Республикала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында бихисап эштәр башҡарыла. Уйын-спорт майҙансыҡтары сафҡа инә, мәҙәниәт һәм белем биреү усаҡтарына ремонт яһала, күп ҡатлы йорттар алдары матурлана. Стәрлетамаҡта ла был программа сифатлы тормошҡа ашырыла. Быйыл уның ярҙамында 93 ихата һәм 1 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелергә тейеш. Әйткәндәй, 61 ихатала эштәр тамамланған да инде. Был маҡсатҡа 120 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк, шул иҫәптән 96 миллион һум – федераль бюджеттан, 20 миллион – республика ҡаҙнаһынан һәм 4 миллионы – халыҡ үҙе йыйған аҡса. Рөстәм Зәки улы Стәрлетамаҡтағы эш сәфәрен нәҡ ошо программа ярҙамында тормошҡа аша барған “Ҡала мөхите” проекты менән танышыуҙан башланы.
– Был проектты маҡсатлы итеп ҡулланғанда, хатта ҙур һарайҙар һалырға була, – тип үҙенең хис-тойғолары менән бүлеште Вокзал урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан күп ҡатлы йорт советы рәйесе Валентина Горина Башҡортостан Башлығы менән бергә йорт ихатаһын ҡарағанда. Юлды ремонтларғамы йәки балалар өсөн уйын майҙансығы ҡорорғамы – программала ҡатнашҡан йортта йәшәүселәр үҙҙәре хәл итә. Мәҫәлән, әлеге ихатала өр-яңы асфальт көҙгө көндә лә көҙгөләй ялтырап ята.
Төҙөкләндереү эштәре Хоҙайбирҙин урамында ла ҡайнай. Бында ла юл ремонтлана, йәйәүлеләр зонаһына бордюр урынлаштырыла, ял итеү урыны, автомобилдәрен парковкаларға теләүселәр ҙә, велосипедта йөрөүселәр ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмаған, ә төнөн иһә тағы ла бихисап уңайлыҡтар менән байытыласаҡ аллея матур фонарҙар менән яҡтыртыласаҡ.
– Подрядсы объектҡа сентябрь урталарында ғына тотоноуға ҡарамаҫтан, бихисап эштәр башҡарылып та өлгөрҙө инде, – тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов Рөстәм Хәмитовты гөрләп барған төҙөкләндереү эштәре менән таныштырып.
Республика етәксеһе “Ашҡаҙар таңдары” фолькор байрамында ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндә залда йәштәрҙең дә булыуына шатлығын йәшермәне һәм ошондай фестиваль-конкурстар артабан да Башҡортостан Хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә буласағын белдерҙе. Быйыл сара бишенсегә үтә һәм ул Башҡортостандың 29 районынан, Татарстандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән 47 коллективтан торған 700-ҙән ашыу кешене бер сәхнәгә туплаған.
– “Ашҡаҙар таңдары” – билдәле, абруйлы фестиваль. Бында башҡорт мәҙәниәтен тәрән мәғәнәлә күрһәтеүсе коллективтар сығыш яһай. 2020 йылда беҙҙә Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Бөгөнгө фестиваль ошо сараға әҙерлек барышының мәғәнәле бер өлөшө – беҙ башҡорт мәҙәниәтенең бөтә матурлығын, нескәлеген һәм ғәйрәтен күрһәтә алырға тейешбеҙ, – тип баһаланы байрамды Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында.
Был фестиваль шуныһы менән дә үҙенсәлекле: унда конкурсанттарҙың таланттарын ғына баһалап ҡалманылар, сара сиктәрендә семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, милли кейем һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәләре үтте. Күргәҙмә мәлендә төрлө проекттар менән дә танышырға мөмкин булды. Ҡаланың үҙәк китапхана системаһы директоры Әлфиә Әсфәндиәрова, мәҫәлән, стәрлетамаҡтар китап-журнал уҡып-ҡарап ҡына ҡалмай, ә китапхана – аралашыу, хатта виртуаль әңгәмәләшеү, фекер алышыу, ижади һәм фәнни бәхәсләшеү урыны икәнлеген белдерҙе. Атап әйткәндә, ҡала китапханаларында креатив-үҙәк, заманса ҡоролмалар, ижади лабораториялар эшләп килә, технология үҫешен күҙ алдына баҫтырыу өсөн заманса ҡорамалдар урынлаштырылған. Бындай алымды республика етәксеһе хупланы һәм башҡа китапханаларға ла стәрлетамаҡтарҙан өлгө алырға кәрәклеген белдерҙе:
– Саңға батҡан китап кәштәләре – ки-сәге күренеш, хәҙер китапханалар арала-шыу мөхите булырға тейеш, – тине ул. Ғөмү-мән, республика Башлығының эш сәфәренә йомғаҡ яһап, ҡала мөхитен яҡшыртыуҙа ла, мәҙәниәтте, рухи донъяны үҫтереүҙә лә мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай заман менән бергә атларға кәрәк.