Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Өфөлә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Бер төркөм бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе вәкилдәре лә бар. Популяр йырсы-баянсы Рәмил Әүбәкеровҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған ар-тисы” тигән маҡтаулы исем бирелде, ә режиссер Руслан Юлтаев Башҡортостан Республикаһы кинематографияһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Читайте нас