7 ғинуарҙа, мәҫәлән, беҙҙә 60-тан ашыу сатрашсы халыҡ-ара гроссмейстер Муродолло Амриллаевҡа ҡаршы уйнаны. Уйындар ҡыҙыу барҙы, көйәрмәндәрҙең дәртләндереүҙәре әленән-әле яңғырап торҙо. Тик күпме генә тырышлыҡ һалынмаһын, Амриллаевтан еңелеүселәр бер-бер артлы табы-лып торҙо… бер генә сатрашсынан башҡа. Мастерлыҡҡа кан-дидат, ҡаланың 32-се мәктәбе уҡыусыһы Илнур Рамазанов (һүрәттә алғы рәттә уңдан өсөнсө) менән гроссмейстерҙың осрашыуы тиң мәрәйҙәр менән тамамланды.
Илнурға бәхет икенсе көндө Өфөлә лә йылмайҙы – ул урыҫ шашкаһы буйынса 7 тапҡыр донъя чемпионы Сергей Белошеев менән көс һынашты. Был осрашыуҙа ла еңеүсе табылманы. Уйынға Илнур ғына ҡыуанманы, әлбиттә, гроссмейстер балаларға сатраш буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сара бағымсыларҙың шәп бүләктәренә рәхмәт еткереү менән тамамланды.