Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Икмәк булһа, йыр ҙа булыр

Был әйтем хаҡында уйланғанда, әлбиттә, уңыштың кимәле генә күҙ уңында тотолмай. Өҫтәлгә күпереп торған әпәкәй килеп ятҡансы уның бер телеменә, бер һынығына, хатта бер валсығына тиклем күпме көс түгелгән бит. Ошолар хаҡында баш ватамы икән ҡала мөхитендә үҫкән йәш быуын, мәҫәлән? Комбайн штурвалы артында ултырған ағайҙар, ҡамыр баҫып торған апайҙар, иген көрәгән егет-ҡыҙҙар...

Геүләп торған элеваторҙы барлыҡ стәрлетамаҡтар ҙа күргәне барҙыр. Эргәһенән үткәндә ҙур карапты хәтерләткән был бина һоҡландырмай түгел. Ә бына уның эсендә күпме иген эшкәртелә, һаҡлана!
Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа. Оборона берәмегенә тиңләрлек стратегик хәлдә үк түгелдер ҙә ул, бәлки (хәйер, йәнә иген запасы мәсьәләһе тағы көнүҙәккә әйләнде), уның ҡарауы тонналап-тонналап килтерелгән иген ҡабул ителә элеваторҙа. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә элеватор “Рощинский” ауыл хужалығы предприятиеһы берәмеге булып тора. Совхоз унда сәсергә тигән игенен һаҡлай, малдарына фураж әҙерләй һәм (хатта сит илгә лә) һатыуға сығара. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бындағы эш барышы һәм беҙҙе икмәкле итеүҙә сикһеҙ роль уйнаған ағай-апайҙарҙы, егет-ҡыҙҙарҙы барып күреү теләге көслө булды.
– Игенде килтергәс, башта еүешлегенә ҡарап айырабыҙ, шунан киптерәбеҙ, сүп-сарҙан таҙартабыҙ һәм силос соҡорҙарына (игенде һаҡлар өсөн береһе 30 метр тәрәнлектә булған һауыттарға) тултырабыҙ, - тип таныштыра эшмәкәрлектәре менән участка мастеры Альберт Ғатауллин. – Артабан ошо игенде эреһенә-вағына айырабыҙ, эре бойҙай йә башҡа культура бөртөктәре сәсеүгә ҡалдырыла, вағы фуражға китә, - ти әңгәмәсе ҡорамалдарҙы күрһәткән арала. Тик махсус һауыттарҙағы иген дә яҙға тиклем бер урында ята тигәнде аңлатмай икән әле. Баҡтиһәң, кипмәһен, серемәһен өсөн һәм башҡа хәстәрлек күрһәтеп уны бер урындан икенсе ергә күсереп торалар.
Әлбиттә, ошо тиклем элеватор бер хужалыҡ игенен генә ҡабул итмәй, башҡа ер кешеләре лә бында игенен таҙарта һәм һаҡлай. Баштараҡ әйтеп үтеүебеҙсә, сит илгә лә һатыуға иген сығаралар, бының өсөн культуралар башҡа хужалыҡтарҙан да ҡабул ителә.
...Ҙур карапты хәтерләткән элеваторҙа эш ҡайнай. Бар ерҙә күҙҙең яуын алып торған ҡорамалдар, конвейер системаһы. Әммә технология ниндәй кимәлгә тиклем үҫешмәһен, роботтар ҡулдан эште тартып алмаһын, әҙәм балаһынан тыш бер производство ла алға бармай.
– Миҙгеле менән хеҙмәткәрҙәр һаны 70-кә тиклем етә, барыһы ла – стәрлетамаҡтар, ошо ҡалала йәшәгән кешеләр, - тип барлай коллективын участка начальнигы Лариса Киселева. – Һәммәһе үҙ урынында: кемдер бу-шатҡан иген ҡалдыҡтарын көрәп тора, кемдер цехтарҙа игенде киптереүҙә, таҙартыуҙа үҙ бурысын атҡара, иң мөһиме: һәммәһе лә тырышып эшләй, – тигән маҡтау һүҙҙәрен дә еткерә етәксе ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәре хаҡында һөйләгәндә. Бындай тырыштар эшләгәндә, иманым камил, иген уңыр, урып алған ашлыҡ иһә әрәм булмаҫ! Һөнәри байрамығыҙ менән, иген, картуф үҫтереүселәр, һөт-май, ит етештереүселәр һәм эшкәртеү сәнәғәтендә көс түгеүселәр!
Читайте нас