Назар, Атнабай, Рәми, Бикбайлы мәңгелеккә – халыҡ күңеленә, халыҡ йөрәгенә юл шулай башлана түгелме!?
Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова ла ошо яҡты юлға аяҡ баҫҡан, уның һәр аҙымы баҙыҡ һәм шундай ышаныслы, өмөтлө!
Читайте нас