Аппаратының исеме лә бит ниндәй әле – “Әхирәт,” имеш. Уны табыуы ла бер ҙә еңел түгел икән, ярай әле етәксе булып эшләгән абруйлы туғандары Риф (Таһир Фәтҡуллин) ярҙам итергә әҙер. Тик Рифтең тырышлығы “әрәмгә” китә, хәйер, быға ҡыуанырға ғына кәрәктер: “Әхирәт” эҙләп килгән йәш фермер кәләшле булып ҡайта. Яңғыҙлыҡтан йонсоған олатаһы ла “буш ҡалмай” – “сәй ҡайнатып эсерерлек булһа ла” әбей таба. Кәләштең (Резеда Әмәкәсова) өләсәһе ул “зап-застуйын” Ғәшүрә әбей (Рафиға Галина)!
Тик килдең дә кәләшле булдың түгел шул әле. Ят ҡала тормошонда һынауҙар табылып тора. Үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан ҡомһоҙ Нәзир (Рафиҡ Хәсәнов), яуапһыҙ һәм эскесе Зариф (Рәсил Сынбулатов) арҡаһында яҡшылыҡ менән насарлыҡ төшөнсәләре уртаһында буталып китеп, йәш ҡыҙҙар, ҙур аҡсаларға алданып, саҡ үҙен юғалтмай ҡала Фәррәх ҡарт. Ярай әле һиҙгер, аҡыллы ейәне ярҙамға килә. Хәйер, Иректең үҙенә лә кәләшле булыу бер һынауға әүерелә бит. Ике тапҡыр “ауыҙы бешкән” ир хәҙер “өрөп ҡабырға” әҙер, өҫтәүенә, Фәнзирәнең “бәрәңге утарлыҡ, ҡаҙ бәпкәләрен көтөрлөк” ике малайы ла бар икән, кәләш үҙе лә бер аҙ сәйерерәк күренә. Әммә мөхәббәт барыһынан да көслө һәм был юлы ла еңеп сыға.
“Аһ, ошо ғашиҡтарҙы!” Нәҡ шулай тип атала Рәлиф Кинйәбаев пьесаһы буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә ҡуйылған был комедия. Көтөлмәгәнсә парлы булыу ваҡиғаһы һүрәтләнһә лә әҫәрҙә, асылда ул шаҡтай исемлеккә эйә проблемалар күтәреп сыға. Йәштәрҙең ауылдан ҡалаға матур тормош эҙләп китеп, әлеге әҫәрҙә-ге һымаҡ подвалда ла йәшәргә әҙер булыуҙары, шул арҡала кендек ҡаны тамған нигеҙҙәрен юғалтыуҙары, эскелек, ир затынан ир көсө һәм ихтыяры, бәрәкәте китеүе, йәмғиәттә талаусылар, хәйләкәрҙәр ҙә йәшәүе, эскелек, фәхишәлек, хыянат... Иң мөһиме: был проблемалар оҫта итеп күтәрелгән, ә режиссер, абруйлы исемдәр эйәһе Гөлдәр Ильясова шул проблемаларҙы оҫта итеп тамашасы хөкөмөнә сығарған. Һәр хәрәкәт, һәр күренешкә ҙур мәғәнә һалынған. Шул иҫәптән сәғәттәге ҡош урынына ваҡыт белдергән кәзә лә, Нәзир ҡулындағы гаджет та асылыбыҙҙан йыраҡлашыуыбыҙға ишара һымаҡ.
Пьесаның йөкмәткеһенә әй-ләнеп ҡайтҡанда, идея шәп. Һәр хәлдә, беҙгә, һәммәбеҙ ҙә тиерлек ауылдан сыҡҡан ябай тамашасыларға, был әҫәр күңел талабыбыҙға тап килә, рухыбыҙҙы күтәрә. Көлөп-көлөп әсе күҙ йәштәре лә тамып ҡуя...
Тағы ла шуныһын билдәләге килә: ғәҙәттә, беҙҙе, йәш быуынды, тәжрибәһеҙ, ҡотҡоға бирелеүсән, яңылышыусан тип әрләйҙәр. Ә бында драматург уңышлы рәүештә яңыса алым ҡулланып, Иректе түгел, Фәррәхте яңылыштырып, әлеге фекерҙе баш түбән әйләндергән, тормош бит үҙе лә ҡай саҡ баш түбән әйләнеп киткән һымаҡ шул... Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында урынлы спектакль репертуарға инде – быныһына шик юҡ. Әхирәттәр ары торһон, беҙгә кәләштәр кәрәк!