Бар ғүмерен, рухи донъяһын сәхнә тормошона арнап, сәнғәт күгендә сағыу шәхес булып танылған драматург һәм актер Илшат Йомағолов үткер ҡәләме аша ла, башҡарған ролдәре менән дә башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына нигеҙ һалыуҙа уның роле баһалап бөткөһөҙ. Стәрлетамаҡҡа килеп, ул, ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошон ғына түгел, әҙәби донъяһын да юғары күтәрҙе. Беҙҙең ҡалала йәшәгән йылдарҙа Мәҙәниәт техникумында, театрҙа эшләү менән бергә Стәр-летамаҡ яҙыусылар ойошмаһын да етәкләне.
Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт академия драма театрында Илшат Йомағоловтың Хәтер кисәһе уҙа. Унда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары ла ҡатнаша һәм улар драма-тургтың “Һөйәрҙәргә ҡапҡан” коме-дияһынан өҙөк күрһәтә. Мәшһүр шә-хесте иҫкә алыу уңайынан, уны яҡындан белгән артистарға мөрәжәғәт иттек.
– Беҙ – Илшат ағайҙың һуңғы сығарылыш уҡыусылары: Таһир Фәтҡуллин, Гөлнара Йәрмиева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм мин. Ул саҡта Мәҙәниәт техникумы бик көслө ине. Зигмунд Якубович Слотвинский директор булған заманда иләктән иләнеп сыҡтыҡ. Еңел булманы. Үтә ныҡ талапсанлыҡ арҡаһында күп таланттар уҡыуын ташлап китергә мәжбүр булды. Уҡырға ингән 19 кеше араһынан 4 кенә кеше уҡып бөтөү бәхетенә ирештек.
Илшат ағай ныҡ талапсан, үҙ эшенә яуаплы ҡараған шәхес булды. Унан беҙ ныҡ шөрләй торғайныҡ. Остазыбыҙ сәхнә теленән уҡытҡан ваҡытта телдең матурлығының нескәлектәрен аңлатырға тырышты. “Һәр өн асыҡ ишетелергә тейеш. Бер хәреф тә йотолорға тейеш түгел, халыҡҡа барып етергә тейеш,” – тип өйрәтә ине. Беҙгә, ауыл балаларына, атай урынында ла булды. Дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Шуныһы бер аҙ үкендерә: йәшлегем менән шундай күренекле шәхестә уҡыуҙың ҡәҙерен белеп еткермәгәнмен. Ә бит күберәк алып ҡалырға була ине.
Илшат ағай бар булмышы менән тик сәхнә өсөн генә яратылған кеше ине: мөһабәт кәүҙәле, төҫкә матур, ҡуйы ҡара ҡашлы, яңғырауыҡлы тауышлы, осҡор ҡарашлы - барыһы ла үҙ урынында. Театрға ул болан һымаҡ атылып килеп инә торғайны.
Илшат ағайҙың эсендәге – тышында булды. Нимә уйлай –йәшермәй әйтә торғайны. Эшен бик ныҡ яратты. Телдең матурлығын, тәмен тойоп һөйләр ине һәм беҙҙе лә ошо культураға, рухи камиллыҡҡа ынтылырға өйрәтте. Эске донъяһы бай кеше ине ул. Үҙ роленә бөтөн донъяһы менән бирелгән актер һәр жесты, мимиканы урын-еренә еткереп уйнай ине. Ҡабатланмаҫ образдар асты. Уның һымаҡ артистар - меңгә берәү.
Беҙгә, Мәҙәниәт техникумында институт программаһы менән уҡыған бер генә сығарылыш уҡыусыларына, шундай шәхестән белем алыу бәхете тейҙе.
Ғүмерем буйына уға рәхмәтлемен. Уның яҡты рухы алдында баш эйәм. Стәрлетамаҡ театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, уның исемен мәңгеләштерһендәр ине – театрыбыҙ уның исемен йөрөтһөн ине, – тигән теләктә ҡалам.
– Илшат ағай беҙгә тормош һабаҡтарын да бирҙе. Ул үҙе аҡса ҡоло булманы, байлыҡ йыйыу, власҡа ынтылыу – уның өсөн бөтөнләй ят нәмә булды. Сәнғәт кешеһе шулай булырға тейеш, ти ине. Беҙгә лә ошо сифаттарҙы һеңдерергә тырышты.
Илшат ағайҙың йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәре әле лә ҡолаҡта сыңлай: “Башҡорт теле – аһәңле тел, уның тә-мен белеп кенә һөйләгеҙ. Уның тәмен белмәй һөйләү – ул мәғәнәһеҙлек!” – тип, ҡәтғи талап ҡуя торғайны. Уның алыҫ киләсәккә төбәлгән ҡарашынан саялыҡ бөркөлөп тора ине. Ул рухи байлыҡҡа ынтылды. Киләсәккә лайыҡлы алмашсылар ҡалдырыу, башҡорт театрын һаҡлап алып ҡалыу – уның төп маҡсаты булды. Ул шуның менән янып йәшәне.